Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2018, 18:32

Бөрйәндәр Өфөлә сығыш яһай

Баш ҡалала Башҡортостандың 100 йыллығы сиктәрендә республика райондарының презентациялары фестиваль-марафоны бара. Ул 2 февралдә старт алғайны. Беҙҙең Бөрйән районы вәкилдәре 2 октябрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында сығыш яһаясаҡ.

Баш ҡалала Башҡортостандың 100 йыллығы сиктәрендә республика райондарының презентациялары фестиваль-марафоны бара. Ул 2 февралдә старт алғайны. Беҙҙең Бөрйән районы вәкилдәре 2 октябрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында сығыш яһаясаҡ. Сара ике өлөштән тора: 18.00 сәғәттә фойела декоратив-ҡулланма сәнғәт, халыҡ кәсептәре изделиелары, сувенирҙар, милли ризыҡтар, ҡортсолоҡ продукцияһы, Бөрйән балы сауҙа-күргәҙмәһе, райондың социаль-иҡтисади ҡаҙаныштары тураһында презентация ойошторола; 19.00 сәғәттә район һәүәҫкәрҙәре ҡатнашлығында ҙур концерт үтә.
Баш ҡалала йәшәүсе яҡташтарҙы, студенттарҙы һәм теләгән һәр кемде был матур тамашаға саҡырабыҙ! Бөрйән балынан ауыҙ итеп, Бөрйән оҫталары тыуҙырған ҡул эштәрен һатып алып, бөрйәндәрҙең йыр-моңдарын тыңлап, дәртле бейеүҙәр ҡарап, күңелегеҙгә ял алып ҡайтығыҙ, дуҫтар!
Читайте нас: