Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2018, 17:16

«Еңеүҙе Приморье өлкәһенең Хәсән районында ҡаршы алдым»

Абдулла Ноғоман улы Ваһапов 1926 йылдың 2 ғинуарында Мәндәғол ауылында тыуған. 1942 йылда Иҫке Собханғол мәктәбендә 7-се синыфты тамамлағас, “Марс” колхозында эшләй, 1942 йылдың 1 сентябренән Мәндәғол башланғыс мәктәбендә уҡыта.

Абдулла Ноғоман улы Ваһапов 1926 йылдың 2 ғинуарында Мәндәғол ауылында тыуған. 1942 йылда Иҫке Собханғол мәктәбендә 7-се синыфты тамамлағас, “Марс” колхозында эшләй, 1942 йылдың 1 сентябренән Мәндәғол башланғыс мәктәбендә уҡыта.

1943 йылдың 7 ноябрендә райондан 16-17 йәшлек 42 үҫмерҙе саналарға ултыртып Стәрлетамаҡҡа оҙаталар. Улар араһында Абдулла Ваһапов та була. 10 көн тирәһе эшелон көткәндән һуң, Көнсығышҡа, Приморье өлкәһенең Ворошилов (хәҙерге Уссурийск) ҡалаһына ебәрәләр. 42-һе лә 258-се уҡсылар дивизияһының 999-сы уҡсылар полкына эләгә.

Март айында уларҙы тағы бүләләр. Абдулла Ваһапов Раздольныйҙағы 156-сы запас полкка эләгә, унан Япон диңгеҙе яры буйында урынлашҡан 113-сө УР-ға (укрепительный район) ебәрелә.

- Унда дошманды диңгеҙҙән ярға сығармаҫ өсөн доттарҙа әҙер ултырҙыҡ. Беҙҙең доттар араһынан дошман бер нисек тә, хатта шыуышып та сыға алмаҫлыҡ ине, сөнки һәр доттың билдәле үҙ ут нөктәһе булды. Беҙҙән алыҫ түгел ерҙә тағы ла бер ғәскәр урынлашҡайны. Уларҙың бер дивизияһы һауаны, икенсеһе ерҙе, өсөнсөһө диңгеҙ сиктәрен һаҡланы. Беҙгә хат та килмәне һәм хат яҙырға рөхсәт тә ителмәне, телефон, радио юҡ.

Взвод командирының ғына үҙе менән алып йөрөгән ҡумталы телефоны булды. Иртә менән диңгеҙ тулҡындары ярға килтереп ырғытҡан балыҡсыларҙан ҡалған баллон, таҡта киҫәктәрен ут яғыр өсөн йыйып ала торғайныҡ. Бер көн шулай командир яр буйында ҙур ғына ҡара нәмә ятҡанын күреп, мине шуны алырға ебәрҙе. Яҡынлашһам, яртылаш ҡом менән күмелгән бәләкәй генә ағас шхуна булып сыҡты. Уны ҡомдан сығарырға маташам, шул мәл доттар янында винтовканан атҡан тауыштар ишетелә башланы. Аңламай, дошман сиккә яҡынлашҡан, сикте боҙған икән, тип үҙебеҙҙең яҡҡа йүгерҙем. Баҡтиһәң, көнбайышта һуғыш бөткән тигән хәбәрҙе ишеткәндәр икән. Һалдаттар бер-береһен ҡосаҡлайҙар, винтовканан һауаға аталар. Ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы. Шулай итеп, Бөйөк Еңеүҙе Приморье өлкәһенең Хәсән районында ҡаршы алдым, - ти Абдулла Ноғоман улы.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланып, һалдаттар яу ҡырынан тыуған илдәренә ҡайтҡан ваҡытта Абдулла Ваһаповтың яу тарихы дауам итә. Ул 1945 йылдың август аҙағында Кореяны азат итеүҙә, 1-се Алыҫ Көнсығыш фронты составында япон милитаристарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Тик 1950 йылдың октябрь айында старшина званиеһында хәрби хеҙмәтен тамамлап, тыуған иленә ҡайтырға насип була. Өйҙә уны яу ғәрәсәттәренән имен-һау ҡайтҡан атаһы Ноғоман менән әсәһе Мәфтуха ҡаршы ала. Абдулла Ваһаповтың атаһы һәм уның 4 ҡустыһы ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, тик Әхмәт ағаһы яу ҡырынан ҡайта алмай. Ә ағаһы Һибәт Ишкилдин яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ленин ордены менән бүләкләнә. Абдулла Ваһапов хәрби хеҙмәттәге айырым ҡаҙаныштары өсөн Ватан һуғышы ордены һәм 14 миҙал, шул иҫәптән “Кореяны азат иткән өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.

М. ЙӘМИЛЕВА әҙерләне.

Читайте нас: