Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2018, 14:04

Команда–штаб уҡыуҙары үтә

25-27 сентябрҙә районда Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм ликвидациялау берҙәм дәүләт системаһының Башҡортостан территориаль подсистемаһының район звеноһы идара органдары һәм көстәре менән Бөрйән районы граждандар оборонаһы ҡатнашлығында команда-штаб уҡыуҙары үтә.

25-27 сентябрҙә районда Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм ликвидациялау берҙәм дәүләт системаһының Башҡортостан территориаль подсистемаһының район звеноһы идара органдары һәм көстәре менән Бөрйән районы граждандар оборонаһы ҡатнашлығында команда-штаб уҡыуҙары үтә.
- Команда-штаб уҡыуҙарының ике көнөнә – 25 һәм 26 сентябргә - тактик-махсус уҡыуҙар планлаштырылған.
25 сентябрь көнө тыныс ваҡытта ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе тыуҙырыусы сығанаҡтарҙы ликвидациялау, йәғни, дауахана биләмәһендә “дауыл” үтеп, кешеләр “һәләк булыуы”, “Ҡыпсаҡ” сауҙа үҙәгендә “янғын” булып, 2-се ҡаты “емерелеп”, унда ла кешеләр “һәләк булыуы”, ошо хәл эҙемтәләрен нисек бөтөрөүебеҙ, кешеләрҙе нисек ҡотҡарыуыбыҙ, медицина ярҙамы күрһәтеүебеҙ, шул ваҡытта ниндәй хеҙмәттәр килеп, ниндәй эштәр башҡарыуы буйынса күнекмәләр үтәбеҙ.
26 сентябрь көнө иһә граждандар оборонаһынан һуғыш осрағындағы ғәҙәттән тыш хәлдәргә күсеүҙе күрһәтәбеҙ. Йәнәһе, Мәндәғол ауылында ҡаршы яҡтың диверсанттары биологик ҡорал ҡулланып, Себер түләмәһе (язваһы) бактерияларын һиптереп киткән дә, муниципалитеттарҙағы һәм ойошмаларҙағы ҡотҡарыу хеҙмәттәре, етәкселәр менән ауырыу артабан таралмаһын өсөн карантин иғлан итеп, һыйырҙарҙың ҡанын алып, лаборатор тикшереүгә ебәрергә, икенсе райондар менән ҡатнашмаһындар өсөн малдарҙы бикләп ҡуйырға, йәғни сығанаҡты бөтөрөргә тейеш.
Ошо сараларҙы халыҡ дөрөҫ итеп аңлаһын ине: был уҡыуҙар ғына һәм саралар шартлы рәүештә генә үтәсәк. Был ике көндә Хөкүмәттән, төрлө министрлыҡ-ведомстволарҙан вәкилдәргә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы комиссияһына үҙебеҙҙең әҙерлекте, Федераль закондарҙы беләбеҙме-юҡмы икәнен, документация эшен нисек алып барыуыбыҙҙы күрһәтергә тейешбеҙ, - тине район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Д. Акиев.
М. Мырҙағолова.
Читайте нас: