Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2018, 14:18

Хайуандарға ла әҙәмсә ҡараш кәрәк

Аллаһы Тәғәлә яралтылмыштарынан бер әҙәм затына ғына аҡыл биргән. Аҡыл биргән икән – кешенән һорау ҙа шул сама. Әммә бәғзе осраҡта беҙ башҡа бөтә мәхлүкәттәрҙән дә аҡылһыҙыраҡ булып китәбеҙ. Мәҫәлән, йорт хайуандарынан иҫәпләнгән бесәй-эттәр менән мөғәмәләне генә алайыҡ. Хужалары ил өҫтөндә туйынырға сығарып ебәргән эттәр бала-саға, кеше һаулығы, ғүмере өсөн ҡурҡыныс. Һуңғы ваҡытта район үҙәгендә берәҙәк эттәр күбәйҙе. Улар ҡош-ҡортто тәләфләй, кешеләрҙе абалап ҡала. Районда эт-бесәй, берәҙәк хайуандар менән эш нисек алып барыла? Ошо һорау менән яуаплы кешеләргә мөрәжәғәт иттек.

Аллаһы Тәғәлә яралтылмыштарынан бер әҙәм затына ғына аҡыл биргән. Аҡыл биргән икән – кешенән һорау ҙа шул сама. Әммә бәғзе осраҡта беҙ башҡа бөтә мәхлүкәттәрҙән дә аҡылһыҙыраҡ булып китәбеҙ. Мәҫәлән, йорт хайуандарынан иҫәпләнгән бесәй-эттәр менән мөғәмәләне генә алайыҡ. Хужалары ил өҫтөндә туйынырға сығарып ебәргән эттәр бала-саға, кеше һаулығы, ғүмере өсөн ҡурҡыныс. Һуңғы ваҡытта район үҙәгендә берәҙәк эттәр күбәйҙе. Улар ҡош-ҡортто тәләфләй, кешеләрҙе абалап ҡала.
Районда эт-бесәй, берәҙәк хайуандар менән эш нисек алып барыла? Ошо һорау менән яуаплы кешеләргә мөрәжәғәт иттек.
Раян Шахниязов, Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы:
- Үҙҙәренең ҡарамағындағы мал-тыуарын, ҡош-ҡортон, йорт хайуандарын бик матур һәм законға ярашлы ҡараған граждандар менән бер рәттән, уларға кешеләрсә мөнәсәбәт күрһәтмәгәндәр ҙә бар. Беҙгә, хакимиәткә, берәҙәк бесәй һәм эттәрҙе аулау, ниндәйҙер юлдар менән юҡ итеү вәкәләте бирелмәгән. Әммә беҙ, минең ыҙмам ситтән, тип, был проблемаға күҙ йомоп ултыра алмайбыҙ: халыҡтан ялыу, ғариза килә, шылтыратыуҙар, мөрәжәғәт була икән – эттәр менән проблема сыҡҡан йортҡа барабыҙ, ике тапҡыр иҫкәртәбеҙ, өсөнсө тапҡырына берәҙәк эт-бесәйҙәр менән эш итеүсе Рәмил Ишемғужинға мөрәжәғәт итәбеҙ. Бәғзе берәүҙәр этен юҡ итергә теләй, әммә үҙе булдыра алмай – был осраҡта ла уларға кәрәк кешенең телефон номерҙарын бирәбеҙ.
Эйе, бәйһеҙ йөрөгән эттәр халыҡ өсөн ҡурҡыныс сығанағы. Үҙ эйәһен тешләмәгән эт башҡаларға аяуһыҙ ташланырға мөмкин. Шуға күрә әйтер һүҙем: халыҡ эт-бесәйен тейешле тәртиптә, ҡағиҙә һәм закон рамкаларында көтһә ине.
Вил Яхин, район хакимиәте башлығының ауылды үҫтереү һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса урынбаҫары:
- Район хакимиәте менән республиканың ветеринария идаралығы араһындағы килешеү нигеҙендә йыл һайын берәҙәк эт һәм бесәйҙәрҙе аулау өсөн аҡса бүленә. Мәҫәлән, беҙ районда йылына 280 берәҙәк этте һәм 30 бесәйҙе ауларға тейешбеҙ. Һәр ауыл хакимиәтенә план, йөкләмә бирелә. Рәмил Ишемғужин халыҡтың ғаризаһы, ауыл хакимиәтенең заявкаһы нигеҙендә эш алып бара. Мәҫәлән, кисә генә 3 этте алып китте. Был хеҙмәт 3-сө йыл эшләй. Р. Ишемғужин үҙенә еткерелгән планды һәр ауыл хакимиәте буйынса үтәп килә. Һәр ауланған эт буйынса тейешле документ тултыра, эше буйынса отчет бирә.
Билдәле, бер кеше генә тотош район проблемаһы булған эттәр мәсьәләһен хәл итә алмай. Берәҙәк эт-бесәйҙәрҙең артыуына юл ҡуймау һәр хакимиәттең, халыҡтың яуаплы ҡарашына бәйле.
Закон буйынса һәр эт, бесәй хужаһы этен бәйле тоторға, йөрөтөргә алып сыҡҡанда муйынса кейҙерергә тейеш. Эт бәйһеҙ килеш урамда йөрөй икән – берәҙәк.
Берәҙәк эттәр менән эш алып барылһа ла, район биләмәһендә ошондай эттәрҙең балаларҙы тешләү, ҡош-ҡортҡа, мал-тыуарға тейеү осраҡтары күҙәтелә. Әгәр кешене тешләгән эттең хужаһы билдәле булһа, уға 4 мең һум күләмендә штраф һалына. Бындай осраҡтар йылда ла була.
Район халҡына, эт хужаларына әйтер һүҙем: республика етәкселеге берәҙәк эт-бесәйҙәр менән бәйле был сараларға сараһыҙҙан, берәҙәк эт-бесәйҙәр күбәйеп, улар балалар, кеше һаулығы, ғүмере өсөн ҡурҡыныс тыуҙырғандан бара. Әгәр йорт хайуандарын һәр кем законға ярашлы көтһә, был сараларға ихтыяж булмаҫ ине. Берәҙәк эт-бесәйҙәр кешегә, мал-тыуар, ҡош-ҡортҡа ташлана, ҡурҡыныс ауырыуҙар йоҡторорға ла мөмкин.
Тағы шул: иртәнсәк күп кенә балалар мәктәпкә этен эйәртеп бара. Эттәр үҙ хужаларына теймәһә лә, башҡалар өсөн ҡурҡыныс. Ата-әсәләр ошоға юл ҡуймаһа ине.
Иң мөһиме, хайуандарға ҡарата кешеләрсә ҡараш булһын – ул ваҡытта берәҙәк эт-бесәйҙәр проблемаһы булмаҫ.
А. Ғарифуллина
әяҙып алды.
Читайте нас: