Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь 2018, 14:15

Бөрйән ҡыҙы – Халыҡ-ара конкурс еңеүсеһе!

Бөрйән ҡыҙы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет теарты солисткаһы, Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокаль сәнғәте кафедраһы ассистент-стажеры Гөлнара Вәлиева ХХХI Халыҡ-ара Собинов фестиваленең вокалистар конкурсында икенсе урын яулаған.

Һарытау ҡалаһында үткән Собинов фестивалендә Рәсәй ҡалаларынан, Әрмәнстан, Беларусь, Ҡаҙағастан, Үзбәксәтандан 12 йырсы ҡатнашҡан.

Тәүге урында – Мәскәүҙең Станиславский һәм Немирович-Данченко исемендәген академия музыкаль театры солситкаһы, өсөнсө урында – Үзбәкстан йырсыһы.

Гөлнара – Ҡолғана ауылы ҡыҙы. Ул быға тиклем дә байтаҡ халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге конкурстар еңеүсеһе булды.

Талантлы яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә ижади үрҙәр теләйбеҙ.

Читайте нас: