Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2018, 18:44

Наркоманияға ҡаршы - бергәләп

Наркоманияның йәмғиәт өсөн үтә хәүефле булыуы уны таратыуға көрәштә бөтә мөмкин булған сараларҙы ҡулланыуҙың кәрәклеген иҫкәртә. Шундай сараларҙың береһен РФ ҡануниәте составтарында наркотик средстволар йәки психотроп матдәләр йәки уларҙың прекурсоры булған үҫемлектәрҙе мотлаҡ юҡ итеүҙә күрә.

Наркоманияның йәмғиәт өсөн үтә хәүефле булыуы уны таратыуға көрәштә бөтә мөмкин булған сараларҙы ҡулланыуҙың кәрәклеген иҫкәртә. Шундай сараларҙың береһен РФ ҡануниәте составтарында наркотик средстволар йәки психотроп матдәләр йәки уларҙың прекурсоры булған үҫемлектәрҙе мотлаҡ юҡ итеүҙә күрә.

“Наркотик средстволар һәм психотроп матдәләр тураһында” Федераль закондың 29-сы статьяһының 3 һәм 4-се пункттарына ярашлы, ер участкалары милекселәре йәки уның менән файҙаланыусы булған юридик һәм физик шәхестәр был участкаларҙа үҫкән йәки культивацияланған составында наркотиктар булған үҫемлектәрҙе тулыһынса юҡ итергә бурыслы.

Вәкәләтле органдар билдәләгән ваҡыт эсендә гражданин йәки милексе үҙ биләмәһендәге бындай үҫемлектәрҙе юҡ итеү буйынса бурыстарын үтәмәгән хәлдә, вәкәләтле орган уларҙы мәжбүри юҡ итеүҙе тәьмин итә һәм уның өсөн киткән сығымдарҙы бурыстарын үтәмәгән юридик һәм физик шәхестәр иҫәбенә ҡаплата.

Сооставында наркотик вредстволар булған үҫемлектәрҙе юҡ итеү уларҙы законһыҙ әйләнешкә сығарыу мөмкинлеген инҡар иткән теләгән бер техник ысул менән башҡарыла. Шул уҡ ваҡытта тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеге, янғын хәүефһеҙлеге өлкәһендәге талаптар үтәлергә тейеш.

Юридик һәм физик шәхестәр был үҫемлектәрҙе юҡ иткәндән алып өс эш көнө эсендә иҫкәрмә биргән вәкәләтле органға был турала хәбәр итергә тейеш.

Составтарында наркотик средстволар булған үҫемлектәр исемлегендә мәк сәскәһе лә бар. Тап шул үҫемлек йыш ҡына наркомандарҙың енәйәти иғтибары объектына әйләнә лә инде. Шуға күрә үрҙә әйтелгән тәртиптә уны юҡ итеү мотлаҡ.

Составтарында наркотиктар булған үҫемлектәрҙе юҡ итеү буйынса бурысты үтәү закон тарафынан ҡаралған административ яуаплылыҡ менән тәьмин ителгән.

РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһына кодексының 10.5 статьяһына ярашлы, ер хужалары йәки ер менән файҙаланыусылар тарафынан рәсми иҫкәрмә алғандан һуң да составтарында наркотик средстволары булған ҡырағай үҫеүсе үҫемлектәрҙе юҡ итеү буйынса саралар күрмәүе өсөн граждандарға административ штраф ҡаралған. Уның суммаһы түбәндәгесә: граждандарға – 1500 һумдан алып 2000 һумға тиклем; вазифалы кешеләргә – 3000 һумдан 4000 һумға тиклем; юридик берәмектәргә – 30 000 һумдан 40 000 һумға тиклем.

Йәнә шуны һыҙыҡ аҫтына алырға кәрәк: составтарында наркотиктар булған үҫемлектәрҙе законһыҙ үҫтергән өсөн закон тарафынан административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Наркоманияның таралыуына ҡаршы бары тик дәүләт органдары, урындағы үҙидаралыҡ органдары, ойошмалар һәм граждандар менән бергәләп көрәшкәндә генә уңышҡа өлгәшергә мөмкин.

Бөрйән районы биләмәһендә составында наркотиктар булған үҫемлектәрҙе асыҡлау һәм ошо тематикалағы башҡа һорауҙар буйынса район прокуратураһы тарафынан “Ҡыҙыу линия” ойоштрола.

Әгәр һеҙгә составтарында наркотиктар булған үҫемлектәр үҫкән урындар билдәле икән, анономлыҡ шарттарында түбәндәге телефондар буйынса район прокуратураһына хәбәр итә алаһығыҙ: 3-52-35, 3-52-08.

К. ИСЛАМОВ, прокурор ярҙамсыһы, 3-сө класлы юрист.


Читайте нас: