Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июнь 2018, 17:44

“Урман рыцары”

Солоҡсолоҡ - халҡыбыҙҙың иң боронғо һөнәрҙәренең береһе. Ҡунаҡбай Аҫылғужин ҡурсаулыҡтың иң тәүге оҫта солоҡсоларының береһе булған. Улы Рамазан да бәләкәйҙән атаһынан солоҡсолоҡ, умартасылыҡ һымаҡ халыҡ кәсептәрен яҡындан белеп үҫте.

Солоҡсолоҡ - халҡыбыҙҙың иң боронғо һөнәрҙәренең береһе. Ҡунаҡбай Аҫылғужин ҡурсаулыҡтың иң тәүге оҫта солоҡсоларының береһе булған. Улы Рамазан да бәләкәйҙән атаһынан солоҡсолоҡ, умартасылыҡ һымаҡ халыҡ кәсептәрен яҡындан белеп үҫте. Оҙаҡ йылдар “Шүлгән-Таш” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының Нөгөш участкаһында өлкән дәүләт инспекторы булып эшләгән, бөтә ғүмерен урмансылыҡҡа арнаған Рамазан Ҡунаҡбай улы тураһында төп һүҙем.

Тәжрибәле солоҡсо Ҡунаҡбай бабай ағас башына еңел үрмәләгән, эшен оҫта башҡарған. “Атайым иҫ киткес егәрле, сос, намыҫлы булды, эшен урын-еренә еткереп, теүәл үтәп барҙы,”- тип хәтерләй Рамазан атаһы тураһында.
Аҫылғужиндар башта Үрге Нөгөштә йәшәйҙәр, унан Ғәлиәкбәргә күсәләр. Рамазан Ҡунаҡбай улы киске мәктәптә 10-сы синыфты тамамлай. Армияла йөрөп ҡайтҡас, леспромхозға эшкә инә: ағас ҡырҡыу, сайыр һыҙыу, йыйыу кеүек эштәрҙең барыһын да башҡара. 1983 йылдан алып - ҡурсаулыҡта. 1996 йылдан Нөгөш урман участкаһының өлкән дәүләт инспекторы.

Уның маҡсаты – Үрге Нөгөш, Ғәлиәкбәр ауылдары тирәһендәге ата-бабаларҙан ҡалған ҡомартҡыларҙы – солоҡ ҡорттарын һәм ағастарын һаҡлап алып ҡалыу, уларҙы өйрәнеү һәм үрсетеү. Был ҡомартҡылар ысынлап та яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Эште биләмәләге файҙаланылмай ултырған солоҡтарҙың иҫәбен алыуҙан башлайҙар.Үрге Нөгөш, Ғәлиәкбәр ауылдарынан тәжрибәле солоҡсоларҙы эшкә алалар. Эшселәргә уңайлы эш шарттары булдырыу ҙа мотлаҡ: шлакоблоктан гараж, келәт, янғын һүндереү депоһы бар, таҡта ярыу цехында пилорамаһы эшләп тора. Нөгөш урман участкаһының контораһы, ситтән килеп китеүселәргә ял итеү өсөн уңайлы шарттар бар.

Нөгөш аръяғындағы 11 кварталда ҡурсаулыҡ умарталығы урынлашҡан. Унда ла ҡортсо өйө, аласыҡ, ҡышҡылыҡҡа ҡортто индереү бинаһы төҙөлгән. Кәрәкле техника ла етерлек.

Ойошмала 15 кешегә хеҙмәт урыны булдырылған: 7 урман һаҡсыһы, тракторист, шофер, ҡарауылсы эшләй. Нөгөш урман участогы 11 мең гектар ерҙе биләй. Рамазан ағай ҡурсаулыҡтың документ эштәрен дә теүәл һәм ваҡытында алып бара. Урман йәнлектәрен, ҡоштарҙы иҫәпләү - барыһы ла уларҙың эше.

Биләмәлә янғын сыға ҡалһа ла, етәксе тиҙ арала һүндертеү юлын ҡарай. Нөгөш йылғаһы буйында туристар өсөн Кәшәлегә тиклем ял итеү өсөн дүрт урында туҡталҡалар эшләнгән. Кәшәлелә ике ҡатлы ял итеү бинаһы, мунса бар, урман ҡарауылсыһы, ҡортсолоҡ өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Ҡояш батареялары электр уты бирә, телевизор күрһәтә.

- Туристар өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырыла. Кәшәлелә йылҡысылыҡты үҫтереү менән дә шөғөлләнәбеҙ,- ти әңгәмәсем.

Урмандың тоғро һаҡсыһы, яҡлаусыһы Аҫылғужин Рамазан Ҡунаҡбай улы коллегалары араһында, районда хөрмәт ҡаҙанған алтын ҡуллы эшсе һәм етәксе. Ул ҡырағай хайуандарҙы һәм уларҙың йәшәү мөхитен һаҡлауға айырыуса ҙур өлөш индергәне өсөн “Урман рыцары”дипломы һәм күкрәккә таға торған билдә менән наградланған. Хәйер, башҡа наградалары ла бихисап тәбиғәт һаҡсыһының. Ул өлгөлө ғаилә башлығы ла, тормош иптәше Гөлнурға ныҡлы таяныс,5 балаһы өсөн өлгөлө атай. Ҡатыны Гөлнур менән балаларына юғары белем алырға, ғаилә ҡорорға ярҙам иттеләр. Улы Ғәзинур атаһы юлынан китеп, урман һөнәрен үҙ итте – “Шүлгән-Таш” ҡурсалығы участогында дәүләт инспекторы булып эшләп йөрөй.

Баһадир кәүҙәле, ярҙамсыл, эшенә тоғро ҡараған ауыл депутаты Рамазан Ҡунаҡбай улы Аҫылғужин Ғәлиәкбәр, Үрге Нөгөш ауылдарында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», “Шәжәрә” байрамдарын ойоштороуға ла ҙур өлөш индерә, күп эш башҡара. Уның урманға тоғро хеҙмәте йәш быуын өсөн өлгө булып тора.

Д. АЛЛАБИРҘИН.

Читайте нас: