-5 °С
Болотло
Йылдар елеп кенә үтеп тора. Иҫтәлекле ваҡиғалар, байрамдар ҙа матур итеп ойошторола. Күптән түгел генә 1 Май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы үтте, 9 майҙа Бөйөк Ватан һуғышында яу ҡырында ятып ҡалғандарҙы иҫкә алдыҡ. Беҙҙе йәнә ҙур ваҡиға көтә – республиканың 100 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Был мөһим дата уңайынан һәр ауыл биләмәһендә 100-әр шыршы ултыртһалар, килер быуындарға матур иҫтәлек булыр ине.
Район үҙәге Иҫке Собханғолдоң Октябрь урамы тапҡырындағы тауҙа ағастар ултыртыла башлағайны. Был изге башланыс дауам итеү зурар эш - 100 йыллыҡ уңайынан 100 шыршы ултыртыу ауылға йәм өҫтәү менән бер рәттән тарихта ла матур эҙ булып һаҡланыр ине.
Абдулла ВАҺАПОВ, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны.