Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2018, 16:16

Айыҡ йәмғиәт: эскелеккә ҡаршы көрәш дауам итә

Йәш быуындың, милләт әсәһе булырҙай ҡатын-ҡыҙҙарҙың “йәшел йылан” ҡоллоғона эләгеүе бигерәк аяныслы. Сәләмәт тормош яҡлы яҡташыбыҙ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф БАЙҒУСҠАРОВТЫҢ иғтибарынан, әлбиттә, бындай ауыр проблема ситтә ятып ҡала алмай.

Күп афәттәрҙең башында тап эскелек тора. Йыл һайын Рәсәйҙә уның арҡаһында алты йөҙ меңгә яҡын кеше вафат була. Күҙ алдына килтерегеҙ: һәр йыл этил ағыуы илебеҙҙең тотош бер ҡалаһын юҡҡа сығара. Көслө алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланыу үлем кимәлен арттыра, ғүмер ҡыҫҡалығының төп сәбәптәренең береһе булып ҡала. Йәш быуындың, милләт әсәһе булырҙай ҡатын-ҡыҙҙарҙың “йәшел йылан” ҡоллоғона эләгеүе бигерәк аяныслы. Сәләмәт тормош яҡлы яҡташыбыҙ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф БАЙҒУСҠАРОВТЫҢ иғтибарынан, әлбиттә, бындай ауыр проблема ситтә ятып ҡала алмай.



– Зариф Закир улы, һеҙ спорт менән дуҫ. Ун саҡрымлыҡ кросты еңел генә йүгерәһегеҙ, айыҡ тормош менән йәшәйһегеҙ. Депутат булараҡ замана сире – эскелеккә ҡаршы әүҙем көрәшәһегеҙ. Һеҙ – йәмғиәтте айыҡтырырға ярҙам иткән закондар авторы ла.

– Һайлау алды кампанияһы барышында халыҡ эскелеккә йыш зарланды һәм закондар кимәлендә саралар күреүемде һорағайны. Шуға ла сәйәси эшмәкәрлегемдә заман афәтенә ҡаршы көрәш ҙур урынды ала. Рәсми мәғлүмәттәргә күҙ һалһаң, һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә алкоголле эсемлектәр әҙерәк ҡулланыла: 2016 йылда, мәҫәлән, спиртлы эсемлектәр күләме бер кешегә йылына 11,6 литр тура килһә, 2017 йылда – 10 литр.

Ысынбарлыҡ күпкә аяныслыраҡ, “әҙерәк эсә башлағандар” тигән мәғлү¬мәткә ышаныуы ауыр, сөнки ул легаль спиртлы эсемлектәр¬ҙең тауар әйләнешен иҫәпкә ала. Башҡа сығанаҡтар аша ла хәмер һатыла бит, мәҫәлән, йәшерен цехтарҙа ҡойолған яһалма араҡы, шикле көмөшкә. Уны һатыусыларға элек ике мең һум тирәһе штраф һалына ине. Халыҡ минән ошо сумманы арттырыуҙы һораны. Бер нисә хеҙмәттәшем менән бергә, яһалма араҡы һатыусылар эшен туҡтатыу маҡсатында, закон проекты әҙерләнек һәм Дәүләт Думаһына тәҡдим иттек. Артабан уны тормошҡа ашырыу буйынса эштәрҙе үҙем алып барҙым. Закон былтыр августа ҡабул ителде. РФ Енәйәт кодексына һәм Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа индерелгән үҙгәрештәр буйынса, хәҙер техник спирттан яһалған яһалма араҡы һатыусыға 30 мең һумдан 50 мең һумға тиклем штраф һалына. Әгәр ҙә кеше бер йыл эсендә йәнә ошо эш өҫтөндә тотолһа, уға 50 мең һумдан 80 мең һумға тиклем штраф тәғәйенләнәсәк йәки бер йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп ителәсәк. Һаман да “ҡара” эшен ташламағандарға һуңғы сара – иркенән мәхрүм ителеү янай. Юридик берәмектәргә, ҙур күләмдә зыянлы спиртлы эсемлек һатыусыларға, ялған акциз маркалары эшләүселәргә лә яза ҡәтғиләштерелде. Ошо кәсеп менән аҫтыртын эш итеүселәргә уйланырға урын бар.



– Был закондың һөҙөмтәләре хаҡында әле һөйләргә буламы?

– Республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре менән уҙған кәңәшмәлә әйтеүҙәренсә, Башҡортостанда ыңғай үҙгәрештәр бар. Райондарҙың эске эштәр бүлеге етәкселәре менән дә даими һөйләшеп торам, спиртлы эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнеше кәмей.
Минең фекеремсә, эскелек менән көрәшеү тик полицияның ғына бурысы булырға тейеш түгел. Йәмәғәт ойошмалары, ауыл хакимиәте лә был көрәштән ситтә ятып ҡалмаһын ине. Әгәр ҙә полиция эскелеккә ҡаршы сара күрмәһә, шулай уҡ зыянлы спиртлы эсемлектәр һатылған урындар хаҡында миңә хәбәр итергә мөмкин (адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17). Былтыр бындай мөрәжәғәт Бөрйән халҡынан да булғайны, һөҙөмтәлә һигеҙ “нөктә” эшмәкәрлегенә сик ҡуйылды. Ләкин эш бының менән генә тамамланманы, тәғәйенләнгән язаларҙың үтәлеше, был кешеләрҙең эшмәкәрлеге әле лә күҙәтеү аҫтында. Үҙенә зыян тейеүҙән хафаланып, ауылдашының көмөшкә һатыуы хаҡында әйтмәүселәр бар, ләкин өндәшмәй ҡалырға ярамай. Кеше үҙе эсмәһә лә, уның яҡындары, балалары хәмер тоҙағына эләгеүе ихтимал бит.



-- Үҙе осһоҙ, үҙе зәһәр, халыҡ телендә “фанфурик” тип аталған шыйыҡсанан эскеселәр күпләп вафат була.

– Составында 75 процент спирт булған препаратҡа алкоголь акцизы булдырыу (һөҙөмтәлә хаҡы артасаҡ) йәки уны бөтөнләй тыйырға һәм дөйөм әйләнештән алырға кәрәк, тигән тәҡдим менән яңыраҡ сығыш яһаным. Яҡын киләсәктә был мәсьәлә ыңғай хәл ителәсәк.

– Эскесе менән бер ҡыйыҡ аҫтында көн күргәндәр күп ыҙалай. Элек, исмаһам, айнытҡыстар, һауыҡтырыу-хеҙмәт профилакторийы булды. Алкоголикка өгөт-нәсихәт йоғонто яһамай, ҡәтғи саралар кәрәк кеүек...

– Бер хәмер ҡоло ла үҙен эскесе тип һанамай. Эйе, улар үҙҙәре генә йонсомай, яҡындарының тормошон тамуҡҡа әүерелдерә. Енәйәттәрҙең -- 70, суицидтарҙың 63 проценты иҫерек баш менән эшләнә. Ғаиләһендә янъял ҡуптарған, яҡындарына ҡул күтәргән кеше, минең ҡарамаҡҡа, мотлаҡ дауаланырға тейеш. Бөгөнгө закондар буйынса, кешенең теләге булмайынса, уны мәжбүри дауаларға ярамай. Әммә алкоголиктың үҙ теләге менән дауаланыуы – һирәк хәл. Эскелек – ул сир һәм уның менән көрәшергә кәрәк.
Әлеге мәлдә, Дәүләт Думаһында хеҙмәттәштерем менән бергә, эскән кешене мәжбүри дауалау тураһындағы закон проекты өҫтөндә эшләйбеҙ. Иҫерек килеш енәйәт ҡылған йәки хоҡуҡ боҙған кешеләрҙе, медицина комиссияһы һөҙөмтәһенән сығып, мәжбүри дауалау ниәтләнә.

Хәҙер тәүге тапҡыр хәмер тәьҫирендә рулгә ултырыусыға административ яза бирелә, ә икенсегә – енәйәт яуаплылығы. 2017 йылда иҫерек водителдәр һаны буйынса республикабыҙ илдә икенсе урын алды – 28 мең кеше! Бындай кешеләр юлда ҙур ҡайғылар килтереүе ихтимал. Эскесегә диңгеҙ – тубыҡтан, тигәндәй, уларҙы штрафтар һәм башҡа тыйыуҙар туҡтатмай. Бында мәсьәләне тамырынан хәл итергә, йәғни иҫерек хәлдә рулгә ултырыусыларҙы ла мәжбүр итеп дауаларға кәрәк. Был зәхмәттән һауығып, ауыҙына башҡаса хәмер алмаған кеше ғаиләһенә терәк буласаҡ, күпме яҙмыштар яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәк, юлдарҙа фажиғәләр ҙә кәмейәсәк.

Әлеге закон проектына ҡаршы сығыусылар бар, йәнәһе, кеше хоҡуҡтары үтәлмәйәсәк, тиҙәр. Әммә эскеселәрҙең йәмғиәткә ниндәй ҙур бәлә килтереүен уйлаһаң, иманым камил, бындай закон мотлаҡ кәрәк.

-- Зариф Закир улы, замана сирҙәренең сәбәбе нимәлә икән? Эшһеҙлектәме ни?

– Ошо тема буйынса эшләнем һәм шуға инандым -- эшһеҙлек эскелек һәм башҡа афәттәргә сәбәп түгел. Миҫал өсөн: Себер тарафтарында эш менән проблема юҡ, тик ул төбәктә эскелек сәскә ата, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар күп. Кавказда эшһеҙлек көслө, ә уларға эскелек, наркомания, суицид, ташланған балалар кеүек күренештәр бөтөнләй ят. Бында барыһы ла тәрбиәнән, ғаилә ҡиммәттәренән килә. Эскелекте ғәҙәти хәл кеүек күреп үҫкән бала, ғәҙәттә, ата-әсәһе юлын ҡыуа. Райондарҙа, сәфәр барышында, тырышып донъя көткән йүнселдәр менән йыш осрашам. Улар күпләп мал аҫырай, баҡса үҫтерә, бесәнен-емен үҙе таба, балаларына сифатлы белем бирә, яҙмыштарына бер ҙә зарланмайҙар! Ә эскеселәр иһә эшләмәй, ялҡаулана, башҡаларҙа ғәйеп эҙләй һәм хәмер һаҙлығына бата. Бында барыһы ла тик кешенең үҙенән тора.

Һуңғы йылдарҙа халыҡтың, бигерәк тә йәштәрҙең айыҡ тормошто һайлауы шатландыра. Туйҙар һәм башҡа ғаилә байрамдары хәмерһеҙ үтә, ҡымыҙ һәм буҙа табында урын ала. Һабантуйҙарҙа элекке замандарҙағы кеүек иҫеректәрҙе осратмаҫһың. Был – бик яҡшы күренеш. Тимәк, эскелеккә ҡаршы закондарҙың һөҙөмтәһе бар. Улар ғаилә институтын нығыта, киләсәкте быуынды ҡурсалай, социаль тормошто яҡшырта. Әммә эшләйһе эштәр күп. Алдан әйтеүемсә, был көрәш халыҡ менән бергә барһа, йәмғиәтебеҙҙә айыҡлыҡ ғәҙәти хәлгә әүерелеренә шигем юҡ.

– Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Изге башланғыстарығыҙға уңыштар йылмайһын!

Гүзәл БИКМӘТОВА әңгәмәләште.

Читайте нас: