Тел һәм ер төшөнсәләре беҙҙең халыҡты борсой торған мәңгелек мәсьәләләр иҫәбендәлер инде. Быны милләтселек тип түгел, патриотлыҡ тип аңлау зарур.
Һуңғы осорҙа тел тирәләй ҡуйырған болоттар йәмәғәтселекте тағы бер ҡужғытып алды. Аҙағы нимә меннә бөтөр – ваҡыт күрһәтер. Ошо көнүҙәк мәсьәлә Бөрйән районы башҡорттары Ҡоролтайын да борсомай тормай. “Кесе ҡор” трибунаһы – Ҡоролтай етәксеһе, район мәғариф бүлеге начальнигы Ришат Шәрипов менән уның урынбаҫары Сабир Көҫәпҡоловтарға.
Р. Шәрипов: “Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттарының “Рәсәй Федерацияһының Мәғариф тураһында” Федераль законына үҙгәрештәр индереү тураһында инициатива менән сығыш яһауы мәғлүм. Ул туған телдәрҙе, милли республикаларҙың дәүләт телдәрен уҡытыу мәсьәләһенә ҡағыла. Был йәмғиәттә ризаһыҙлыҡ тыуҙырып, Рәсәй субъекттарынан Дәүләт Думаһына ҡултамғалар ебәрелде, хаттар яҙылды. Һөҙөмтәлә, закон проектын ҡарау көҙгөлөккә ҡалдырылғайны, 8 июлгәсә төбәктәрҙән тәҡдимдәр ҡабул ителәсәк, тигәйнеләр. Әммә закон сығарыусылар фекерен ҡырҡа үҙгәртте – яңы уҡыу йылы ошо законға ярашлы башланырға тейеш, тип, уны 19 июндә беренсе уҡыуҙа уҡ ҡабул итеп ҡуйҙылар. Ә 3 августа илебеҙ Президенты В. Путин был законға ҡул ҡуйҙы. Шулай итеп, туған телдәр хәҙер ата-әсәнең ғаризаһына ҡарап уҡытыласаҡ.
Ошо законға ярашлы, хәҙер туған телдәрҙе һәм дәүләт телдәрен өйрәнеүҙе һайлау ата-әсәләрҙең йәки уҡыусыларҙың законлы вәкилдәренең ихтыярында, йәғни мәктәптә уҡытыу һәм тәрбиә телен ата-әсә һайлай. Закон проектында “туған телдәрҙе һәм дәүләт телдәрен белем усағының мөмкинлектәренән сығып уҡытырға”, тигән юлдар ҙа бар. Бөгөнгө иҡтисади тотороҡлоҡ булмаған заманда был да борсоуға һалыр нәмә.
Беҙҙең районда башҡорт теле туған тел булараҡ өйрәнелә. Был тәңгәлдә хафаланырға урын юҡ һымаҡ. Тик ҡайһы бер мәктәптәрҙә бәғзе бер ата-әсәләрҙең теләге буйынса “Тыуған яҡты өйрәнеү” предметы русса уҡытыла. Мин быға ҡырҡа ҡаршы. Ни өсөнмө? Бала бит нәҡ ошо дәрестә тирә-яҡ мөхит, кесе һәм оло Ватаны, ер-һыу атамалары, ағас-ҡыуаҡтар, үҫемлектәр, хайуандар донъяһы һ.б. таныша, төшөнсәләргә өйрәнә. Ошолай барһа, тиҙҙән беҙҙең башҡорт балаһы ҡарағайҙы “сосна” тип һөйләйәсәк. Беҙҙең отчеттарҙа ла туған тел - башҡорт теле, тип китә. Әлеге предмет русса уҡытылғас, был ысынбарлыҡҡа тап килмәй.
Тағы бер ғәжәпләнерлек урын – ата-әсәһе русса һөйләшмәһә лә, өйҙә йәнһүрәт ҡарау бәләһеме, башҡа сәбәпме – балалар русса һөйләшеп уйнай. Балалар ике телде лә белһен, әммә баҡса, башланғыс кластар осоронда үҙ телен өйрәнһен. Хәҙер баланы әүрәтеүҙең яңы “ысул”ын уйлап таптылар: мыжыған балаға планшет, айфон тотторалар ҙа – вәссәләм. Ата-әсә үҙенең өҫтөндә эшләһен, балаһына туған телдә әкиәттәр һөйләһен ине.
Был өлкәлә район мәғариф бүлегенең эш йүнәлеше – балалар баҡсала, башланғыс мәктәптә туған телдә белем һәм тәрбиә алһын. Ә төп дөйөм белем биреүҙә теүәл, тәғәйен фәндәр русса өйрәнелә, 10-11-се кластар тулыһынса русса уҡытыла, сөнки БДИ-ға әҙерлек – төп маҡсат.
Районда башҡортса китаптар 100 проценты менән етә, алдырыла. Балаларҙы туған телебеҙҙә уҡытыу буйынса кәртәләр юҡ кеүек. Ата-әсәгә мәктәптә уҡытыу, тәрбиә телен һайлау мөмкинлеге бирелгән икән, ошо уҡ ата-әсәләр - мин, һин һәм башҡалар – шул уҡ район халҡы бит. Үҙебеҙҙең телебеҙ тамырына балта сапмайыҡ, аҡыл менән, киләсәкте уйлап эш итәйек – отолмаҫбыҙ.
Кешенең теле ниндәй телдә асылған, ата-әсәһе, туғандары менән ғаиләһендә ниндәй телдә аралаша, мәктәптең тәүге баҫҡысында ошо телдә уҡытыу айырыуса мөһим икәнлеге хаҡында бөйөк педагог Ян Коменский былай яҙа: ”Туған телен белмәҫ борон кемделер икенсе бер сит телгә өйрәтеү – әле тәпәй ҙә баҫмаған баланы атҡа һыбай атландырыу менән бер” (Я. Коменский, “Туған тел мәктәбе идеяһы”).
Йәки үҙебеҙҙең билдәле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, ысын мәғәнәһендә ил инәһе Мәрйәм апай Бураҡаеваның фекеренә ҡолаҡ һалайыҡ: ”Туған тел – аралашыу ҡоралы ғына түгел. Ул ҡанға (генға) һалынған, быуындан-быуынға күсә килгән һәләтте үҫтереүсе төп шарт. Ҡан хәтерен уятыусы ла, һәләтте асыусы ла, үҫтереүсе лә – туған тел. Балаларыбыҙҙы туған телдән яҙҙырып, әллә ниндәй һәләттәрен юҡҡа сығарабыҙҙыр.
Икенсенән, туған тел – ул туған моң. Ә туған моң – нерв күҙәнәктәрен дауалаусы төп сараларҙың береһе. Тәбиғәт беҙгә моңдо, йырҙы, шиғриәтте, башҡа төр сәнғәтте күңел дауаһы итеп бар иткән. Туған телһеҙ ҡалған кеше күңел дауаһын ниҙән алыр, ниндәй телдә йырлар? Тәбиғәттең өйрәнелеп бөтөлмәгән серле бүләге бит ул күңел дауалаусы туған моң”.
С. Көҫәпҡолов: «2011 йылда Иҫке Собханғол мәктәбендә туған телдәрҙе уҡытыу системаһы бөтөрөлгән. Шуға тиклем башҡортса уҡытҡандар. Ошо мәктәптән район, республика өсөн күпме данлыҡлы кешеләр сыҡҡан! Ата-әсәләргә мөрәжәғәтем – башҡортса уҡытыу системаһын кире тергеҙегеҙ. Ҡоролтайға мөрәжәғәт итегеҙ. Бер генә ата-әсә, баламды башҡортса уҡытығыҙ, тип ғариза яҙһа, башҡорса уҡытыласаҡ. Үҙ телебеҙгә, киләсәгебеҙ яҙмышына шул хәтлем дә битараф булмайыҡ инде. Ата-әсәләр араһында матур итеп аңлатыу эштәре алып барыу шарт. Кеше булыу өсөн ниндәй телдә уҡыуың мөһим түгел, башҡорт булыу өсөн барыбер һис юғы башланғыс кластарҙа башҡортса уҡыу шарт».
16 августа 11.00 сәғәттә район мәғариф бүлегендә уҡыу йылы алдынан Ҡоролтай “түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеү үткәрә - рәхим итегеҙ!