Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июль 2018, 16:40

Тырышлығы менән ота

Ағиҙел ҡасабаһы һылыуы Линера Аллаярова бөгөн осош юлында. Туған мәктәбендә үк осош тәмен тойған ҡыҙға артабан вузда ла ауыр булмай – еңеү артынан еңеү яулай, гел иң-иңдәр рәтендә була. Теүәл фәндәрҙе үҙ итә Линера. Остазы, физика уҡытыусыһы Фәнүзә әҡсән ҡыҙы етәкселегендә фән үрҙәренә артыла, конкурс-олимпиадаларҙа призер була.

Ағиҙел ҡасабаһы һылыуы Линера Аллаярова бөгөн осош юлында. Туған мәктәбендә үк осош тәмен тойған ҡыҙға артабан вузда ла ауыр булмай – еңеү артынан еңеү яулай, гел иң-иңдәр рәтендә була. Теүәл фәндәрҙе үҙ итә Линера. Остазы, физика уҡытыусыһы Фәнүзә әҡсән ҡыҙы етәкселегендә фән үрҙәренә артыла, конкурс-олимпиадаларҙа призер була.Уҡыусы сағында БДу үткәргән уҡыусыларҙың физика буйынса асыҡ олимпиадаһының һайлап алыу турында 3-сө дәрәжә дипломға лайыҡ була (2011-2012 йылдар). Ошо уҡ йылда 17-се «Киләсәккә аҙым» республика техник фәндәр олимпиадаһында 3-сө урын яулай, «Физика буйынса Башҡортостан кубогы» республика турнирында 3-сө дәрәжә дипломға эйә була.

Теүәл фәндәргә теше үткән ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, ике уйлап тормай Өфө дәүләт авиация-техник университетының авионика, энергетика һәм инфокоммуникациялар факультетына уҡырға инә. Уның исеме - вуздың иң яҡшы сығарылыусылары исемлегендә. Вуз сығарған китапҡа Линераның уңыштары, осош-балҡыштары, техник йүнәлештә эшләгән эштәре ингән. Университетта уҡығанда уҡ профорг булып эшләй, вуз иҫәбенә бушлай Ҡара диңгеҙгә ял итергә барып ҡайта. «Команда ойоштороу», «Лидерҙар өҫтөнән лидерлыҡ» модулдәре буйынса күсмә семинарҙа ҡатнашып сертификат алған, һауыҡтырыу эштәре буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары, аҙаҡ рәйес булып та эшләп алған, «Осош», «Студент яҙы», «ӨДАТУ–ның саңғы юлы» сараларын үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан уңған ҡыҙ уҡып йөрөгән осоронда уҡ ярты ставкаға «Башинформсвязь»дә ярҙам хеҙмәтендә оператор булып эшләй. Шуға күрә уны, вузды бөткәс, стажлы белгес булараҡ «Башнефть-Информ»ға инженер итеп эшкә алалар. Отпускынан һуң Линераны хеҙмәт баҫҡысы буйлап тағы күтәрелеш көтә.

Эйе, тырышлыҡта – ырыҫлыҡ, тигән мәҡәлде эше, йәшәйеш-торошо менән раҫлап йәшәй Ағиҙел ҡасабаһы уңғаны Линера. Бөрйән ҡыҙына артабан да фәҡәт уңыштар насип булһын!

А. Ғарифуллина.
Читайте нас: