Шүлгән мәмерйәһе алдында тәүтормош кейемендә балалар ултыра. Улар тирә-яҡтың хозурлығына һоҡланып, ҡоштар һайрауын, шишмә сылтырауын тыңлап тын ҡалғандар. Шул ваҡыт ҡайҙандыр ҡурай, уҡ-һаҙаҡ аҫҡан олатай пәйҙә була. Баҡтиһәң, “Өмөтлө киләсәк” утрауын эҙләп сәфәргә сыҡҡан бик хикмәтле ҡарт икән ул. Өмөтһөҙҙәргә өмөт, киләсәкһеҙҙәргә киләсәк, һөнәрһеҙҙәргә һөнәр бирә торған серле утрауҙы эҙләп йөрөүе...
Сараны асып, район мәғариф бүлеге етәксеһе Р. Шәрипов:
- Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең һәләттәрен асыу һәм үҫтереү йәһәтенән 3 йыл элек эш башланды. Мәҫәлән, “Урал батыр” эпосын һөйләү бәйгеһе йыл да ойошторолоп килә. Бөгөнгө “Өмөтлө киләсәк” форумы - шуның һөҙөмтәһе. Районда беренсе тапҡыр үткәрелгән сараның киләсәге бар һәм өмөтлө, - тине.
Форумда ҡатнашыусы балалар ысынында ла “Өмөтлө киләсәк” утрауын асыусылар булды. Ни өсөн, тиһегеҙме? Сөнки улар утрауҙы эҙләүсе олатайға ярҙамлашып башлаған сәфәрҙәре аша тарих төпкөлөнән тамашасыны әле бер, әле икенсе һәләтле, йыр-моңға маһир балалар менән таныштырҙылар. Ҡулындағы серле ҡурайын утрауҙың тамғаһы итеп ҡаҙаған олатай ҙа өмөтлө вариҫтарынан ҡәнәғәт ҡалды. Шулай булмай ни, ана бит, Әтек ауылы балалар баҡсаһына йөрөүсе 4 йәшлек Рамаҙан Баймөхәмәтов ҡайһылай өҙҙөрөп йырлай. Иҫке Собханғол 1-се һанлы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Амалия Алтынбаеваның шиғырынан күҙҙәргә йәш эркелде.
Яуымбай балалар баҡсаһының “Ҡайынөй” флоты моряктарының бейеүе, яңы усмандарҙың “Ҡаҙ өмәһе”, әтектәрҙең “Ашнаҡсылар”, килдеғолдарҙың “Неваляшка”, Иҫке Собханғол балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең “Торналар” бейеүҙәре лә үҙенсәлекле булды. Килдеғол, Иҫке Собханғолдоң 1-се һәм 2-се башланғыс мәктәп-балалар баҡсалары балаларының сығыштары ла ихлас ҡабул ителде.
Һәләтле балаларҙың сығыштары район, республика үҫешенә тос өлөш индергән билдәле шәхестәрҙең сығыштары менән аралашып барҙы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абдулла Ваһапов кескәйҙәргә: “Белемгә ынтылығыҙ, хеҙмәткә тоғро ҡалығыҙ, әҙәпле һәм тәүфиҡлы, ололарға ихтирамлы һәм иғтибарлы булығыҙ”, тигән өгөт-нәсихәттәрен еткерҙе. Ғәлиәкбәр ауылында тыуып-үҫеп, бөгөнгө көндә Севастополь ҡалаһында йәшәүсе 94 йәшлек һуғыш ветераны, диңгеҙ флотының 1-се ранга капитаны Барый Сәғитов та балаларҙы скайп аша тәбрикләп, изге теләктәрен әйтте. РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусылары Роберт Баязитов, Фәнүзә Хәкимова, район дауаханаһы табибы Илнур Иманғоловтарҙың сығыштары ла кескәйҙәргә һәм уларҙың ата-әсәләренә, тәрбиәселәргә һоҡланыу, ихтирам, рәхмәт тойғолары менән һуғарылды.
- Мин кескәйҙәрҙең сығыштарына балалар кеүек ихлас ҡыуанып, һәләттәренә һоҡланып ултырҙым. Үҙәк каналдарҙа барған “Ты супер”, “Лучше всех”, “Лига удивительных людей” кеүек тапшырыуҙарҙы ҡарарға яратам. Районда ла балаларҙың һәләттәрен асҡан форумдың үтеүе ҙур ҡыуаныс. Бөгөн мин балаларға ҡарап, районыбыҙҙың, илебеҙҙең киләсәге өмөтлө, тип әйтә алам, - тине Роберт Ишдәүләт улы.
Сарала ҡатнашыусыларҙы “Йыл уҡыусыһы – 2018” конкурсы еңеүсеһе Динислам Йомағужин да сәләмләне. Район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов:
- Шәхестәр бәләкәйҙән тәрбиәләнә. Ғаиләлә ата-әсә балаһының һәләтен күреп, уны асыу, үҫтереү өсөн булышлыҡ итһә, балалар баҡсаһында, мәктәптә тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар шәхес булып формалашырға, таланттарын үҫтерергә ярҙам итә. Бындай форумдарҙы киләсәктә лә үткәрергә кәрәк. Бөгөнгө сәхнәгә ҡарап киләсәк өсөн өмөт, ышаныс артты, - тине ул.
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан үткән “Өмөтлө киләсәк” форумының авторы, район мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире Р. Ғүмәрова:
- Рухлы балалар – киләсәгебеҙ ырыҫы, тигән фекер быуаттар дауамында нигеҙләнгән, ошоға таянып йәшәйбеҙ. Киләсәгебеҙ яҡты, өмөтлө булһын өсөн ҡулдан килгән тиклем ярҙам итәйек, шарттар булдырайыҡ,- тине.
Ысынлап та, әкиәти кисәлә теге утрауҙы эҙләүсе олатай беҙҙең барыбыҙға ла өмөтлө, бәхетле киләсәкте ситтән эҙләмәй, тыуған еребеҙҙә, ата йортонда, балалар баҡсаһында, тыуған мәктәбебеҙҙә тәрбиәләнгәненә ишара бирҙе түгелме?