Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июль 2018, 16:50

Районды сит ҡорттар баҫа

Яңыраҡ ҡына ошо борсоулы хәлгә арналған йыйылыш Ғәлиәкбәр ауылында үтте. Был һөйләшеүҙә «Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге» директоры Айнур Бейембәтов, район ветеринария станцияһы начальнигы Зәбир Аратов, район-ара ветеринария инспекцияһының дәүләт инспекторы Владик Әминев, «Шүлгән-Таш» ҡурсаулығы директоры Михаил Косарев һәм башҡа белгестәр ҡатнашып, сығыш яһаны. Был һөйләшеүҙе Ғәлиәкбәр ауыл биләмәһе башлығы Руслан Әхтәмов ойошторҙо.

Йыйылыш башында ҡурсаулыҡ директоры М. Косарев, тарихҡа ҡыҫҡаса байҡау яһап, бөрйән ҡортон һаҡлау мөһимлеге тураһында һөйләне. Быйылғы йылда ҡурсаулыҡ сама менән 200-гә яҡын ҡорт өлгөләре алып, уларҙы генетик яҡтан өйрәнергә күҙаллай икән. Ғәлиәкбәр ауылы биләмәһе ҡурсаулыҡҡа терәлеп тора, шуға күрә ошо ауылда йәшәгән күстәрҙең таҙа булыуы үтә мөһим, тип билдәләп үтте ул. «Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге» директоры А. Бейембәтов, бөгөн бөрйән ҡорттарын таҙалыҡта һаҡлап алып ҡалыу көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде, сөнки беҙҙә тиҙҙән «Апимондия» фестивале үтәсәк, тип үҙ сығышын башланы. Артабан ул фестивалгә әҙерлек барышы тураһында ла һөйләп үтте. Дәүләт ветеринария инспекторы В. Әминев, Ғәлиәкбәр ауылы халҡы борон-борондан татыу йәшәне, ә бөгөн бал ҡорто арҡаһында ығы-зығы башланырға ғына тора, тип үҙ борсолоуын белдерҙе. Уның, сит ҡорттарҙы ҡараңғы төндә алып килеп, бейек кәртәләр артына йәшереү килешкән эш түгел, тип әйткәне менән килешмәү мөмкин түгел. Владик Вилдан улы үҙ сығышында:

- Һәр һәүәҫкәр умартасы ветеринария-санитария паспорты алырға бурыслы, бының өсөн ул район ветстанцияһына ҡорт өлгөләре алып килергә тейеш, - тине. Аҙаҡ ул республиканың «Ҡортсолоҡ тураһында» Законы менән таныштырҙы. Артабан был Закон тураһындағы аңлатманы район ветеринария станцияһы начальнигы З. Аратов дауам итте.

- Күс һатып алыр алдынан тәүҙә район ветстанцияһына хәбәр итергә һәм кәрәкле документтарҙы законлы рәүештә юллап алырға кәрәк. Иң мөһиме - был Законға ярашлы рәүештә һатып алынған күстәрҙең тоҡомо тураһында мәғлүмәт мотлаҡ булырға тейеш, - тип билдәләне ул. Әлбиттә, район ветеринария хеҙмәте һәм дәүләт инспекцияһы районға сит тоҡомға ҡараған күстәрҙе индереүгә ризалыҡ бирмәйәсәк, тип аңлатты ветеринария белгестәре.

Йыйылышҡа килгән халыҡ та үҙ дәғүәһен белдерҙе. Һүҙ ҙә юҡ, ни өсөн районда тоҡомло инә ҡорттар һәм тоҡомло пакеттар һатылмай, бал ҡорто һатып алырға теләүселәр күсте ҡайҙан алырға тейеш, тигән һорауҙар дөрөҫ ҡуйыла. Әммә бөгөн уларға аныҡ ҡына яуап биреүе ауыр һәм улар һаман асыҡ килеш ҡала килә. «Бөгөн ауылда элек бөтөнләй булмаған хәл күҙәтелә башланы - ни өсөн хәҙер сит ҡорттар күстәрҙе баҫа-талай?» тигән борсолоулы һорауҙар ҙа булды. Бал ҡорттары ас, шуға күрә улар бер-береһен талай, тигән яуап, минеңсә, үтә ябай булды, сөнки бөрйән бал ҡортона бындай кире сифат бөтөнләй хас түгел. Элек тә бит ҡортсолоҡта ауыр йылдар булған, күстәр асығыуҙан үлгән, ә шулай ҙа бөрйән ҡорттары үҙ ҡәрҙәштәрен таламаған. Төп бәлә шунда – бөгөн бөрйән бал ҡорттары араһында туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек ептәре тулыһынса өҙөлөргә тора. Сәбәбе ябай: йылдан-йыл урындағы бал ҡорттары сит ҡорттар менән нығыраҡ буташа, һөҙөмтәлә, йыл һайын ген комбинациялары тоҡомға хас булмаған кире яҡҡа үҙгәрә бара. Ғәлиәкбәр ауылында хәлдең ниндәй киҫкен тороуын аңлар өсөн быйыл уҡ 100 күстән ҡорт өлгөләре алырға һәм уларҙы тоҡом яғынан өйрәнергә ҡарар ҡабул ителде. Әйтеүҙәренсә, быйыл Ғәлиәкбәр ауылына унлап кеше ситтән ҡорт индергән икән.

Шуныһы үкенесле, ҡорттар буташыуына ҡағылышлы был күңелһеҙ хәл Ғәлиәкбәргә генә хас түгел. Бөгөн был хәл тотош район буйынса күҙәтелә. Өйрәнеүҙәрем буйынса, Байназар-Тимер-Монасип ауылдарында сит ҡорттар менән буташыу 22 %-ҡа тиклем, Аҫҡар-Исламбай яғында - 27 %-ҡа, Ырғыҙлы-Ҡотан-Мәҡсүттә - 35 %-ҡа, Ғәлиәкбәр ауылында сама менән 28 %-ҡа тиклем тәшил итә. Әтек ауылында күстәр сағыштырмаса таҙа ине, әммә былтыр-быйыл был ауылда бал ҡорттары ни сәбәп менәндер күпләп үлде. Ғәҙелгәрәй-Аҡбулат-Кейекбай тирәһендә ҡорттар таҙалыҡта һаҡланған, тип әйтергә булыр ине, әммә бында ла хәл ҡыуанырлыҡ түгел - Башҡорт дәүләт аграр университетының аспиранты өйрәнеүе буйынса, Кейекбай ауылында сит ҡорттар менән буташыу 20 % самаһы тәшкил итә.

Был һандарға ҡарап, бөрйән ҡортон юғалтыу ихтималлығы ысынбарлыҡҡа әйләнергә генә тора, тигән күңелһеҙ һығымта яһарға тура килә. Тәбиғәт ҡанундары аяуһыҙ – бал ҡорттарының үҙ-ара буташыуы 30 %-ты үтеп китһә, урындағы ҡорттар тулыһынса юҡҡа сыға. Аҙаҡ кеше тырышлығы менән генә тоҡом сифаттарын тулыһынса кире ҡайтарып булмай.

Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйтке килә: Ғәлиәкбәр ауылында үткән йыйылыштан барыбыҙ ҙа фәһем алһаҡ һәм бөрйән ҡортон һаҡлау буйынса дөрөҫ йүнәлеш тапһаҡ ине. Шуны аңлайыҡ: әгәр беҙ, бөрйәндәр, ниндәйҙер эшлекле сара күрмәһәк, биология ҡанундары буйынса урындағы тоҡомло ҡорт тулыһынса юҡҡа сығасаҡ. Шуны ла әйтер инем: ауылдарға ситтән ҡорт индереүселәр була ҡалһа, был турала «Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге»нә һәм район ветстанцияһына хәбәр итеү кәрәк.

Әғләм Шәрипов,
ауыл хужалығы фәндәре докторы, бал ҡортоноң тоҡомон билдәләү буйынса лабораторияның әйҙәүсе
белгесе.

Читайте нас: