Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль 2018, 12:46

Рәсәйҙә яңы автомобилде теркәү ябайлаштырыла

Дәүләт Думаһы яңы автомобилде теркәү тәртибен үҙгәртәсәк яңы закон ҡабул итергә йыйына: ЮХХДИ-ға иҫәпкә ҡуйыу менән дилерҙар шөғөлләнәсәк. Ошо хаҡта федераль киң мәғлүмәт саралары хәбәр итә.

Дәүләт Думаһы яңы автомобилде теркәү тәртибен үҙгәртәсәк яңы закон ҡабул итергә йыйына: ЮХХДИ-ға иҫәпкә ҡуйыу менән дилерҙар шөғөлләнәсәк. Ошо хаҡта федераль киң мәғлүмәт саралары хәбәр итә.


Автосалондар тикшереү һәм бер төркөм талаптар үткәндән һуң «махсуслаштырылған ойошмалар» статусын аласаҡ. Авторлаштырылған дилерҙар үҙҙәре машина һандарын эшләйәсәк һәм асҡыс менән бөтә документтарҙы клиенттарға тапшырасаҡ. Был хеҙмәт түләүле була.


Документ дәүләт теркәү билдәһе (символдар яҙылған тимер пластина) һәм дәүләт һандары (хәрефтәр һәм һандар) төшөнсәләрен айыра. Закон проектына ярашлы, теркәү билдәһен автосалонда алырға мөмкин буласаҡ, әммә һандарҙы автоһәүәҫкәр тик ЮХХДИ-ла аласаҡ.