Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2018, 17:42

Йәйегеҙ файҙалы үтһен

Йәйге каникулда уҡыусылар ял итеп, һаулыҡтарын нығытып ҡына ҡалмай, ә ваҡыттарын файҙалы, мауыҡтырғыс, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәреүе бик мөһим.

Йәй – уҡыусыларҙың яратҡан миҙгеле. Тап ошо ҡояшлы һәм сағыу миҙгелдә уларҙың буш ваҡыты күбәйә. Берәүҙәр уны алдағы уҡыу йылына әҙерлек өсөн яҡшы мөмкинлек булараҡ файҙалана, икенселәр каникулдарын пионер лагерҙарында, шифаханаларҙа йәиһә ата-әсәләре янында үткәреүҙе өҫтөнөрәк күрә, өсөнсөләр буш ваҡытында социаль селтәрҙә аралаша йәки компьютер артында уйындар менән мауыға.

Йәйге каникулда уҡыусылар ял итеп, һаулыҡтарын нығытып ҡына ҡалмай, ә ваҡыттарын файҙалы, мауыҡтырғыс, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәреүе бик мөһим. Йәйҙең яртыһы үтеп тә китте, ә шулай ҙа икенсе яртыһын файҙалы итеп үткәрергә өлгөрәбеҙ әле. Йәйең үкенмәҫлек итеп үтһен өсөн бер-нисә кәңәш:

- Күберәк саф һауала йөрө, китап уҡы, дуҫтарың менән күреш, тәбиғәткә сыҡ, йылға буйына бар, ялан аяҡ йөрө һ.б. Ҡояш һәм саф һауа һиңә яҡшы энергия менән бергә витамин бүләк итер, ялан аяҡ йөрөү табаныңа массаж булып, ҡан әйләнешең яҡшырыр. Эҫе көндә тышта йөрөгән сағыңда баш кейеме менән йөрөргә онотма!

- Яңы һөнәргә өйрән. Мәҫәлән, ҡайнатма ҡайнатырға, балта һәм ҡул эшенә, һүрәт, фото төшөрөргә, бейергә һ.б. Яңы тел дә өйрәнергә була, киләсәктә берәй сит илгә сәйәхәткә барырға тура килһә, телде белеү ярҙам ғына буласаҡ.

- Йондоҙҙарҙы күҙәт. Айырыуса август айында йондоҙҙарҙың шул тиклем матур мәле, кис йондоҙҙарға ҡарап һоҡлан.

- Хыялдарыңды тормошҡа ашыр. Йәйгелеккә хыялдар теҙмәһен яҙ һәм уларҙы яйлап ҡына тормошҡа ашыр.

- Күнекмәләр эшлә. Йәй айы саф һауала күнекмәләр эшләү өсөн бик уңайлы миҙгел. Әгәр яңғыҙыңа күңелһеҙ икән, дуҫтар менән бергә волейбол, теннис, туп уйындары уйнарға, велосипедта йөрөргә була.

- Ата-әсәйегеҙ менән бергә сәйәхәт итегеҙ. Сит илгә, алыҫ ҡалаға сәйәхәт тимәгән, ауыл эргәһендәге матур, тарихи урындарға ғаиләгеҙ менән бергә ял итергә сығығыҙ.

- Фото төшөр. Йәйҙең һәр көнө – үҙе бер матурлыҡ. Көн һайын бер фото төшөрөүҙе үҙеңә маҡсат ит, уларҙың барыһын да «Йәй» исемле альбомға һаҡла. Әгәр фотоға төшөрөргә мөмкинселек юҡ икән, бөгөнгө көнөңдөң матурлығы тураһында ҡыҫҡаса яҙма яҙ. Тәбиғәттең, тирә-йүндең матурлығын күрергә өйрән!

- Хазина ҡумтаһын булдыр. Йәй менән бәйле булған ваҡ әйберҙәрҙе: концертҡа билет, гербарий, фото, кәнфит, туңдырма тышлығы һ.б. бер ҡумтаға йыйып бар. Ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә шул ҡумтаны асып, йәйҙең сағыу көндәрен иҫкә төшөрөргә була.

- Быға тиклем уҡырға хыял итеп тә, уҡыу мәлендә ваҡыт еткерә алмауҙан ситтә тороп ҡалған китабыңды уҡы. Үҙегеҙгә йәй айҙарында нисә китап уҡырға кәрәклеген барлап, план төҙөп алһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ.

- Яратҡан, күңелеңә ятҡан йырҙар тыңла. Йыр тынысландырыу һәм кәйефте яҡшыртыу һәләтенә эйә. Үҙегеҙгә йәй өсөн йырҙар теҙмәһе булдырығыҙ, йәй үткәс тә был йырҙар һеҙҙең күңелле минуттарығыҙҙы хәтергә төшөрөп торасаҡ.

- Ҡул эштәре менән булыш. Яратҡан шөғөлөң булыуы бик яҡшы, шөғөл кеше тормошон тағы ла йәнлерәк, ҡыҙыҡлыраҡ итә. Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына тойолған ҡул эше лә кешегә әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡ килтерә.

- Баҡсала үҙ биләмәгеҙҙе булдырығыҙ. Йәй, иң беренсе сиратта, йәшелсә, емеш-еләк менән күҙ алдына килеп баҫа. Бөтәбеҙҙең дә өй янында баҡсалары бар, шул баҡсала үҙегеҙгә биләмә бүлеп алығыҙ, көҙгә тиклем был биләмә өсөн һеҙ яуаплы: уның ҡыйҙарын утау, һыу һибеү, матурлыҡта тотоу һ.б. Ә бына көҙ үҙ эшегеҙҙең емештәрен күреү һеҙгә күпме шатлыҡ, ҡыуаныс килтерәсәк!

- Йылмай. Иҫкән елгә лә,ҡояш нурҙарына ла, ямғыр тамсыһына ла, яңы асыштарға ла йылмайып баҡ. Күр ҙә тор - һин кешеләргә, тирә-йүнгә йылмайған һайын, башҡаларҙың да йылмайыуын аңғарырһың. Был йәй бер ваҡытта ла кире ҡабатланмаясаҡ, уның иҫтәлекле, сағыу үтеүе бары тик һинән тора.

Күңелле һәм файҙалы, хәтирәләргә бай каникулдар һеҙгә, балалар һәм үҫмерҙәр!



И. Баязитова,
«Ғаилә» үҙәгенең Бөрйән районындағы бүлеге психологы.

Читайте нас: