19 июлдә Дәүләт Думаһы пенсия системаһындағы үҙгәрештәр тураһындағы закон проектын тикшереүгә тотондо. Парламенттың түбәнге палатаһы беренсе уҡыуҙа министрҙар кабинеты индергән инициативаны ҡараны һәм яҡлап сыҡты. Документты ҡабул итеү өсөн 327 депутат тауыш бирҙе, ҡаршылар – 102, 1 парламентарий тауыш бирмәне, тип хәбәр итә ТАСС.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының генсовет секретары урынбаҫары, Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Равенко, партия пенсия системаһының яңы параметрҙарын тикшереү өсөн бөтә инструменттарҙы – беренсел ойошмаларҙан башлап дискуссия майҙансыҡтарына тиклем – эшкә екте, тине. Парламенттың түбәнге палатаһы хөкүмәт закон проектын киңәйтелгән вариантта тикшерәсәк ошондай процедурала Рәсәй бюджеты ҡабул ителә.
Пенсия системаһын үҙгәртеү тураһындағы закон проекты яйлап-яйлап пенсияға сығыу йәшенең үҫешен – ирҙәр өсөн 65 йәштән (2028 йылға) һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 63 йәштән (2034 йылға) күҙаллай. Әле ул ирҙәр өсөн – 60, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 55 йәш.
Пенсия йәшенең күтәрелеүе беренсе сиратта 1959 йылғы ир-атҡа һәм 1964 йылғы ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыласаҡ: улар 2020 йылда пенсияға сығыу хоҡуғын 61 (ирҙәр) һәм 56 (ҡатын-ҡыҙҙар) йәштә аласаҡ.
Хөкүмәт 2019 йылдан алып этаплап пенсия йәшен күтәреүҙе тәҡдим итә. Был әлеге пенсионерҙарға (46,5 млн. тирәһе кеше) ҡағылмай – улар билдәләнгән пенсияһын һәм социаль түләүҙәрен аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта 2019 йылдан Рәсәй пенсионерының йыллыҡ килеме 12 мең һумға артасаҡ: гражданин ай һайын алдағы йылдағыға ҡарағанда 1 мең һумға артыҡ аҡса аласаҡ. Икенсе төрлө итеп әйткәндә, әгәр гражданин 2018 йылда 14 мең һум пенсия алһа, 2019 йылда, индексация графигын иҫәпкә алып, ул 15 мең һум буласаҡ.
Пенсия системаһындағы үҙгәрештәр тураһында закон проектын икенсегә, өсөнсөгә уҡыуҙар Дәүләт Думаһында көҙ буласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү тураһындағы хөкүмәт тәҡдим иткән проектҡа Рәсәйҙең 80 төбәгенән ыңғай фекерҙәр килде.
Көнһылыу Зәки ҡыҙы Ҡотлобаева, Байназар ауылы, хаҡлы ялда, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы:
-Пенсияға сығыу йәшен “ҡартайтырға” тырышыу – төптө һәйбәт нәмә түгел. Эргә-тирәгә күҙ һалып, үҙеңдең йәштәштәреңде, таныш-тоношоңдо барлау ҙа етә – беҙҙә ир-аттың күбеһе пенсия йәшенә етмәй үлә. Донъя йөгө- ҡатын-ҡыҙ иңендә. Шул йөктө тартайым тип сәсәп-йығылып донъя көткән ҡатын-ҡыҙ әле “йомробаштар” күҙаллаған пенсия йәшенә етерме – быныһы ла елле һорау.
Әле пенсияла булып та эшләп йөрөгәндәр пенсия аҡсаһы етмәгән көндән эшләй. Хәҙер мәғлүмәт заманы – сит илдәрҙең пенсионерҙары хаҡлы ялға сығыу менән илдәр гиҙә, сит илдәрҙә ял итә. Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән минең пенсия аҡсам Башҡортостан буйлап йөрөргә лә форсат бирмәй. Айына бер район үҙәгенә барып йомоштарыңды йомошлайһың да, арҡаңды ныҡҡа терәп өйҙә генә ултыраһың. Пенсиялары “хәйерсенеке” булған өсөн күп кенә хаҡлы ялдағылар өҫтәмә табыш сығанағы булған эш, шөғөл эҙлә
Пенсияға тиклем кеше былай ҙа эштең ҡоло була. Хөкүмәт әлеге аҙым менән кешене үҙенә бәйләй, кешенең аяғын тышай торған йәште оҙайтырға уйлай. Хаҡлы ялға һәр кем үҙенең яҡты уй-ниәттәрен, маҡсат-хыялдарын тормошҡа ашырайым тип сыға. Беҙҙә ошоларҙы бойомға ашырырға мөмкинлек бармы?
Бөгөн күп эш урындары ҡыҫҡартыла. Хатта ташландыҡ бесәйҙәргә приют асалар, ә шул эшһеҙ ҡалғандарҙы уйлаусы, ҡайғыртыусы бармы? Ҡала ерендә фатирына түләй алмай урамда ҡалыусылар бар. Хеҙмәттәр ошоноң сәбәбен асыҡларға, был мәсьәләне хәл итергә тейеш тә бит.
Мин ҡырҙа йәшәүсе ҡыҙыма барғанда юлда 70 йәштәр тирәһендәге бер инәйҙе йыш осратам. Ул баҡсаһында үҫтергән нәмәһе менән һатыу итә. Ҡышҡы сатлама һыуыҡта ла иртәнән ҡара кискәсә тора. Был бит яҡшы тормоштан түгел. Бөгөн күптәр һаулыҡ торошо буйынса мал көтә, теплица тота алмай. Ҡыҫҡаһы, әгәр ошо закон көсөнә инһә, дөрөҫ булмаясаҡ. Хөкүмәт халыҡты яҡламаһа, кем яҡларға тейеш?
Зиннур Ғүмәр улы Боҫҡонов, Әбделмәмбәт мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы:
Мин был нәмәгә ышанмайым – булмаҫтыр ул. Илебеҙ Президенты В. Путин үҙе: “Мин пенсия йәшен күтәреүгә ҡаршы”, - тип әйтте. Был – пиар, сәйәси бутҡа. Мәктәптә 65 йәшлек физкультура уҡытыусыһы эшләп йөрөй, ти...Быны күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Һуңғы нөктәне В. Путин ҡуйыр. Был нәмә булмаҫ, тип әйтер. Ошо ғына.