Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июль 2018, 19:28

Әй еңеүгә әйҙәне

Мәсетле районындафизик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн спорт туризмы буйынса республика ярыштары үтте. Әүҙем ял итеүҙе яратҡандарҙы тынды ҡурыр эҫе лә, шәп ағымлы йылға ла, бил быуарҙан үлән дә туҡтата алманы – һәр команданың еңеүгә теләге шул тиклем көслө ине.

Мәсетле районындафизик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн спорт туризмы буйынса республика ярыштары үтте. Әүҙем ял итеүҙе яратҡандарҙы тынды ҡурыр эҫе лә, шәп ағымлы йылға ла, бил быуарҙан үлән дә туҡтата алманы – һәр команданың еңеүгә теләге шул тиклем көслө ине.

Быйыл турслет йырҙарҙа данеланған матур Әй йылғаһы буйында үтте. Конкурста ҡатнашыусылар сараны ойоштороусыларҙың ошондай күркәм тәбиғәтле ерҙе һайлауына ифрат шатланды: ни генә тиһәң дә, башҡорт ерҙәре иҫ киткес матур, тик беҙ генә уның бөтә гүзәллеген тойоп өлгөрмәйбеҙ.

Тәғәйен урынға барып етеү генә лә ҙур һынау булды – кәпсәп туллтырылған машиналар юлда оҙаҡ ҡына тотҡарланды.Бәғзе бер командалар тейешле ергә барып етеү өсөн 10 сәҫғәттән ашыу ваҡытын юлға сарыф итте.Әмм әсарала ҡатнашыусыларҙың энтузиазмын юл мәшәҡәте юя алманы.

Беренсе сиратта һәр кешегә комфорт тыуҙырып лагерь ҡороп ебәреү шарт ине. Һәр команда үҙен сағыу һәм үҙенсәлекле итеп күрһәтергә тырышты: стена гәзиттәре һәм күрһәткестәр, ял зонаһы (хатта бассейн менән!), махсус ҡорамалландырылған кухнялар (өйҙәгенән һис тә кәм түгел!), флагтар, көслө музыка – барыһы ла булды.

Лагерға урынлашып, эштәр ипкә-һапҡа килгәс, 27 июндә почетлы ҡунаҡтар – Мәсетле райронының башлығы Әнис Әсәҙуллин менән Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының Башҡортостан төбәк оййошмаһы рәйесе Олег Ротовтар ҙур сараға хәйер-фатиха бирҙе.Тәбрикләү телмәрендә улар беҙҙе ярыштарҙа ал бирмәҫкә, шул уҡ ваҡытта тәбиғәт һәм көндөң матурлығы менән һоҡланырға саҡырҙы.

Бәләкәй генә концерттан һуң тәүге ярыштарға – урында ориентир табыуға старт бирелде.Ярышсыларға сикле ваҡыт эсендә билдәле дистанцияны үтеп, контроль нөктәләрендә “билдәләнеп” (уларының бәғзеһе ысын, бәғзеһе юрый башты бутау өсөн ҡуйыл4ан) китеү мотлаҡ.

Өтөп алып барған ҡояш аҫтында ла һәр кем был һынауҙы лайыҡлы үтте.

Ярышта ҡатнашыусылар өсөн дә, тамаша ҡылыусылар өсөн дә иң ҡыҙыҡ уйындарҙың береһе һыу спорты буйынса ярыш булғандыр. Ике һәм дүрт кешелек командаларға махсус әҙерләнгән һыу трассаһын үтергә кәрк булды. Бер уйлаһаң, әллә ни яңылыҡ-фәлән дә юҡ һымаҡ, әммә үҙенсәлекле тәбиғәт ярышҡа үҙ коррективаларын индерҙе: көслө ағым (ул трасса үтеүселәргә ярайһы ғына ауырлыҡ тыуҙырҙы), кискә ҡарай күҙгә күренеп һайыҡҡан һыу ( бәғзе командаларҙың кәмәләре ысын мәғәнәһендә ҡомға терәлә башланы) ярышта ҡатнашыусыларҙы һынап-һынаны. Тамашасылар, ярышсыларға дөрөҫ юҫыҡты күрһәтеү өсөн, саҡ һыуға ырғымай торҙо, тип әйтһәң дә хата булмаҫ – ярыш ысын мәғәнәһендә таһыллыҡты, сабырлыҡты, ныҡышмаллыҡты һынаны. Әммә еңеү команданың берҙәмлегенән торғаны һәр кемгә мәғлүм ине.

Кем әйтмешләй, иң мөһиме – сарала ҡатнашыу, ә еңеү түгел ине. Ошондай мәртәбәле сараға үҙебеҙҙең машина менән барып, тиңдәр араһында тиң булып ҡайтыу – үҙе мәртәбә, үҙе еңеү. Республика күләмендәге ярышҡа беҙҙе, 4 кешелек команданы, фатихалап, финанс ярҙамы күрһәтеп ебәргән район хакимитенә рәхмәтебеҙ ҙур.

Ғәзиз Ишкинин, район инвалидтар ойошмаһы рәйесе

Читайте нас: