Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июль 2018, 19:09

“Тәбиғәте матур, кешеләре ихлас”, - ти Бөрйән хаҡында рәссам-уҡытыусы

Өфө ҡалаһынан килгән ҡунаҡ Вил Яматовты Ишдәүләт ауылында йылға буйында тап иттек. Бала сағы Бөрйәндә үткән рәссам-уҡытыусы тәбиғәтте ҡарап, фотолар төшөрә ине.

Өфө ҡалаһынан килгән ҡунаҡ Вил Яматовты Ишдәүләт ауылында йылға буйында тап иттек. Бала сағы Бөрйәндә үткән рәссам-уҡытыусы тәбиғәтте ҡарап, фотолар төшөрә ине.
- 50-се йылдарҙа атайым Зариф Сәлимгәрәй улы - “Таң” гәзитенең мөхәррире, әсәйем Фәүзиә Шәйхетдин ҡыҙы мәктәптә рус теленән уҡытыусы булып эшләне. Урал урамының 27-се йортонда йәшәнек. 60-сы йылдарҙа районды Белорет менән ҡушҡас, күсеп киттек.
Йыл да Бөрйәнгә килеп ял итеүҙе ғәҙәт итеп алғанмын. Бында тәбиғәт иҫ киткес матур, кешеләре ихлас. Ысын башҡорттар йәшәүе оҡшай. Әле килгәнемдә Инсебикә ҡаяһына менеп, уның янында милли кейемдәге милләттәштәрҙе осраттым әле. Улар менән иҫтәлеккә фотоға ла төштөм.
Атайымдың тәүге ҡатынынан тыуған Ришат ағайым Үзбәкстанда йәшәне, ул да бында килеп Иҙел буйлап ағырға яратҡан. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Баҙалдан өй һатып алып, шунда күсте. Әле Ерекле урамында йәшәй. Нимәһе ҡыҙыҡ: ағайым атайымдың был төбәктә йәшәп-эшләп киткәнен белмәгән. Элегерәк Бөрйәнгә килһәм, тау башынан ғына үҙем йәшәгән йортто ҡарап ултыра ла, Ағиҙел буйлап ағып ҡайтып китә инем, хәҙер Ришат ағайымда туҡтайым. Ҡайһы берҙә ғаилә менән, ҡайһы берҙә яңғыҙым киләм. Иҙел буйлап аҡмай, Шүлгәнташты күрмәй ҡайтҡаным юҡ. Тик Бөрйәндә хәҙер кешене белмәйем. Беҙҙең урамда йәшәгән Резеда Ғимат ҡыҙы Ихсанованы һәм Рәмил Хәлиуллинды ғына беләм. Рәмил менән дә Өфөлә осраҡлы ғына танышып китеп, бергә уйнап үҫкәнебеҙҙе белеп ҡалдым.
М. Мырҙағолова.
Читайте нас: