Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2018, 13:53

Эҫелә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре

Башҡортостанда эҫе көндәр башланды. Бындай һауа торошо башҡа эҫе ҡабыу хәүефе менән янай. Эҫе ҡабыуҙың билдәләре: тән тиреһе ҡыҙара, лайлалы тиресәләр ҡорой, ныҡ һыуһата, шулай уҡ аңды юғалтырға мөмкин.

Башҡортостанда эҫе көндәр башланды. Бындай һауа торошо башҡа эҫе ҡабыу хәүефе менән янай. Эҫе ҡабыуҙың билдәләре: тән тиреһе ҡыҙара, лайлалы тиресәләр ҡорой, ныҡ һыуһата, шулай уҡ аңды юғалтырға мөмкин. Әгәр бындай хәл була ҡалһа, тәнде һыуытырға: күләгәлә ултырырға, аҡрын ғына күп итеп һыу эсергә кәрәк.

Медиктар эҫелә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө. Тәү сиратта физик әүҙемлекте кәметеү һәм һыу эсеүҙе арттырыу зарур. Шуның менән бергә алкоголь, айырыуса ҡаты спиртлы эсемлектәр эсмәҫкә кәңәш ителә.

Ҡояш ныҡ ҡыҙҙырған осорҙа — көндөҙгө сәғәт 12-нән 4-кә тиклем бина эсендә ҡалыу яҡшыраҡ.

Кейем һайлағанда еңел һәм тәбиғи туҡымаларға өҫтөнлөк бирергә, баш кейемдәренән баш тартмаҫҡа кәрәк.

Туҡланыу хаҡында һөйләгәндә, табиптар рациондан майлы һәм ауыр, шулай уҡ татлы ризыҡтарҙы алырға һәм йәшелсә-емеш ашарға тәҡдим итә.

Тағы ла бер мөһим мәл – һауаны вентиляторҙар һәм кондиционерҙар ярҙамында һыуытыу. Улар менән бик һаҡ файҙаланыу зарур: һауа ағымы кешегә өрмәҫкә тейеш. Кире осраҡта сирләп китергә мөмкин.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 26 июндә, көндөҙ термометр бағанаһының 31 градусҡа күтәрелеүе көтөлә.



Читайте нас: