Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2018, 12:05

Экологик акцияны юбилейыбыҙға бағышлайбыҙ

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Бөтә донъя таҙалыҡ көнөндә “Сделаем!” тип аталған экологик акцияға ҡушылырға саҡыра. Акция 15 сентябрға билдәләнгән.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Бөтә донъя таҙалыҡ көнөндә “Сделаем!” тип аталған экологик акцияға ҡушылырға саҡыра. Акция 15 сентябрға билдәләнгән.
Технологиялар һәм промышленность үҫешкән һайын планетабыҙ сүп-сарға нығыраҡ бата кеүек. Киләһе быуынға тирә-яҡ мөхитебеҙҙе ағыуланған, бысранған килеш тапшырыу ҡурҡынысы янай. Ҡайһы бер төр сүп-сарҙан тәбиғәт үҙ көсө менән генә таҙарына алмай, күптәренән арыныр өсөн уға бер-нисә йөҙ йыл кәрәк. Акцияның маҡсаты халыҡтың иғтибарын ошо проблемаға йүнәлтеп унан сығыу юлдарын эҙләү, көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүсе яңы тармаҡ барлыҡҡа килтереү. Проект сүп-сарҙы айырым йыйып эшкәртеү, экологик яҡтыртыуҙы, сүп-сар булырға мөмкин әйберҙәрҙе (мәҫәлән, полиэтилен ҡапсыҡтар, пластик шешәләр) ҡулланыуҙы кәметеү кеүек принциптарҙы хуплай.
Акцияның Башҡортостандағы координаторҙары республиканың 200 мең кешеһен йәлеп итергә, һәм улар менән үҙҙәре йәшәгән ауыл-ҡалаларҙы, тирә-яҡты таҙаларға тигән маҡсат ҡуйған. Тәбиғәтте һаҡлау ойошмаһы булараҡ, райондаштарыбыҙҙы акцияға ҡушылырға саҡырабыҙ ,бигерәк тә йәш быуындың битараф булмауын теләйбеҙ. Ауылдарҙа халыҡ таҙалыҡ һаҡлаһа ла, яҡын-тирәләге урмандарҙа, йылға буйҙарында сүп-сар түгелә, бысраҡлыҡты ҡайһы берял итеүселәр ҙә ҡалдыра. Беҙҙең районды башҡа кешеләр килеп сүп-сарҙан таҙаламаясаҡ, шуға ла тирә-яғыбыҙға иғтибарлыраҡ булһаҡ ине.
Ҡурсаулыҡ был акцияға ҡушыла һәм уны үҙенең тап ошо көндә билдәләнәсәк 60 йыллыҡ юбилейына бағышлай. Бигерәк тә мәктәп уҡыусыларының акцияла ихлас ҡатнашыуын һорайбыҙ һәм уларға ошондай тәҡдим менән мөрәжәғәт итәбеҙ. Ҡайһы мәктәп уҡыусылары ошо сарала иң ихласы булып таныла, шуларға ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡҡа киләсәк һәм күңелле сара үткәрәсәк. Шулай уҡ акцияла ҡатнашыусы ойошмалар һәм райондаштарыбыҙҙан акция барышынан фотолар һәм ҡатнашыусылар һанын беҙҙең менән бүлешеүен һорайбыҙ. Фотоларҙы һәм мәғлүмәттәрҙе ҡурсаулыҡтың “Бәйләнештә” селтәрендәге “С любовью, Шульган-Таш” төркөмөнә ебәрегеҙ. Район буйынса үҙебеҙҙе акцияның координаторҙары итеп иғлан итеп, Рус география ойошмаһының Төбәк бүлексәһенә был башланғысты бөрйәндәрҙең нисек ҡабул итеүе тураһында хәбәр итеп берҙәмлегебеҙҙе иҫбатларға теләйбеҙ. Райондаштар, ә һеҙ беҙҙе ошо ысул аша юбилейыбыҙ менән ҡотларға әҙерһегеҙме?
Л. Хәйбуллина,
“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы хеҙмәткәре
Читайте нас: