Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Май 2018, 13:34

Олатайым менән ғорурланам.

Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығы уңайынан телевизорҙан күрһәтелгән һуғыш киноларын ҡараған, гәзит-журналдарҙан һуғышта ҡатнашҡан ветерандар тураһында уҡыған һайын олатайымды иҫкә алам, уны ниндәйерәк булған икән тип күҙ алдына килтерергә тырышам.

Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығы уңайынан телевизорҙан күрһәтелгән һуғыш киноларын ҡараған, гәзит-журналдарҙан һуғышта ҡатнашҡан ветерандар тураһында уҡыған һайын олатайымды иҫкә алам, уны ниндәйерәк булған икән тип күҙ алдына килтерергә тырышам.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы мин уны күрмәнем, олатайым мин тыуғансы уҡ 44 йәшендә генә вафат булған, әммә барлыҡ туғандары яҡты иҫтәлеген бөгөн дә онотмай йөрәгебеҙҙә һаҡлайбыҙ. Уның тураһында таныш-белештәрҙең һөйләүенән генә беләм.
Минең олатайым Ғәбиҙуллин Шәкирйән Әбдулғәни улы 1924 йылда Аҫҡар ауылында донъяға килә.

1942 йылдың июлендә 18 йәшендә һуғышҡа алына. 1943 йылдың 12 июлендә Курск өлкәһе Яковлево ауылы һәм Соболевский утары эргәһендә немец фашистарына ҡаршы барған һуғыштарҙа үҙен Ҡыҙыл Армияның иң яҡшы һалдаттарының береһе итеп таныта. Быны айырым гвардия уҡыу батальоны командиры, капитан Кийко яҙған орденға тәҡдим итеү хаты күрһәтә. “Ғәбиҙуллин иптәш оборона тотҡанда үҙенең оҫталыҡ һәм сослоғы менән винтовканан 15 фашисты стройҙан сығарҙы. 1943 йылдың 12 июлендә Батальондың пулемет ротаһы составында Курск өлкәһе Соболев утарына һөжүм иткәндә, дошман бомбаға тотҡан ваҡытта ул үҙенә ышанып тапшырылған танк пулеметынан броня тишкес-яндырғыс пулялары менән “Лонкерс-88” немец самолотын бәреп төшөрҙө”, тиелә хатта. Ошо ҡаты бәрелештә күрһәткән батырлығы өсөн 51-се гвардия уҡсылар дивизияһының айырым гвардия батальоны станоклы пулемет наводчигы Шәкирйән Ғәбиҙуллин II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән наградлана. Бынан тыш бик күп миҙалдары бар.

Һуғыш осорондамы, әллә һуғышҡа китер алдынанмы Байназар егете Зәкир Салауатов менән: “Әгәр һуғыштан иҫән-һау ҡайтһаҡ, балаларыбыҙға бер-беребеҙҙең исемдәрҙе ҡушырбыҙ”, - тип һөйләшкән булғандар.

Олатайым 1944 йылдың майында ауыр яраланыуҙан һуң, бер аяғын юғалтып тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Бер аҙ һауыҡҡас хәленән килгән барлыҡ эштәрҙе башҡара: бухгалтер, ауыл советы секретаре, колхоз рәйесе булып эшләй.

Һуғыштан һуң Байназар ауылынан Шәмсиямал Сабит ҡыҙын кәләш итеп ала. Олатай менән өләсәй 2 бала үҫтергәндәр. Үрҙә килешелгәнсә олатайым малайына Зәкирйән, ә Зәкир апа үҙ малайына Шәкирйән тип исем ҡушҡан.

Олатайым 1968 йылдың ноябрендә үлеп ҡала, хәҙерге ваҡытта иҫән булһа, 93 йәшендә булыр ине. Ул бик алсаҡ, ихлас күңелле, эшлекле, ярҙамсыл кеше булған.
Тормошта яҡшы эҙ ҡалдырған, еңеүҙе яҡынайтыу өсөн фронтта ла, тылда ла хәленән килгәндең барыһын да эшләгән олатайым Шәкирйән Әбдулғәни улы Ғәбиҙуллин менән ғорурланабыҙ, уның хаҡында күңелдәребеҙҙә тик матур хәтирәләр генә һаҡлана.
Зәбир ҒӘНИЕВ.

Читайте нас: