Башҡортостанға Саксония ирекле дәүләте Ландтагының рәсми делегацияһы килде. Сәфәр Башҡортостан һәм Саксония араһында парламент-ара хеҙмәттәшлек сиктәрендә ойошторолдо. 25 кешенән торған рәсми делегация республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, министрлыҡтар, дәүләт комитеттары вәкилдәре менән осрашты, Башҡорт дәүләт аграр университетын ҡараны. Ҡунаҡтар Башҡортостан биләмәһендә киң спектрҙағы тауарҙар етештереү буйынса уртаҡ предприятиелар ойоштороу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды, Өфө-Дрезден тура рейсын ойоштороу һәм студенттар менән алмашыу, ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүлеүҙә, эшкәртеүҙә һәм утилләштереүҙә немец технологияларын ҡулланыу мәсьәләләрен ҡараны, аграр университет студенттарын Саксония фермерҙарына практикаға саҡырҙы.
Өфө ҡалаһынан тыш, делегаттар шулай уҡ Өфө, Белорет, Бөрйән райондарында ла булды. Беҙҙең районда улар Шүлгән мәмерйәһен ҡараны, боронғо һүрәттәр менән ҡыҙыҡһынды, солоҡтарҙан бал алыу процесын күҙәтте.
Бөрйән ере ҡунаҡтарҙа ниндәй тәьҫораттар уятҡан? Һүҙ – Саксония вәкилдәренә.
- Рәсәй - бик ҡыҙыҡлы ил. Мин һеҙҙең легендаларға, һеҙҙең матур тәбиғәткә һәм балығыҙға ғашиҡ булдым. Һеҙҙең бал мине айырыуса ҡыҙыҡһындыра, сөнки мин Германияла шеф-ашнаҡсы ла булып эшләйем. Балығыҙ - биологик яҡтан таҙа продукт, үҙе бик тәмле, әҙерләнеше лә ҡыҙыҡ.
- Башҡортостанда беренсе тапҡыр ғына түгелмен. Өфөлә, Стәрлетамаҡта булғаным бар, тик һеҙҙең төбәктә булғаным юҡ ине әле. Бында миңә бик оҡшай, мин дә, башҡа коллегаларым кеүек, һеҙҙең тәбиғәткә сикһеҙ һоҡланам. Минең уйымса, һеҙҙең районда туристик потенциал бик ҙур һәм киләсәктә был өлкәлә хеҙмәттәшлек булырға мөмкин.
Айырыуса балдың етештерелеүен ҡарау бик ҡыҙыҡлы булды, сөнки минең һайлау участкамда ла ҙур умарталыҡ бар. Беҙҙә лә бал насар түгел ул, әммә башҡорт балы иҫ китмәле! Минең уйлауымса, нәҡ ошо беҙҙең илдәр араһындағы хеҙмәттәшлек өсөн һәйбәт күпер буласаҡ.