Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2018, 14:42

«Минең өсөн Бөйөк Еңеүҙән дә олораҡ байрам юҡ»

Эйе, 94 йәшлек һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Гөлгизәр Мифтах ҡыҙы Изгина өсөн ул айырыуса әһәмиәткә эйә.

Эйе, 94 йәшлек һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Гөлгизәр Мифтах ҡыҙы Изгина өсөн ул айырыуса әһәмиәткә эйә.

Кулак мөһөрө менән атаһы төрмәгә оҙатылып, бар мал-мөлкәттәре тартып алынғас, өс балаһы менән әсәһе урамда тороп ҡала. Дүрт кенә йәшлек бәләкәй ҡыҙҙың михнәттәре шул саҡтан башланып, оҙаҡ йылдар дауам итә. Ғаилә иҫке генә мунсала йәшәргә мәжбүр була. Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, ете синыфты тамамлай алған Гөлгизәр 1940 йылда район дауаханаһына эшкә урынлаша. Һуғыш башланғас, аслыҡтан, йәберләүҙәрҙән тамам туйған 19 йәшлек Гөлгизәр әхирәте Ғәфүрә менән хәрби комиссариатҡа барып, фронтҡа ебәреүҙәрен һорап ғариза яҙалар. 1943 йылдың 15 июлендә улар һуғышҡа алына.

Гөлгизәр Мифтах ҡыҙы Польшаның Котовица ҡалаһында урынлашҡан 1781-се зенит-артиллерия полкының һауаны приборҙар менән күҙәтеү бүлексәһенә эләгә. Бурыстары дошман самолеттарының ҡайһы йүнәлештә, ниндәй бейеклектә осоуын билдәләп, шул турала хәбәр итеүҙән ғибарәт була. «Полкта тәртип мәсьәләһе ҡаты ҡуйылды, һалдаттар бер-береһен ихтирам итте, рух көслө ине», - тип хәтерләй бөгөн һуғыш ветераны. Оҙон ике йылдан һуң, 1945 йылдың авгусында, тыуған ауылына аяҡ баҫа

– Әсәйеңдең фронтҡа киткәнен иҫләйем, бер нисә ҡатын-ҡыҙ арбаға тейәлешкәйне, әсәйеңдең аяғында тәпешкә ине. Беҙ, малай-шалай, уларҙы оҙатып ҡалдыҡ, тип һөйләгәйне Байназарҙан бер ағай, – ти Гөлгизәр инәйҙең ҡыҙы Әлфирә. – Шуны күҙ алдына килтерәм дә, күңелгә ауыр булып китә, күҙҙәргә йәш килеп тығыла – йәп-йәш, сибек кенә булғандар бит, ә үҙҙәре Ватаным, илем тип һис бер ҡурҡыуһыҙ ут эсенә ингәндәр. Ниндәй фиҙакәрлек, батырлыҡ… Әсәйем шундай баҫалҡы, тыйнаҡ кеше, үҙенең һуғышта ҡатнашыуын һөйләргә яратмай. “Ҡуйсәле, ҡыҙым, һуғышта ла булмаған һымаҡмын, фашистарҙы ла күрмәнем, шөкөр.Тик ҡайһы саҡ самолет тауышы ишетелһә генә тертләп китәм, әйтерһең дә, яңынан һуғыш яланына барып сыҡҡанмын, баш осонда дошман самолеттары геүелдәп оса», - тип әйтеп ҡуя.

Фронтовик Әбделмән Изгин менән сәстәрен сәскә бәйләп, бәхетттәрен арттырып, 4 бала үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, бәхетле ғүмер кисерәләр улар. Ғаилә башлығы, Темәс педучилищеһын тамамлап, политехник институтта уҡып, финанс белгесе дипломына эйә булған Әбделмән Изгин һуңынан бик күп яуаплы вазифаларҙа эшләй. Ә Гөлгизәр һатыусы ла, магазин мөдире лә була. Тырышлығы өсөн хәрби орден-миҙалдар янына хеҙмәт наградалары ла өҫтәлә.

«Бала сағым мунсала үтте, тип зарланма, кәләш, хан һарайындай йорт төҙөйөм мин һиңә», тип вәғәҙә биргән Әбделмән Усман улы һүҙен тота – ғүмерендә бер түгел, өс йорт һала! Шул йорттарҙың иң олоһонда тол ҡалған һуғыш ветераны Гөлгизәр Изгина бөгөн ҡыҙы Әлфирә менән йәшәй. Балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә, яҡшы тәрбиәһендә йәшәгән һуғыш ветераны бөгөнгө көндә бәхетле ҡартлыҡ кисерә.

А. АҠЫЕВА әҙерләне.

Читайте нас: