Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Май 2018, 18:18

Ир-егеттәр мәктәбе

“Ағиҙел” ял һәм һауыҡтырыу лагеры базаһында ойошторолған үҫмерҙәрҙе бар яҡтан һынаусы сарала – хәрби ялан йыйындарында район мәктәптәренең 10-сы синыфтарынан 47 егет һәм 2 ҡыҙ 14 майҙан 18 майға тиклем ысын әрме тормошо үтте.

“Ағиҙел” ял һәм һауыҡтырыу лагеры базаһында ойошторолған үҫмерҙәрҙе бар яҡтан һынаусы сарала – хәрби ялан йыйындарында район мәктәптәренең 10-сы синыфтарынан 47 егет һәм 2 ҡыҙ 14 майҙан 18 майға тиклем ысын әрме тормошо үтте.



Мәктәптәрҙең ОБЖ уҡытыусылары, тренерҙар етәкселегендә егеттәр һәм ҡыҙҙар сафҡа теҙелеү, ҡорал менән эш итеү ҡағиҙәләрен өйрәнде, физик норматив тапшырҙы, наряд төрҙәрен башҡарҙы.

- Быйылғы йыйынға үҙ теләктәре менән Иҫке Собханғол мәктәбенең хәрби спорт класында шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар ҙа: Гөлфиә Хәмиҙуллина менән Наҙгөл Манапова килде. Улар егеттәр менән бер рәттән хәрби хеҙмәт тормошоноң тәүге күнекмәләрен үҙләштерҙе. Хәрби күнекмәләрҙән һәм спорт ярыштарынан тыш, уҡыусылар өсөн мәҙәни саралар ҙа ойошторолдо. Мәҫәлән, Афған һуғышы ветерандары һәм ветеран хәрби етәкселәр менән осраштылар, “Мәсем” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы, йәштәрҙең психологик аспекттарын, донъяға ҡараштарын иҫәпкә алып, күнекмәләр үткәрҙе, район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре концерт күрһәтте. Хәрби ялан йыйыны үҫмерҙәрҙе төрлө яҡлап һынай һәм уларҙы патриотик рухта тәрбиәләүгә тос өлөш индерә, - тине йыйын начальнигының тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары Инсур Кәримов.

5 көн дауамында барған хәрби ялан йыйыны һынауҙарын уңышлы үткән уҡыусыларҙың әрме хеҙмәтенә барғас та Ватан һағында уяу торорона, үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеренә ышаныс ҙур.

Д. БАЙНАЗАРОВ.

Читайте нас: