Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Май 2018, 18:53

Батырҙар онотолмай

Аяуһыҙ һуғышта дошмандарҙы еңеүҙә Тимер ауылында йәшәгән Муса һәм Нәғимә Алтынбаевтарҙың улдары: Ғиззәт, Ғәйфи, Насиптың да өлөштәре әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уларҙың береһе лә иҫән түгел. Шулай ҙа балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре тормошта атай-олатайҙары хаҡында иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлай.

Еңеү көнө барыбыҙ өсөн дә ҡәҙерле, яҡты, шул уҡ ваҡытта һағышлы байрамдарҙың береһе. Бөйөк Ватан һуғышы бер генә ғаиләне лә урап үтмәй. Аяуһыҙ һуғышта дошмандарҙы еңеүҙә Тимер ауылында йәшәгән Муса һәм Нәғимә Алтынбаевтарҙың улдары: Ғиззәт, Ғәйфи, Насиптың да өлөштәре әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уларҙың береһе лә иҫән түгел. Шулай ҙа балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре тормошта атай-олатайҙары хаҡында иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлай.

- Атайым, 1905 йылғы Ғиззәт Муса улы (һүрәттә ултыра), һуғышҡа тиклем Ғәлиәкбәр ауылында “Ҡыҙыл байраҡ” промартеленең рәйесе булып эшләй. Уны, белемле кеше ауылда кәрәк, тип тәүҙә һуғышҡа алмайҙар. Миңә 3 йәш саҡта, 1942 йылдың 15 ғинуарында, ныҡышып, үҙе теләп фронтҡа китә. Дуҫ-иштәр, ауылдаштар һуғышта ҡан ҡойғанда, ҡасып ҡалған һымаҡ була, тип әсенә ул. Ике ай тирәһе уларҙы Алкинола атта һуғыш алымдарына өйрәткәс, фронтҡа ебәрәләр. Бер йылдан һуң, 1943 йылда, беҙҙең өйөбөҙгә “ҡара ҡағыҙ” килде. Атайым Харьков өлкәһенең Дергачев районында ерләнгән. Әсәйем балалары хаҡына түҙгәндер инде. Ғаиләлә өс бала инек, атай һуғышҡа киткәс, Муллайән ағай атайҙың тәүге ҡатынына – үҙ әсәһенә ҡайтты. Әсәй Риф ағайым менән миңә ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерҙе. Башҡалар кеүек үлән йыйып та ашаныҡ, шулай ҙа әллә ни аслыҡ күрмәнек, үҙебеҙ һыйыр көтә инек. Ул ваҡытта Иҫке Собханғолда йәшәнек, - ти 79 йәшлек хеҙмәт ветераны, Ғиззәт Муса улының ҡыҙы Люциә Хөббөтдинова.

Ғиззәт Муса улы хаҡында кесе лейтенант Епангинцевтың яҙған хатында (1968 йылда “Еңеү юлында” гәзитенең 23-сө һанында баҫылған) ошондай юлдар бар: “Ғиззәт Алтынбаев иптәш ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙен хәрби һәм политик әҙерлектең отличнигы итеп күрһәтте. Ул үҙенең шәхси өлгөһө менән подразделение боецтарын хәрби белемде тиҙ үҙләштереүгә рухландырҙы. Алтынбаев иптәш немец фашистарын аяуһыҙ ҡырыу өсөн, фронтҡа доброволец итеп ебәреүҙәрен һорап ғариза бирҙе. Патриоттың теләге ҡәнәғәтләндерелде”. Ғиззәт Алтынбаев заманына күрә белемле кеше була. “Мин тыуғанда атай өйҙә булмаған, Стәрле ҡалаһында уҡып йөрөгән. Кемгә уҡығандыр, белмәйем”, - ти ҡыҙы. Люциә Ғиззәт ҡыҙы атаһының латин хәрефтәре менән һуғыштан яҙған берҙән-бер хатын уның иҫтәлеге итеп ҡәҙерләп һаҡлай (эстәлеге бер-нисә йыл элек гәзит биттәрендә баҫылып сыҡты).

Күптән түгел редакцияға инеп сыҡҡан Ғәрифә Алтынбаева: “Ҡайным буйға оҙон, мыҡты кәүҙәле, 2 метр 8 см була. Тәүҙә Ғәлиәкбәрҙәрҙең атын менеп ҡарай, аяғы ергә тейә яҙып тора. Шунан колхоздың өйөр айғырына атланып, “Мин хаҡлымын, ут эсенә керәм” тип, фронтҡа сығып китә. Ул кавалерия дивизияһында һуғыша”, - тип һөйләне.
- Атайым, ысынлап та, елле кәүҙәле булған. 8 йәшлек Риф ағайым, атайҙы һуғышҡа оҙатып ҡайтҡас, күрше Нуркә апайҙың Иван ағайға буйы етте, әсәйҙең буйы етмәгәс, атайҙы үпмәне лә, тип көлдөрөп тә йөрөгән. Мин атайымды бөтөнләй хәтерләмәйем, ололар һөйләүе буйынса ғына күҙ алдына килтерә инем. Ул, яңылышмаһам, данлыҡлы 112-се башҡорт атлы дивизияһында һуғышҡан, тик ни өсөндөр китапҡа исеме инмәгән.

Атайҙың уртансы ҡустыһы, һуғыштан йөрөп ҡайтып, барлыҡ көсөн илде аяҡҡа баҫтырыуға түккән Ғәйфи ағайым (Ғәйфулла тип тә әйтә инек) 1968 йылда донъя ҡуйҙы. Комсомол ойошмаһында эшләп, һуғышҡа алынған бәләкәйҙәре Насип (Насибулла) яуҙан ауыр яраланып ҡайтып, Өфөгә дауаланырға тип китеп, шунда үлә, - ти Люциә Хөббөтдинова.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары йыраҡлаша бара. Ләкин халҡыбыҙ кисергән ҡайғы-хәсрәттәр бер ҡасан да онотолмаҫ. Ҡурғашлы ауылында йәшәүсе Люциә Ғәйфи ҡыҙы, балалары, 10 ейән-ейәнсәре, 11 бүлә-бүләсәре Еңеү килтергәндәрҙең барыһына ла рәхмәтле булып, атай-олатайҙары ҡаһарманлығын онотмай ғорурланып йәшәй. Сөнки бөгөнгө тыныс тормошта йәшәүебеҙ өсөн беҙ уларға бурыслы!

Д. БАЙНАЗАРОВ.

Читайте нас: