Экстрим яратыусылар өсөн бындай күңел асыу хеҙмәтен ойошторорға шәхси эшҡыуар Ислам Йәнбирҙинды (һүрәттә) Чечен республикаһында ойошторолған зиплайн тураһындағы телетапшырыу илһамландыра. Бик ныҡ тәьҫир иткән тапшырыу тураһында уйланғандан һуң, үҙебеҙҙә лә ошондай зиплайн төҙөргә була бит, тип, был идеяны бойомға ашырыу буйынса юлдар эҙләй башлай. Идея район хакимиәтендә лә хуплау таба. Хәүефле хеҙмәт төрө өсөн белгестәрҙән төплө проект эшләтеү генә лә бик күп сығымдар талап итәсәген аңлай эшҡыуар.
Был юҫыҡта уға дуҫы, “Салауат нефтехимпроект” ЯСЙ-һының генераль директоры Алексей Ваганов ярҙам итә.
Ул проект эшләп кенә ҡалмай, объектты төҙөүгә лә бер аҙ инвестиция индерә. 2017 йылда зиплайн өсөн ике вышка төҙөлһә, ағымдағы йылда тағы ла икеһен күтәреп ултырталар. Сертификатлы һәм башҡа тейешле контроль үткән кәрәкле ҡоролмаларҙы Мәскәү ҡалаһынан алдырталар. Алдыртыу ғына түгел, Мәскәүҙән ҡоролмалар менән тәьмин итеүсе һәм шул уҡ ваҡытта был өлкәлә белгес-консультант Максим Фрейдин үҙе килеп ҡоролманы урынлаштыра һәм һынап ҡарай. “Яҡшы” баһаһын ҡуйып китә белгес. Тәү ҡарауға бик ябай, гравитация көсө менән эшләгән канат юлын төҙөүгә бик күп сығымдар талап ителә. Сарала ҡатнашҡан район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов был хаҡта:
- Ябай ауыл эшҡыуары өсөн ундай ҙур объект төҙөү еңелдән бирелмәй. Тиҙҙән бында газ үтәсәк, юлдар төҙөкләнәсәк, туристар ағымы ла күбәйәсәк, ул ваҡытта килем дә артыр. Иң мөһиме - бәлә-ҡазаһыҙ эшләргә яҙһын, - тине.
БР Финанс министры Р. Собханғолова иҫтәлекле көн менән ҡотлап, шәхси эшҡыуарға эшендә уңыштар теләне. Тантананың рәсми өлөшө зиплайн вышкаһы алдында ҡыҙыл таҫмалар ҡырҡыу менән тамамланғас, тәүгеләрҙән булып район хакимиәте башлығы һәм ҡунаҡтар канат юлын һынап ҡараны.
Һәр вышкала экстрим яратыусыларҙы оҫта инструкторҙар: Илнур Ғәлин, Рифат Юламанов, Рәнис Йәнбирҙиндар ҡаршы ала. Улар һәр кемгә махсус страховка ҡайыштары эләктереп, шлем кейҙереп, кәрәкле инструктаж үткәреп, баҙнатһыҙыраҡтарын дәртләндереп торҙолар. Әйткәндәй, беренсе канаттың оҙонлоғо 250 метр булһа (унда тиҙлекте туҡтата торған махсус тормоз системаһы урынлашҡан), икенсе канат - 160 метр. Канаттың үткәреү һәләте көнөнә 120 килограмға тиклемге ауырлыҡтағы 100-150 кеше. Ә инде ял көндәрһеҙ эшләгән был экстримда күңел асыу хаҡы - 500 һум.
-Идеямды тормошҡа ашыра алғаныма бик шатмын. Ял итеүселәргә яңы хеҙмәт төрө күрһәтеп, киләсәктә районға туристарҙы йәлеп итеү яғынан да үҙ өлөшөмдө индерергә яҙһын. Район халҡын ишетеп кенә түгел, килеп, күреп, эйеп ҡарарға саҡырам. Рәхим итегеҙ, - ти Ислам Миһран улы.