9 сентябрҙә - Берҙәм тауыш биреү көнөндә республикабыҙҙа БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау үтте. Республиканың үҙәк һайлау комиссияһынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, һайлауҙа тауыш бирергә хоҡуҡлы граждандарҙың 49,19%-ы ҡатнашҡан.
Тауыш биреүселәрҙең 871888-е (58,31%) “Берҙәм Рәсәй”ҙе һайлаған. 2-се урында – КПРФ (281110 тауыш,18,80%), 3-сө урында - ЛДПР (148879 тауыш, 9,96%), 4-се урында - “Ғәҙел Рәсәй” (81861 тауыш, 5,47 %), 5-се урында - «Рәсәй патриоттары» (59075 тауыш, 3,95%), 6-сы урында – “Йәшелдәр” Рәсәй экологик партияһы (29627 тауыш, 1,98%). Район территориаль һайлау комиссияһынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, Бөрйәндә лә тәүге урындарҙы шул уҡ партиялар биләй: 1-се урында - “Берҙәм Рәсәй” – 4741 (57,11%), 2-се урында - КПРФ – 1892 (22,79%), 3-сө урында - ЛДПР – 641 (7,72%).
Депутатлыҡҡа кандидаттар араһында беренселекте Айнур Бейембәтов биләй, уның өсөн Бөрйәндән 4151 тауыш (50,16%) йыйылған. 2-се урында – Илшат Исмәғилев – 2555 тауыш (30,88%), 3-сө урында - Урал Аҡкучуков – 661 тауыш (7,99%).