Һылыулыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк, тип бик тапҡыр әйтелгән. Бөҙрәханала эшләүселәр үҙҙәренең уңғанлығы менән туйҙа ҡатнашыусыларҙы ғына түгел, көн дә үҙен зауыҡ-тәртиптә тоторға тырышыусыларҙы ла матур прическалы итә.
Иҫке Собханғолдағы “Каприз” бөҙрәханаһында эшләүсе Зәлиә Төлкөбаева ла шундайҙарҙан.
Өфөлә “Фигаро” тип исемләнгән махсус салонда ярты йыл уҡып ҡайтҡас, үҙ эшен асҡан Зәлиә. “Шөкөр, һис кенә лә буш, йәғни кешеһеҙ ултырғаным юҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә, балалар ҙа, өләсәй-олатайҙар ҙа килә. Үҙемдең даими клиенттарым да бар. Сәс тә ҡырҡам, химик бөҙрәләтеү, туйҙарға, юбилейҙарға прическалар ҙа - барыһын да эшләйем. Һөнәрем күңелемә ята. Иң мөһиме, миңә килгәндәр эшемдән ҡәнәғәт булып ҡайтһын”, - ти Зәлиә.
Сәсте матур ҡырҡа, тигәстәре мин дә бөгөн башлап Зәлиә һылыуға килдем әле, тип һүҙгә ҡушыла бөгөнгө клиенты Нәсимә апай Халиҡова ла.
Эйе, һәр эштең үҙ нескәлектәре, үҙ сере. Зәлиә кеүек үҙ эшенең оҫталары өсөн кешене ҡыуандырыу – үҙе һөнәр.