Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июль 2018, 11:53

Уғатарҙар - йәнә еңеүселәр рәтендә!

Иглин районында традицион яндан уҡ атыу буйынса 3-сө Халыҡ-ара “Мәргән уҡсы” фестивале үтте. 3 турнирҙан торған бәйгелә Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, сит илдәрҙән 82 уҡсы ҡатнашты.

Иглин районында традицион яндан уҡ атыу буйынса 3-сө Халыҡ-ара “Мәргән уҡсы” фестивале үтте. 3 турнирҙан торған бәйгелә Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, сит илдәрҙән 82 уҡсы ҡатнашты.

Тәүге көндә үткән республика турнирында, “Бүрәнә”, “Шыршы”, “Ҡабан”, “Шүлгән”, “Яу”, “Тәҙрә” тигән һынауҙарҙы үтеп, райондаштарыбыҙ Салауат Юлбирҙин – 2-се, Сынбулат Юлбирҙин 3-сө урындар яуланы. Улар араһынан һайлап алынған иң етеҙ 12 уҡсы “Евразия кубогы” турнирында мәргәнлектә көс һынашты. “Евразия кубогы”нда “Даға”, “Ҡотҡарыу”, “Баҫҡыс”, “Ҡарауылтау” һынауҙарын һәм “кереш” исемле өҫтәмә һынауҙы үтеп, Салауат Юлбирҙин 3-сө урын алды.

Бөрйән данын ситтәргә танытыусы мәргән уғатарҙарыбыҙға артабан да уңыштар насип булһын!

Читайте нас: