Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь 2018, 18:00

Юл төҙөкләндерелде

Бесән алдынан шәхси эшҡыуар, арендатор Йәлил Ҡасимов тарафынан Кананикольск айырмаһына тиклем Әтек-Ҡыҙҙарбиргән юлы төҙөкләндерелде.

Бесән алдынан шәхси эшҡыуар, арендатор Йәлил Ҡасимов тарафынан Кананикольск айырмаһына тиклем Әтек-Ҡыҙҙарбиргән юлы төҙөкләндерелде. Уны эшҡыуарҙың Т-130 тракторында Әмир Бейембәтов башҡарып сыҡты. Шулай уҡ был эшкә битараф булмаған ауыл эшҡыуарҙары Р. Ғәҙәмшин, И. Баймөхәмәтов, Р. Хәмитов, С. Чернов, Р. Баймөхәмәтов, А. Баймөхәмәтов, Х. Алғазиндар яғыулыҡ менән ярҙам иттеләр.
Әтек ауыл хакимиәте уларға рәхмәтен белдерә.