Мәҡсүт ауылы тәбиғәттең матур ерендә урынлашҡан. Был ауылдағы бөтә йорт-ҡураларҙың башы бер төҫтән - йәшелдән булғас, ауылға барып ингәндә йәшеллек ҡосағына сумғандайһың. Ҡыҫҡаһы, йәшел генә йәтеш ауыл ул Мәҡсүт.
Ырғыҙлы ауыл хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, Мәҡсүттә бөгөн 30 хужалыҡ, 128 кеше иҫәптә тора, ир-егеттәр - 73, ҡатын-ҡыҙҙар -55 кеше.
Башҡа ойошма-учреждениелары, хатта магазины ла булмаған ауылдың йәме - заманса башланғыс мәктәп. Яҡты, йылы класс бүлмәләре, быйыл ғына буялған, сәхнәле иркен спорт залы, ашхана... Ҡала мәктәптәренән бер ҙә ҡайтыш түгел. 8 бала уҡый бында: 1-се класта – бер, 2-се класта – ике, 3-сө класта – өс, 4-се класта – ике уҡыусы.
- Октябрҙән өйрәнсеккә бер бала киләсәк. 2-4-се кластар ике дәрес уҡығас, беренселәге бала килә. Бөтәһе бер бүлмәлә уҡый, тик һәр класс үҙ фәнен өйрәнә. Физкультура, рәсем, технология, музыка дәрестәре бергә үтә, - ти мәктәп мөдире, уҡытыусы Зинира Ырыҫбаева.
Уҡыусыларҙы ашнаҡсы Гүзәлиә Ғәлина тәмле аштары менән һыйлай. Мәктәптең таҙалығы өсөн яуап биреүсе техник хеҙмәткәр Рабиға Аҫылғужина иһә бында 36 йыл эшләй икән.
- 1979 йылда Үрге Нөгөштән килен булып төшкәндән алып Мәҡсүттә йәшәйем, ауыл тормошонан ҡәнәғәтмен. 4 балам ошо мәктәптә уҡыны, бәләкәсе әле Стәрлелә училищела 2-се курста уҡып йөрөй. Ул уҡыуын тамамлағанға тиклем эшләргә ниәтләйем, - ти Рабиға Мөхәмәҙулла ҡыҙы.
Мәктәп бүлмәләре электр менән йылытыла. Операторҙар Әхмәт Ғәлин менән Зилә Күҫәпова бинаны йылылыҡ йәһәтенән дә, хәүефһеҙлек йәһәтенән дә хәстәрләй.
Белем усағы янындағы баҡсала хеҙмәткәрҙәр уҡыу йылына етерлек йәшелсә, картуф үҫтерә.
Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 18 сентябрь һанынан уҡый алаһығыҙ