Үрге Нөгөштә Белем байрамы көнөндә обелиск асылды. Байрамда яҡташыбыҙ, яҙыусы Зөфәр Толомғужин, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе Риф Иҫәнов, танылған башҡорт шағирәһе, журналист Зөһрә Ҡотлогилдина, журналист Нияз Мәһәҙиев, район Советы секретары Хәнифә Вәлиева, Ғәлиәкбәр мәктәбенән вәкилдәр, уҡыусылар, ауыл халҡы ҡатнашты.
Тантанала сығыш яһаусылар уҡыусыларҙы белем байрамы менән ҡотланы, атай-олатайҙарҙың ҡаһарманлыҡтары тураһында һөйләне.
Мәктәп баҡсаһында фундаментҡа ике гранит плита урынлаштырып эшләнгән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә арналған обелискты Иҫке Собханғол мәктәбе һәм Ғәлиәкбәр филиалы хеҙмәткәрҙәре үҙ көстәре менән төҙөгән.
Ауылға һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан (17 кеше) һәм яу ҡырында ятып ҡалған (11 кеше) 28 яугирҙең исем-шәрифтәре мәрмәргә уйылып яҙылған. “Мәктәп бинаһы эргәһенә урынлаштырылған обелиск ауыл халҡының иҫтәлекле урынына әүерелһен”, - тип теләне был изге эштең инициаторы З. Толомғужин.
Риф Иҫәнов, башҡорт телен һәм мәҙәниәтен тергеҙеүгә, ерлектәге тарихты һаҡлауға бар көсөбөҙҙө йәлләмәйек, тип яңынан-яңы һәйкәлдәр ҡуйыуҙың мөһим сара булыуын билдәләне.
Ҡотлау һүҙҙәрен Зөһрә Ҡотлогилдина менән Нияз Мәһәҙиев та еткереп:
- Иң оло хөрмәт – һуғыш ветерандарына, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә һәр ваҡыт хөрмәт менән ҡараған ауылдаштарына. Атай-олатайҙарының ҡаһарманлығын мәңгеләштереү - халҡыбыҙҙың изге бурысы һәм киләсәге, - тинеләр.
Йыр-моң менән үрелеп барған тантанала Ғәлиәкбәр ауылының үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары башҡарыуында яңғыраған йырҙар байрамға айырыуса йәнлелек өҫтәне. Обелискыға венок һәм сәскәләр һалынды. Йәш быуын ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын онотмаһын өсөн башҡарыла бындай эштәр. һәр кемдең сығышы игелекле эштәр атҡарырға, тарихыбыҙҙы онотмаҫҡа саҡырыу булып яңғыраны.