Береһе өсөн береһе кәрәк, береһе өсөн береһе терәк булған матур парҙар етәһе беҙҙә – уларҙың тормош-йәшәйеше һоҡланырлыҡ, атҡарған эштәре һоҡланырлыҡ, тапҡан-баҡҡан балалары – күҙ ҡыуанысы, бергәлектәре – илгә ҡот, милләткә бәҫ.
ЗАГС бүлеге начальнигы Гөлсәсәк Дауытова оло быуын вәкилдәренә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Ҡотлау хатын, бүләген тапшырҙы, изге теләктәрен юлланы.
61 йыл иңгә-иң терәшеп ғүмер юлын үткән был аҫыл парҙың ошо көндә тәүге ғаилә байрамын - никах туйҙарын билдәләгән йәштәргә - Әбделмәмбәт ауылы һылыуы Фаягөл менән Мәһәҙей ауылы егете Тимур Ғарифуллиндарға ла әйтер һүҙҙәре тос һәм аҡылдың үҙе ине.
- Тормош булғас, төрлө саҡтар була, ҡашығаяҡ шалтырамай ҙа тормай. Әммә йәшлек мөхәббәтегеҙҙе сал ҡартлыҡта ла һүрелтмәй, бер-берегеҙҙе аяп-аңлап йәшәгеҙ, тормош һынауҙары алдында бирешмәгеҙ, өй эсендәге хәлде тышҡа сығармағыҙ, берегеҙ ут булһа, икенсегеҙ һыу булығыҙ. Ошо саҡта ғына ғаиләлә именлек, бәрәкәт, ҡот була, - тип ихлас кәңәштәрен еткерҙе ололар.
Йәштәр ҙә, үҙ сиратында, ололарға матур кәңәштәре өсөн рәхмәт әйтеп, нәҡ улар кеүек өлгөлө пар булып йәшәргә, бергәлектең 60-70-ендә лә һынатмаҫҡа һүҙ бирҙе.
Икеһе лә юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығында оҙайлы хеҙмәт юлы үткән Нурутҡоловтарҙы ҡотларға коллегалары ла килгәйне. Мәжит Ҡолдәүләтовтың моңло йыры ҡарттар күңеленә генә түгел, ошо матур сараның шаһиты булған һәр кемдең күңеленә майҙай яғылды. Балалар рәхмәте – ата-әсә бәхете. Балаларының рәхмәт һәм ҡотлау һүҙҙәренән былай ҙа асыҡ йөҙҙәре яҡтырып, яурындары турайып киткәндәй булды ололарҙың.
- Миңнурыйҙы 17 йәшендә генә кәләш итеп алдым. Бер йыл ЗАГС-ҡа барып яҙыла алмай йөрөнөк. Шөкөр, үкенмәҫлек итеп йәшәнек: бына тигән 6 балаға ғүмер һәм тәрбиә бирҙек. Олобоҙға – 60, төпсөгөбөҙгә 50 лә тула, Алла бирһә. Игеҙ һыңары Гөлдәр генә Себер тарафтарында, ҡалғандар үҙ районыбыҙҙа. Әле булһа ла балалар ярҙамы менән һыйыр көтәбеҙ, һауын кәзәләре, ҡош-ҡорт бихисап. Картуфты ла, йәшелсә-емеште лә үҫтерәбеҙ, ҡартайырға ваҡыт юҡ, - ти хеҙмәт юлын 8-се класты бөтөр-бөтмәҫ башлап, колхозда ла, леспромхозда ла бил бөккән, тыумышы менән Ишдәүләт ауылыныҡы булған Һатыбал ағай.
Йәш килендәрҙең күҙен ҡыҙҙырып әле булһа һыйырын, кәзәһен һауып, ағын эш итеп, ҡымыҙ эшләп эсеп ултырған Миңнурый апайға күҙ генә теймәһен – өйө тулы гөл, баҡсаһы тулы сәскә, һәр ерҙә тәртип – бында оло быуын вәкилдәре йәшәй тип уйламаҫһың да.
-“Таң”, “Йәшлек” гәзиттәрен даими алдырабыҙ, хатта кем алыҡтан талаша-талаша уҡыйбыҙ. Беҙҙең быуынға еңел яҙмыш бирелмәне, шулай ҙа бирешергә уй юҡ – ашарға бар, балалар ярҙам итеп тора, оло кешегә тағы нимә кәрәк, - тип һүҙгә ҡушыла әле булһа төҫ ташламаған Миңнурый апай.
Эйе, бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта, тиҙәр. Йәштәр йәшлек дәрте, хистәрҙең сағыулығы менән алдырһа, ололарҙа алтынға тиң аҡыл, тәжрибә бар. Оло һүҙен тыңлар йәштәр, кесене һанлар ҡарттар барында милләт рухы һүнмәҫ, тормош бәҫе төшмәҫ.
А. Рәжәпова.