Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июнь 2018, 12:56

Татлы шөғөл оҫтаһы

“Атанан күргән – уҡ юнған” ти халыҡ аҡылы. Был тапҡыр һүҙҙәр нәҡ Фәрғәт Әхмәтов хаҡында әйтелгән тиерһең. Умартасы шөғөлө уға атаһы Фазулланан күскән. Ғәлиәкбәр ауылы уҙаманы инде 20 йылға яҡын ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә, татлы һәм шифалы ризыҡ менән ғаиләһен, туғандарын ҡыуандыра.

“Атанан күргән – уҡ юнған” ти халыҡ аҡылы. Был тапҡыр һүҙҙәр нәҡ Фәрғәт Әхмәтов хаҡында әйтелгән тиерһең. Умартасы шөғөлө уға атаһы Фазулланан күскән. Ғәлиәкбәр ауылы уҙаманы инде 20 йылға яҡын ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә, татлы һәм шифалы ризыҡ менән ғаиләһен, туғандарын ҡыуандыра.

Фәрғәт ағай бала саҡтан атаһының умартасылыҡ менән шөғөлләнеүен күреп үҫә. Уға эйәреп солоҡ ябырға, түмәр умарталарын ҡарарға, бал алырға бергә йөрөй. “Атайҙың атаһы Ғайзулла Хайрулла улының да 15-ләп түмәр умартаһы булған. Ул атайға 11 йәш булғанда һуғышҡа китеп, 1942 йылда яу ҡырында ятып ҡалған. Бөгөнгө көндә атай-олатайҙың юлын дауам итеп 7 бер тыуғандың 5-һе ҡорт көтәбеҙ”, - ти әңгәмәсем.

Ҡортсолоҡ шөғөлөн атаһы биргән бер күстән башлаған тәжрибәле оҫта бөгөн 15-тән ашыу умарта тота. Бынан тыш, урманда 30-ға яҡын солоҡ умартаһының икәүһендә ҡорто бар. Әйткәндәй, өйҙәге ҡорттарын да йәйге осорҙа урманға алып барып яба ул.

- 4 йыл элек умарталарҙы 25 башҡа еткергәйнем, 2014 йылда 9 баш осоп китте, унан 2-әү генә ҡалды. Әле яйлап кире тергеҙеп барам. Быйыл ҡорттар Аллаға шөкөр һәйбәт ҡышлап сыҡты. Уларҙы ҡышҡылыҡҡа баҙға ҡуям. Бер-нисә йыл тышта эшләнгән айырым бүлмәләргә ҡуйып та ҡарағайным, дым булды, шуға ҡорт һыуланып сыҡты.

Умарта өсөн бар кәрәк-яраҡты ла үҙем яһайым. Ауылда баҡсаға ҡуйырлыҡ түмәр умартаны ла иң беренселәрҙән булып мин эшләгәнмендер әле. Уны бер ҡайҙан да өйрәнмәнем, үҙемсә эшләнем.

Бал ҡорттарын бәләкәй баланы ҡараған кеүек тәрбиәләйбеҙ, шунһыҙ үрсетеп һәм мул уңыш алып булмай. Хәҙер үҙемдең балалар ҙа оҫтарып алды, төп ярҙамсыларым да улар инде. 4 йәшлек ҡыҙым Фәриҙә лә һәр саҡ эргәмдә, ҡорт саҡһа ла әҙрәк кенә таз-тоз итеп ҡала ла, бары ҡурҡмай. Ҡорт ҡарау өсөн махсус күҙлек тә алдырҙы, хәҙер махсус кейем һорай, - ти тәжрибәле умартасы.

Эйе, ғаилә башлығына ҡатыны Светлана Зәки ҡыҙы ла, балалары - 7-се синыфта уҡыусы Азат һәм Фәриҙә лә, ауылға ҡайтҡан арала контракт буйынса хеҙмәт итеүсе Рөфҡәт, Өфөлә яғыулыҡ-энергетика колледжында уҡып йөрөүсе Өлфәт тә ярҙамлаша. Тәжрибәле умартасы етештергән балын һатыу өсөн мәшәҡәтләнеп тә йөрөмәй, намыҫлы хеҙмәт емешен бер татып ҡарағандар юл алыҫ булыуға ҡарамай, үҙҙәре килеп ала.

Әхмәтовтар “күс”е үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек тырышып донъя көтә: күпләп эре һәм ваҡ мал аҫырайҙар, йәйгелеккә ҡош-ҡорт алып үҫтерәләр. Уңған ғаилә йәйге осорҙа ҡолондар алып көҙгөлөккә һимертеп иткә тапшыра, йәшелсә-емеш еләген дә үҫтерә.

Бына шундай уңған ғаиләләр күп Ғәликәбәрҙә. Һәр йортта тиерлек бал ҡорто тоталар, өҫтәмә килем алалар. Уларҙы белеп, ҡортсолоҡ серҙәренә өйрәнеп, шулар өлгөһөндә йәшәһәк, башҡорттан да ишлерәк һәм байыраҡ милләт булыр инеме икән? Һис һүҙһеҙ, бөтәһе лә үрҙә телгә алынған ғаилә кеүек йәшәй ала, тик тырышлыҡ фарыз.

Д. БАЙНАЗАРОВ.

Читайте нас: