Фәнүзә Шәкир ҡыҙы 1958 йылдың 1 авгусында Байназар ауылында донъяға килә. 9-10-сы синыфтарҙа уҡығанында уҡ ауыл хужалығы институтында агрономия буйынса, хәҙергесә әйткәндә, дистанцион рәүештә (контроль эштәрен хат аша ебәреп) белем ала. Мәктәптән һуң ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын тамамлап, Өфө районының үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса станцияһы агрономы, Бөрйәнгә ҡайтып, райком ВЛКСМ-ының иҫәп һәм финанстар секторы мөдире, ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы булып эшләй, 19 йыл Бөрйән орлоҡсолоҡ инспекцияһын етәкләй. Инспекция бөтөрөлгәс, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем райондың ауыл хужалығы идаралығында баш агроном вазифаһын башҡара.
- Фәнүзә Шәкир ҡыҙы грамоталы белгес булды. Кабинетта ултырманы, яландарҙа, хужалыҡтарҙа йөрөнө, орлоҡтарҙы ғына түгел, сәскестәрҙе лә контролдә тотто, Өфө менән тығыҙ бәйләнештә эшләне. Тура һүҙле, кешегә ипле мөнәсәбәтле хеҙмәткәр булды, - ти уның менән оҙаҡ йылдар бергә эшләгән Дамир Яхин.
Ҡатын-ҡыҙҙың төп бәхете – ғаилә именлегендә. Был йәһәттән Фәнүзә Шәкир ҡыҙына борсолаһы түгел - тормош иптәше Рәүф Фәруҡ улы ла, улдары - нефть-техник университетын тамамлап, Өфөлә эшләп йөрөгән Өлфәт менән БДУ-ның физика-техник факультетында белем алыусы Илдар ҙа уның өсөн өлтөрәп тора. “Шөкөр, 3 егетемдән дә уңдым, 3 тағаным тип кенә йөрөтәм үҙҙәрен”, - ти бит үҙе лә! Өлфәттәре быйыл ата-әсәһенә юллама бүләк итеп, шифаханала ял иттереп тә алған әле.
Маликовтарҙың донъяһы үҙе бер хужалыҡмы ни – һыҙырып баҡса үҫтерәләр, ҡош-ҡорт үрсетәләр, бал ҡорттары тоталар. Әле еләккә йөрөп, емеш эшкәртеп мәж киләләр. Үҙҙәренән артҡан йәшелсә-емештәрҙе лә, йомортҡаны ла һатып ебәрәләр, магазиндарға ҡуялар.
- Быйыл бына ҡарағат, крыжовник, ағас еләге, виктория һаттыҡ. Хатта ҡомалаҡҡа бешерелгән икмәкте лә килеп алалар. Донъя мәшәҡәттәрендә иремдең ярҙамы бик ҙур, күп эште бергәләп башҡарабыҙ, - ти хужабикә.
Агрономдың баҡсаһы – үҙе бер хазина: ҡәҙимге йәшелсәләрҙән тыш, емеш ағастарының төрлө сорттары, патиссон, фасоль, ҡара борсаҡ, сәскәләр янында башаҡлы декоратив культуралар ҙа үҫә. Өйҙәре янындағыһынан тыш, Иҫке Мөсәт ауылында ла баҡсалары бар икән.
Ғөмүмән, хаҡлы ялда булыуынан йәм табып, һәр минутын файҙалы итеп үткәрергә тырыша Фәнүзә Шәкир ҡыҙы. Үҙеңде ярты һүҙҙән аңлаған кешең менән иңгә-иң терәшеп, бер-береңә терәк-таяныс булып йәшәү, баҡсала гөж килгән бал ҡорттарын тыңлап, шифалы бал, күпереп бешкән өй икмәге менән ҡуҙ самауырында боҫраған сәйҙәр эсеү үҙе үк бәхет түгелме һуң?
Һүрәттә: “Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге”нең директоры, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға һайлауҙарҙа депутатлыҡҡа кандидат А. Бейембәтов, баш бухгалтер Г. Солтанбаева һәм баш зоотехник А. Шәрипов Фәнүзә Шәкир ҡыҙын юбилейы айҡанлы ҡотланы.