Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2018, 18:25

Акция тамамланды

Башҡортостанда «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы тамамланды. Сара 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем уҙғарылды. Быйылғы йылда районыбыҙҙа «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһы юғары кимәлдә үтте тип һис шикһеҙ әйтергә була. Был хәйриә акцияһын ойоштороуҙа Бөрйән муниципаль район хакимиәтенең роле бик ҙур, шуға ла беҙ был ҙур эште күмәкләшеп йырып сыға алдыҡ тиһәк бер ҙә хата булмаҫ.

Башҡортостанда «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы тамамланды. Сара 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем уҙғарылды.

Быйылғы йылда районыбыҙҙа «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһы юғары кимәлдә үтте тип һис шикһеҙ әйтергә була. Был хәйриә акцияһын ойоштороуҙа Бөрйән муниципаль район хакимиәтенең роле бик ҙур, шуға ла беҙ был ҙур эште күмәкләшеп йырып сыға алдыҡ тиһәк бер ҙә хата булмаҫ.

Тәүҙә үткән йылдағы һандарға күҙ йүгертеп алайыҡ, 43 ойошма һәм 15 шәхси эшҡыуар ярҙамында 159 376 һум аҡса йыйылды. 45 балаға комплектланған сумка, 73 балаға мәктәп кәрәк-яраҡтары, 55 балаға уҡыу кейемдәре тапышырылды. Шулай уҡ, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы - 15, ИКЦ - 7 һәм ветстанция – 1 балаға адреслы ярҙам күрһәтте. Быйылғы «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы барышында 196 балаға ярҙам күрһәтелгәйне.
Быйыл 36 ойошма, 9 шәхси эшҡыуар, 3 изге күңелле кешеләр ярҙамында 129462 һум аҡса йыйылды. 42 балаға комплектланған сумка, 149 балаға мәктәп кәрәк-яраҡтары,10 балаға уҡыу кейемдәре тапышырылды. Быйылғы «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы барышында 201 балаға ярҙам күрһәтелде.

Хәйриә акцияһына ойошмаларҙан тәүгеләрҙән булып Центр.бухгалтерия сельских поселений, «Алаҡуян» МУП-ы, ГКУ РБ Бурзянское лесничество, район үҙәк дауаханаһы, «Масем» балалар һәм үҫмерҙәр клубы, ветстанция, муниципаль район хакимиәте, «Газпром», Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте, Пенсия фонды идаралығы, «Таң» гәзите редакцияһы, Связь Старосубхангуловский ЛТС ҡушылды, Шулай уҡ, «Урал» ФОК-ы, ДРСУ, КУС (милеккә идара итеү комитеты), Яңы Монасип мәктәбе, ООО «КомЭнергоСервис», Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, мәҙәниәт бүлеге, мәшғүллек үҙәге, РЭС, ИКЦ, Казначейство, Бурзянский лесхоз, ЭСКБ Восток, ПК Бурзянский, «Уралсиб» банкы, АНО «Атайсал», ГБПОУ ЗАПК, почта, МФЦ, мәғариф бүлеге, Баҙал мәктәбе, «Берҙәм Рәсәй» партияһынан ярҙам алдыҡ.

Шулай уҡ, изге күңелле кешеләр: Саитбатталова Зифа, Бикбулатова, Йәмилова Х, шәхси эшҡыуарҙар: Бәшәров Й.Й., Насретдинов З.Х., Сибай, Йәтимова Г., Сибай, Чунин В.Н., Огурцова Л.Р., Сафина Г.А., Ишморатов И.З., Галин ҙур теләк менән әйберләтә ярҙам ҡулы һуҙҙылар.

Сибай ҡалаһының шәхси эшҡыуары – В.Н. Чунинды айырым телгә алмау мөмкин түгел, былтырғы йыл 48 меңлек әйберләтә ярҙам күрһәткәйне, быйыл 36250һумға кейемләтә ярҙам итте. Әлеге мәлдә был кейемдәр таратылманы, сентябрь һәм октябрь айҙарында акция ойоштороп, мохтаж ғаиләләргә таратып бирәсәкбеҙ.

Һәр ваҡыт мохтаж кешеләргә изгелек өләшкән, яҡты эҙ ҡалдырған ойошма-учрежденияларға, шәхси эшҡыуарҙарға, райондаштарға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә күп тапҡыр сауап булып ҡайтһын, тормоштан һәм эштәрегеҙҙән йәм табып йәшәргә яҙһын тигән теләктә ҡалабыҙ. Һеҙҙең изгелегеҙҙән 201 бала шатлыҡ ҡыуаныстары кисерә.
Ғаилә үҙәгенең Бөрйән районындағы бүлеге