Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2018, 13:37

Бурҙар яңы ысулдар таба

Мутлашыусылар банк карталарынан аҡса урлауҙың яңы ысулын уйлап тапҡан – йәнә SMS ярҙамында.


Мутлашыусылар банк карталарынан аҡса урлауҙың яңы ысулын уйлап тапҡан – йәнә SMS ярҙамында. Карта хужаларына, йәнәһе лә, шикле һуңғы операция менән бәйле карта блокировкаланған тигән хәбәр (сообщение) килә. Уның тексы түбәндәгесә: «В рамках закона от 27 июня 2018 года № 167-ФЗ ваша карта заблокирована,

подтвердите последнюю операцию по e-mail или телефону». Хәбәрҙә (сообщениела) телефон номеры күрһәтелә. Карта хужаһы шул телефон буйынса шылтырата. Унан картаһының мәғлүмәттәрен һәм CVV-кодын әйтеүен һорайҙар.


Бурҙар карта реквизиттарын CCV2/CVC2-кодтары буйынса тикшереүҙе юҡ итер һәм карталағы аҡсаны үҙҙәренә кәрәкле иҫәпкә күсереү йәки интернет-магазинда нимәлер һатып алыр өсөн эшләй.


Хөрмәтле граждандар! Мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ. Карталарығыҙ блокировкаланһа, банктың рәсми бәйләнеше буйынса хәбәр итеү хәүефһеҙерәк.
Читайте нас: