Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2018, 14:27

Граждандарҙы ҡабул итте

Районға эш сәфәре менән БР буйынса Эске Эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Динар Ғилметдинов килде.

Динар Заһит улы иң башта Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһенең ярты йыллыҡ эш йомғаҡтарын барлап, яңы бурыстар билдәләү өсөн полиция хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Район бүлексәһенең акттар залында үткән сарала РФ Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе начальнигы, полиция подполковнигы Х. Һиҙиәтов, район прокуроры, юстицияның өлкән советнигы Ф. Ғәйетҡолов, район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ғ. Хәлитов ҡатнашты.

- Тәфтишселәр, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, участка уполномоченныйҙары, енәйәттәрҙе тикшереү бүлексәләре бер бөтөн булып, халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләргә тейеш. Һеҙ, кеше баймы, ярлымы, хужамы, көтөүсеме, бөтәһенә бер тигеҙ ҡарарға, бурысығыҙҙы намыҫ менән башҡарып, бөтә ерҙә үрнәк булып торорға тейешһегеҙ. Тәфтиш хеҙмәте күрһәткестәрен яҡшыртыу өсөн саралар күрергә, бигерәк тә урмандан ағас һәм башҡа төр милекте урлау буйынса енәйәт эштәрен асыу өҫтөндә тырышырға кәрәк, - тине кәңәшмәлә Динар Ғилметдинов.

Артабан ул граждандарҙы ҡабул итте, бөтәһе 11 мөрәжәғәт булды. Иҫке Собханғол ауылы хакимиәте башлығы Р. Шахниязов, Яр урамының һыу баҫыуҙан һаҡлаусы дамба булып иҫәпләнеүен билдәләп, шул юлды нисек юл паспортына индерергә мөмкинлеген һораны. Динар Заһит улы, был мәсьәләне район хакимиәте менән берлектә асыҡларбыҙ, тине.
“Мәктәп автобустарына йылына ике тапҡыр Белорет ҡалаһына барып техник күҙәтеү үткәрер кәрәк. Был күп сығымдар һәм ваҡыт талап итә”, - тине район мәғариф бүлеге вәкилдәре. ЮХХДИ идаралығы начальнигы район үҙәгендә техник күҙәтеү үткәреү мөмкинлеген ҡарарға һүҙ бирҙе.

“КомЭнергоСервис” ЯСЙ-һы эргәһендә тиҙлекте кәметеү сикләүен ҡуйыу һәм яһалма ҡаршылыҡ эшләү кәрәк, тигән мөрәжәғәткә, был мәсьәлә яҡын арала хәл ителәсәк, тине Динар Заһит улы. Ҡабул итеү барышында шулай уҡ водитель танытмаһын алыу, алмаштырыу, Баҙал биҫтәһенә тротуар эшләү һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.

ЮХХДИ идаралығы начальнигына мөрәжәғәт иткән һәр кем үҙен борсоған мәсьәләләргә яуаптар һәм аңлатмалар алды.

Д. БАЙНАЗАРОВ.

Читайте нас: