Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель 2018, 19:05

Урындағы үҙидара көнө билдәләнде

Район мәҙәниәт һарайында Урындағы үҙидара көнөнә арналған сара үтте. Унда район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ветерандары, район активы, ауыл советы башлыҡтары ҡатнашты.

Халыҡ йәшәйеше улар ҡулында
Район мәҙәниәт һарайында Урындағы үҙидара көнөнә арналған сара үтте. Унда район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ветерандары, район активы, ауыл советы башлыҡтары ҡатнашты.
Сараны район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов асты.
-Рәсәйҙә был көн алтынсы йыл рәттән билдәләнһә лә, Урындағы үҙидара мөһим дәүләт институты булараҡ күптән танылды. Бөгөнгө көндә урындағы үҙидара - халыҡҡа иң яҡын торған власть органы. Граждандар менән менән дәүләт араһындағы күпер, берләштереүсе көс булып тора. Муниципаль кимәлдә граждандарҙың көндәлек тормошондағы мөһим һәм көнүҙәк мәсьәләләре хәл ителә. Райондың социаль-иҡтисади үҫешен яҡшыртыу, халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыу яуаплылығы урындағы үҙидара органдарының иңенә һалынған. Депутаттар корпусы район һәм ауыл Советтарында урындағы әһәмиәтле һорауҙарҙы хәл итә, үҙҙәренең округтарында йәшәгән граждандарҙың мәнфәғәтен яҡлай. Бөгөнгө көндә беҙҙең районда 12 ауыл биләмәһе үҙенең эшен “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидаралыҡты ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһындағы” федераль ҡанунға ярашлы ойошторған. Муниципаль берәмек органдарының көндәлек эшмәкәрлеген ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар, атайҙар йәмәғәт Советтары, Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, ағинәйҙәр клубы, инвалидтар ойошмаһының беренсел бүлексәһе кеүек йәмәғәт ойошмаларына таянып башҡарыуы үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Был йәһәттән урындағы үҙидаралыҡҡа тос өлөш индереп Тимер, Кейекбай, Байназар, Байғаҙы һәм Аҫҡар ауыл биләмәләре әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Үҙидара органдарының абруйы көндәлек эштән тора. Киләсәктә лә районыбыҙҙың үҫеше хаҡына, халыҡтың йәшәү кимәлен тағы ла яҡшыртыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалып, бергәләшеп эшләрбеҙ, тип ышанам, - тине район башлығы Рөстәм Динислам улы барлыҡ урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләп.
Район үҫешенә тос өлөш индергән, хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, әле лә сафта ҡалған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып, йәштәргә өлгө булып торған бер төркөм ветеран-хеҙмәткәрҙәргә оло тәжрибәләре һәм лайыҡлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы..
Был көндө иң яҡшы үҙидара хеҙмәткәрҙәре алғыш алды. Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмек конкурсы сиктәрендә “Иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр” номинацияһында 3-сө урын яулаусы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Теләүбаева диплом менән бүләкләнде. Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙ идараны үҫтереүгә ҙур өлөш индергән һәм актив йәмәғәтселек эшмәкәрлеге алып барған: район хакимиәтенең документтар менән эшләү секторы мөдире Г. Заироваға, Байғаҙы ауыл биләмәһе башлығы А. Мәжитовҡа, Ғәлиәкбәр ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ә. Байғазинаға Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайының Почет грамоталары, район хакимиәтенең архивтар менән эшләү бүлеге мөдире Ф. Ваһаповаға, Ҡолғана ауыл биләмәһе башлығы И. Ҡулбирҙинға, Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Р. Сәйфетдиновҡа “Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы” ассоцияцияһының Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
А.АҠЫЕВА.
Читайте нас: