Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июнь 2018, 16:22

Рәсәй Хеҙмәт министрлығы хеҙмәткәрҙәргә эҫелә эштә тәнәфес яһарға рөхсәт итә

Эш биреүсе эҫелә хеҙмәткәрҙәренә эш урынында нормаль температура булдырырға тейеш. Был хаҡта «Известия» Рәсәй Хеҙмәт министрлығына һылтанып хәбәр итә.

Эш биреүсе эҫелә хеҙмәткәрҙәренә эш урынында нормаль температура булдырырға тейеш. Был хаҡта «Известия» Рәсәй Хеҙмәт министрлығына һылтанып хәбәр итә.



Рәсәй Хеҙмәт министрлығында кондиционерҙарҙы йышыраҡ файҙаланырға, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәргә эштә тәнәфес яһау мөмкинлеген бирергә тәҡдим итәләр. Һауа температураһы норманан тайпылған осраҡта эш дауамлылығы Санитар ҡағиҙәләр һәм нормативтар тарафынан билдәләнгән, тип белдерҙеләр ведомствола.


«Әгәр эш урынында температура 28,5 градусҡа етһә, эш дауамлылығын бер сәғәткә ҡыҫҡартырға кәңәш ителә. 29 градус булғанда – ике, 30,5 градуста — дүрт сәғәткә», — тиелә хәбәрҙә.
Ауыр физик эш менән мәшғүлдәр өсөн эш көнө температура 26,5 — 27,5 градусҡа еткәс үк ҡыҫҡартыла.



Читайте нас: