Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Май 2018, 18:14

Геройҙар-арабыҙҙа

“Иҫке Собханғол ауылында ир-уҙаман Алағуян йылғаһында батып барған баланы ҡотҡарған”, тигән хәбәр район үҙәгендә йәшен тиҙлегендә таралды. Ҡотҡарыусыбыҙ Ринат Әбдрәхимов “Лесничестволар идаралығы” дәүләт ҡаҙналыҡ учреждениеһы бүлегендә “Әсебар” участкаһы лесничие булып эшләй. 23 апрель булған ваҡиғалар тураһында бына нимә һөйләй ул.

“Иҫке Собханғол ауылында ир-уҙаман Алағуян йылғаһында батып барған баланы ҡотҡарған”, тигән хәбәр район үҙәгендә йәшен тиҙлегендә таралды. Был хәлде үҙенсә баһалаған, хатта ваҡиғаның ҡайһы бер урындарын үҙ фараздарына ҡороп, уҙҙырып һөйләргә тартынмағандар ҙа табылды.

Ҡотҡарыусыбыҙ Ринат Әбдрәхимов “Лесничестволар идаралығы” дәүләт ҡаҙналыҡ учреждениеһы бүлегендә “Әсебар” участкаһы лесничие булып эшләй. 23 апрель булған ваҡиғалар тураһында бына нимә һөйләй ул.

Төш мәле була. Икенсе сменала уҡыған ҡыҙын мәктәпкә алып барырға тип, йыйынып йөрөгән атай кеше тәҙрә аша урамға күҙ һала. Арҡаһына рюкзак аҫып Алағуяндың яры буйлап китеп барған малайҙың боҙға үтә яҡын килгәнен күреп, ҡыҙына: “Бына ошолайтып боҙ ситенән йөрөмә, күрәһеңме йылға нисек ажғырып ағып ята. Яңылыш төшөп китеүең мөмкин, бик ҡурҡыныс”, тип киҫәтеп ҡуя. Тәҙрә тәңгәленән боролоп үҙ эше менән булған арала, ҡыҙы: “Атай, ана теге малай һыуға ҡоланы”, - тип ҡысҡырып ебәрә. Тәҙрәнән малайҙың боҙ ситенә эләгә биреп тороуын күреп, йән-фарманға тышҡа атылып сыға. Тик көслө ағым үҙенекен эшләй, малайҙы ағыҙып алып китә.

-Өҫтөмдә нимә булған шул килеш, аяҡ кейеме кейеү ҙә юҡ сығып йүгерҙем. Башымда нисек тә булһа өлгөрөргә тигән уй ғына ине. Мин сыҡҡанда бала Владиктың картуф баҡсаһы тәңгәленә барып еткәйне. Йүгереп барып тотам тигәндә, көслө ағым уны һыу аҫтына алып китте. Бала салҡатан төшөп, сепрәк шикелле генә аҡты ла китте. Уның өн-тауышы ла сығып өлгөрмәне хатта, сөнки бите һыу аҫтында ине. Бар көсөмә йылғаның уртаһындағы боҙға йүгереп барып мендем дә шунан тағы һыуға ырғыным. Тәлғәт Алтынбаевтар тәңгәлендә генә теге малайҙы тотоп алып боҙға ырғытып өлгөрҙөм. Бала бер 150 метр тирәһе аҡҡандыр ул, унан артығыраҡ араны аҡһа тере килеш ҡотҡарып булмаҫ ине. Малай шунда боҙ өҫтөндә ятып ҡалды, ә үҙемде көслө ағым аяҡтан йығып, артабан ағыҙып алып китте. Машинала үтеп барған Алик Алтынбав беҙҙе күреп ҡалып, туҡтаған булған икән. Ул миңә ҡул биреп йылғанан һөрәп тигәндәй сығарҙы. Артабан Зәбирҙе тиҙ ярҙам хеҙмәтенә алып барғандарын, тейешле ярҙам күрһәткәндәрен әйттеләр. Малайҙың исеме Зәбир икәнен дә аҙаҡ белдем. Уның атаһы Зәкир килеп улының хәле яҡшы булыуын, бер-нисә көн дауаханала ятҡандан һуң өйгә ҡайтарғандарын һөйләп, рәхмәттәрен әйтеп китте, - ти Ринат Әбдрәхимов.
Шул тирәлә йәшәгән Фаяз һәм Зилә Бариевтар ҙа был ваҡиғаның шаһиты була, улар боҙ өҫтөндә ятҡан Зәбирҙе йәһәт кенә машиналарына һалып алалар, малайҙы танып ҡалып, тиҙ генә әсәһенә шылтыраталар.

-Был көндө эштән ҡайттым да өйгә инмәй тышта тора бирҙем, улым да нишләптер мәктәптән ҡайтмаған булып сыҡты. Күңелем бошоп, нимәнелер һиҙенгәндәй тора инем, шул мәлдә телефон шылтыраны, улымдың һыуға батҡанын хәбәр иттеләр. Әйтерһең дә аяҡ аҫтында ер убылды, шаҡ ҡаттым да ҡалдым. Тере генә булһын инде тигән уй ғына мейемде яра ине. Өйгә индереп ҡоро кейемдәр кейҙереп, тиҙ ярҙам хеҙмәтен саҡырҙыҡ. Шөкөр, хәҙер улымдың һаулығына бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Унан был ваҡиға тураһында ҡат-ҡат һорашабыҙ, әммә ул башын аҫҡа эйә лә, беҙгә бер ни ҙә һөйләмәй, бәлки күңелһеҙ хәлде иҫләгеһе лә килмәйҙер. Үҙем дә әле саҡ был ваҡиғанан һушыма килә башланым. Улымды ҡотҡарыусы Ринат Әбдрәхимовҡа һәм уның ҡыҙына, шулай уҡ был ваҡиғала битараф ҡалмай ярҙам ҡулы һуҙған кешеләргә ҙур рәхмәт. Хәҙер инде улыбыҙҙы мәктәпкә алып барып ҡуябыҙ, барып алабыҙ, - ти Зәбирҙең әсәһе Оксана.

Балаларҙың тап ҡарауһыҙ йөрөүҙәре арҡаһында фажиғәгә тарыуҙарын барыһы ла яҡшы белә, әммә күреүебеҙсә, был хәлдәр бер ниндәй ҙә һабаҡ бирмәй. Зәбирҙең бәхетенә күрә юлында Ринат Фәттәх улы осрай. Ҡотҡарыусы үҙен герой тип һанамай, әлбиттә. «Минең урынымда башҡалар ҙа шулай эшләр ине, моғайын», - ти.

Эйе, ташҡын ҡурҡыныс нәмә, бер кемде лә аямай. Әгәр йылғаға төшһәң, ҡаршы торормон тимә, шундуҡ көслө ағым алып китәсәк. Балаларҙың ғүмере өсөн яуаплылыҡ тойғоһон юғалтмайыҡ, йәмәғәт. Айырыуса башланғыс класта уҡыған балаларҙың юлдары йылға эргәһенән үтә икән, ата-әсәгә икеләтә һаҡ булырға кәрәк.

А.АҠЫЕВА.

Читайте нас: