Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июнь 2018, 17:40

Кисеүҙе белмәйенсе, һыуға төшмә

Һыу инеү миҙгеле етеү менән “Кисеүҙе белмәйенсә, һыуға төшмә” тигән әйтем актуалгә әйләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл һайын республикала тиҫтәләгән кеше һыу ҡорбаны була. 2017 йылда республикала 97 кеше һыуға батып һәләк булған. Шул иҫәптән 8 баланың ваҡытһыҙ ғүмере өҙөлөүе икеләтә аяныс. Быйыл көндәр йылытыу менән инде 8 кеше һыу ҡорбаны булды.

Һыу инеү миҙгеле етеү менән “Кисеүҙе белмәйенсә, һыуға төшмә” тигән әйтем актуалгә әйләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл һайын республикала тиҫтәләгән кеше һыу ҡорбаны була. 2017 йылда республикала 97 кеше һыуға батып һәләк булған. Шул иҫәптән 8 баланың ваҡытһыҙ ғүмере өҙөлөүе икеләтә аяныс. Быйыл көндәр йылытыу менән инде 8 кеше һыу ҡорбаны булды.

Төрлө һыу ятҡылыҡтары (йылғалар, диңгеҙ ярҙары, быуалар, күлдәр) кеше өсөн һәр саҡ хәүеф сығанағы булып ҡала. Хатта бик яҡшы йөҙә белгән кешеләр өсөн дә хәүефле. Айырыуса эҫе көндәрҙә кеше осраған бер һыу ятҡылығына, хатта төҙөлөш котлованындағы, траншеяларҙағы йәки карьерҙарҙағы һыуға ла, сумырға әҙер.

Бәхетһеҙ осраҡтар буйынса яһалған анализ күрһәтеүенсә, балалар үлеменең төп сәбәптәренең береһе – өлкәндәр яғынан тейешле контроль булмауы. Бында өлкәндәрҙең төп бурысы – балаларға инструкция биреү йәки уларҙың аңына барып етергә тырышыу түгел, ә ябай ғына контроллек итеү. Барыбыҙ ҙа аңлап тора – кескәй балаларҙың яңғыҙҙарын ғына ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай.

Кешенең һыуҙа һәләк булыуының сәбәптәре төрлөсә булырға мөмкин: йөҙә белмәү, һыуҙа үҙен тотоу ҡағиҙәләрен үтәмәү, алкоголь ҡулланған килеш һыуға төшөү, ҡурҡыу һ.б. Ҡото осоп ҡурҡҡан кеше хәлде дөрөҫ кенә баһалай алмай, мәғәнәһеҙ хәрәкәттәр яһай башлай һәм тиҙ хәлһеҙләнеп, бата.
Һеҙҙең сәләмәтлегегеҙҙе, хатта ғүмерегеҙҙе ҡотҡарыуы ихтимал булған ҡайһы бер ҡағиҙәләр бар.

Пляждарҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре:

- ярҙан артыҡ алыҫ йөҙөп китергә ярамай;
- шулай уҡ тын тултырылған матрастарҙа, тәгәрмәс камераларында һәм йөҙөү өсөн ҡулайлаштырылған башҡа предметтарҙа ярҙан йыраҡҡа китергә ярамай, уларҙың теләһә ҡайһы минутта сафтан сығыуы ихтимал;
- ата-әсәләргә, тәрбиәселәргә һыу инеүсе балаларҙы йөҙә белеүсе өлкәндәрһеҙ һыу инергә төшөрмәҫкә;
- йөҙә белмәгәндәргә таныш, тикшерелгән пляждарҙа ғына һыу инергә йәки йөҙә белгән кешеләр янында ғына һыу инергә тәҡдим ителә;
- ауырыған хәлдә йәки ҡояшта ныҡ ҡыҙынғандан, йәки һыуҙа ныҡ өшөгәндән һуң һыу инергә ярамай;
- иҫерек хәлдә һыу инеү ҡәтғи тыйыла;
- санитар торошо арҡаһында һыу инеү тыйылған урындарҙа һыу инергә ярамай;
- вышканан (ярҙан, тарзанканан, тулҡын ярғыстан һ.б.) бары тик яҡшы таныш һәм тәрәнлеге етерлек кимәлдә булған урында ғына һикерергә мөмкин;
- төндә һыу ингәндә бик һаҡ булыу шарт, яҡшы яҡтыртылған ерҙә һәм кеше булғанда ғына инергә мөмкин;
- күп кешеләр һыу ингән урында кәмәлә, катерҙә, скутерҙа хәрәкәт итеү тыйыла, был кешене ҡотҡарыу өсөн кәрәк икән, тиҙлекте әкренәйтеү шарт.
Граждандар пляждарҙа һәм башҡа күмәк ял урындарында таҙалыҡты, тәртипте һәм башҡа этик нормаларҙы һаҡларға тейеш.

Пляждарҙа һәм күмәк ял урындарында тыйыла:

- иҫкәртеүсе һәм тыйыусы билдәләр булған аншлагтар ҡуйылған урындарҙа һыу инеү;
- һыу инеү сиген билдәләгән ерҙән ары китеү;
- моторлы, паруслы кәмәләр һәм башҡа йөҙөү средстволары аҫтына йөҙөп инеү, уның өсөн ҡулайлаштырылмаған ҡоролмаларҙан һыуға һикереү;
- һыу объекттарын һәм улар янындағы биләмәләрҙе бысыратыу һәм ҡыйлау;
- һыу инергә йорт хайуандарын алып килеү;
- алкоголь һәм спиртлы эсемлектәр эсеү;
- иҫерек килеш һыу инеү;
- уның өсөн айырым билдәләнмәгән урында туп менән уйнау, һыу аҫтына сумып, һыу инеүселәрҙе эләктереп алыу, ялған тревога ауаздары һалыу кеүек ғәмәлдәр ҡылыу;
- таҡталарҙа, бүрәнәлә, автомобиль камераларында йөҙөү;
- кешеләр һыу ингән урында һыу мотоциклдарында йөрөү;
- һыу инеү урындары тирәһендә автомашина, мотоцикл, велосипедтарҙы йыуыу, кер сайҡау;
- аудиосистемаларҙы ял итеүселәрәгә ҡамасаулыҡ килтерерлек кимәлдә ҡысҡыртыу;
- цензураһыҙ һүҙҙәр ҡулланыу, вульгар эстәлекле йырҙар тыңлау;
- сүп-сар һәм башҡа ҡулланылыш ҡалдыҡтары яндырыу;
- улар өсөн махсус билдәләнгән урындан башҡа ерҙә усаҡ ҡабыҙыу.

Ошо үрҙә аталған ҡағиҙәләрҙе үтәһәгеҙ, үҙегеҙҙең һәм дуҫтарығыҙҙың йылға янындағы ялы хәүефһеҙ булһын өсөн үҙ өлөшөгөҙҙө индерҙегеҙ тигән һүҙ. Һеҙгә бәхетле һәм имен ялдар насип булһын!

А. МАЛИКОВ, Урал аръяғы инспекторлыҡ участкаһының бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекторы.

Читайте нас: