Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июнь 2018, 11:38

Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға

Һуңғы осоро “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамы ҡыпсаҡтарҙың еңел ҡулы менән бик популяр булып китте. Әлдән әле теге йәки был ауылда үткәрелә килгән был байрам байназарҙарҙың да яратҡан йолаһына әүерелә бара. Үткән шәмбелә ауылдың түбәнге ос ҡыҙҙарына ла шундай форсат сыҡты.

Һуңғы осоро “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға” байрамы ҡыпсаҡтарҙың еңел ҡулы менән бик популяр булып китте. Әлдән әле теге йәки был ауылда үткәрелә килгән был байрам байназарҙарҙың да яратҡан йолаһына әүерелә бара. Үткән шәмбелә ауылдың түбәнге ос ҡыҙҙарына ла шундай форсат сыҡты. Ауыл советы депутаты Зәйнуллина Н. Ә., ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары – Салауатова Н. Ф., Мәликова Р. Ш. инициативаһы буйынса ойоштороу комитеты төҙөлдө һәм бик ҡыҙыу әҙерлек эштәре башланды. Күпмелер финанс тупланды. Был аҡсаға ҡорбанлыҡ, бүләктәр алынды. Билдәләнгән көнгә алыҫ араларҙы яҡын итеп ҡайтҡан ҡыҙҙар, үҙебеҙҙең ауылдыҡылар байрам урынына ағылды. Ә бында бөтә нәмә шартына килтерелгән: сәхнә эшләнгән, шарҙар, гирляндалар менән биҙәлгән, аппаратура-микрофондар көйләнгән, күңелле музыка яңғырай. Бөтә килгән кеше лә иркен һыйырлыҡ, мул табын әҙерләнгән өҫтәлдәр теҙелгән. Бер яҡта урамыбыҙҙың ҡул эштәре оҫталарының сағыу күргәҙмәһе урын алған. Таңһылыу Нурғәлинаның тамбур менән сигелгән иҫ киткес матур картиналары, бисерҙан эшләнгән, бәйләнгән әйберҙәр, бер туған Зилә һәм Гөлсинә Вәлиеваларҙың түшелдеректәре бөтә кешенең ихтибарын йәлеп итте. Ҡунаҡтар килеп торалар, бер-береһе менән ҡосаҡлашалар, күрешәләр, күҙ йәштәрен тыя алмағандар ҙа бар. Айгөл Исмәғилева барыһын да фотоға төшөрөп ҡалырға тырыша. Ҡунаҡтар араһында Исламбайҙа йәшәүсе 10 бала әсәһе – Нурғәлина–Мырҙағолова Әлфиә Межәүер ҡыҙы бар. Тыуған илебеҙгә 7 һалдат үҫтергән улар, етеһе лә армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡандар. Әлеге көндә бишеһенә кәләш алып, өй төҙөп башҡа сығарғандар. 3 ҡыҙҙары ла кейәүҙәләр. 2 уландары үҙ эштәрен асып ауыл халҡына таҡта бысыу хеҙмәте күрһәтәләр. 24 ейән-ейәнсәргә өләсәй булған Әлфиә Межәүер ҡыҙы тормош иптәше менән 42 йыл бәхетле ғүмер кисерә.

Түбән ос ҡыҙҙары араһында төрлө дәүләт наградаларына эйә булған, һайлаған һөнәрҙәре буйынса дан ҡаҙанғандары ла етерлек. Улар араһында атҡаҙанған уҡытыусылар, табиптар, еңел сәнәғәт, төҙөлөш өлкәһендә юғары исемдәргә лайыҡлылар бар. Шуларҙың береһе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Хайбуллина Таңһылыу Фәсхетдин ҡыҙы ғүмер буйы фермала һауынсы булып эшләгән. Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда, тормош иптәше менән 5 балаға ғүмер биргәндәр. 2 ҡыҙы ла: Ләйсән Өфөлә 21-се дауаханала, Фирҙәүес Байназар дауаханаһында өлкән шәфҡәт туташы(старшая медсестра) булып эшләйҙәр. 3 улдары ла крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороп, байтаҡ кешегә эш урыны булдырып мул тормошта йәшәйҙәр.

Байрамдың официаль өлөшөндә ҡунаҡтарҙы Байназар ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы А. З. Салауатов, ойоштороу комитеты етәксеһе Н. Ә. Зәйнуллина, “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Н. Ә. Науразбаева, район советы депутаты З. Ә. Айытҡолова тәбрикләне. Ауыл муллаһы Ғизитдин Алтынбаев йыйынға фәтиха бирҙе. Йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барған байрамда 8 ҡыҙ табып алтыһын оло тормошҡа сығарған, быйылғы йылда 90 йәшлек юбилейын билдәләргә йыйынған Нурихаят Зәйнуллинаны “Иң күп ҡыҙҙар тәрбиәләүсе” номинацияһында билдәләнеләр. Унан тыш “Ошо урамда тыуып үҫкән иң өлкән кеше”номинацияһында Ғәлиә Һөйәрғолова менән Зәйтүнә Алтынбаева, “Иң кескәй ҡыҙ бала” – Ҡарағолова Зарина Заһир ҡыҙы , “Иң йәш ғаилә” – Илмир һәм Наҙгөл Йосоповтар, “Иң өлгөлө ғаилә” – Флүрә һәм Хәйҙәр Салауатовтар, Рәйлә һәм Мөнир Ҡарабулатовтар, “Күренекле шәхестәр” номинацияһында бер төркөм Дәуләт наградаһына лайыҡ булғандар тәбрикләнде. Ә инде Ғәтифә Вәдүт ҡыҙы Вәлиеваға “Оло йөрәкле” номинацияһында бүләк тапшырылды. Ул Байназарға килен булып төшкәс 4 бикәсенә еңгә лә, әсәй ҙә булырға тура килә. Өсөһөнә урта медицина, береһенә махсус педагогик белем алырға ярҙам итеп, бөтәһенә лә туйҙар үткәреп оҙата ул. Иптәше Нәҙир Фәсхетдин улы менән ике ҡыҙҙарын да уҡытып, донъя ҡорорға ярҙам итәләр. Иртә генә үлеп ҡалған бикәсе Фәйләрәнең етем ҡалған ике улын тәрбиәләйҙәр. Бөгөн дә Ғәтифә Вәдүт ҡыҙы түшәктә ятҡан олоғайған атаһын ҡарай. Ул был номинацияға ысын-ысынлап лайыҡ кеше.

Был көндә оло йәштәге инәй-өлөсәйҙәр ҙә, зыҡ ҡубып уйнаған балалар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Хәйер, бүләктәме ней эш. Осрашыуҙар, аралашыуҙар, бала саҡ хәтирәләре һәр кемгә ҡәҙерлерәк ине. Ысын мәғәнәһендә күңел байрамы булды ул көн. Һуңынан йәнле аралашыу мул табын артында дауам итте. Әрыуахтар рухына бағышланған, донъялар именлегенә инселәнгән ҡорбан ашы һәр кемдең күңеленә хуш килде. Көнө буйы барған байрам кискелек әхритә һәм дискотека менән тамамланды. Барыһы ла үткәрелгән саранан бик ҡәнәғәт булып, түбән остоң йыр-бейеүгә маһир таланттарының бай концертынан рухи ял алып, именлектә, тыныслыҡта тағы ла осрашырға насип булыуын теләп таралыштылар. Иншаллаһ, шулай булһын!

З. Айытҡолова


Читайте нас: