Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель 2018, 18:49

Бәхетле ҡартлыҡ.

Минең өләсәйем Ишемғужина Гөлзәбирә Мөхәмәтйән ҡыҙы. Ул Бөрйән районының Мәһәҙи ауылында 1928 йылдың15 мартында донъяға килгән.

Минең өләсәйем Ишемғужина Гөлзәбирә Мөхәмәтйән ҡыҙы. Ул Бөрйән районының Мәһәҙи ауылында 1928 йылдың15 мартында донъяға килгән. Мин уның иң бәләкәс һәм иң яратҡан ейәнсәрҙәренең береһе Гөлназ. Әле лә хәтеремдә, мәктәптән ҡайтышлай өләсәйемә инһәм, ул мине хуш еҫле сәйе, бөтмәҫ тәмлекәстәре, йылы һүҙе, яғымлы ҡарашы менән ҡаршылай торғайны. Өләсәйемә барып сәй эсеп алғас, тиҙ генә һауыт-һабаны йыуам, утын индерәм, өй йыйыштырам. Килгән һайын өләсәйемдең серле ҡумтаһын ҡарарға яратам. Сөнки ҡумтаһының эсендә элекке биҙәнеү әйберҙәре бар: мунсаҡтар, бәләҙектәр, йөҙөктәр, нимә генә юҡ! Өләсәйемдең ҡайтҡан һайын хәлен белешеп торам, хәтирәләре менән уртаҡлашам , ул әле лә ҡарт күренмәй тип уйлайым мин. Сөнки уның күҙҙәре асыҡ күрә, зиһене теүәл, үҙ аяғында йөрөй. Минең өләсәйем бик тырыш, уңған, тыл ветераны. Ул һуғыш мәлдәрендә агроном булған. Улар колхозда үгеҙ егеп, көнөн- төнөн эшләп, иген сәскәндәр, үҫтергәндәр, йыйып елгәргәндәр. Йыйылған игенде келәткә һалғандар. Ул иген хөкүмәткә тапшырылған.
Һуғыштан һуңғы осорҙа ағас эшендә ҡатнашҡан: ағас ҡырҡҡандар, ботағандар, өйгәндәр, шул ағасты Ағиҙел ярына яҡынайтып ташығандар. Улар иртә торғандар, ҡаты сатлама һыуыҡта ла эшләгәндәр. Аяҡтарында сабата ғына булғаны мине шул тиклем аптырата. Нисек ауырымай йөрөгәндәрҙер? Өләсәйем ошондай хәтирә лә һөйләне: ағас ҡырҡыу эштәрен бөтөп, йәйәүләп ҡайтып килгәндә бер урында йоҡларға тура килә. Арыуҙан, йонсоуҙан шул тиклем бер нәмә белмәй йоҡлағандар, иртәнсәк тороуҙарына өҫтәренә бер иле ҡар яуған була.

Урман ҡырҡҡан ваҡытта олатайым менән танышҡан. Улар ғүмер буйы колхозда ал- ял белмәй, төрлө эштәрҙә эшләй. Өләсәйем шул уҡ ваҡытта шәлен дә бәйләп, Магнит ҡалаһы баҙарына алып барып һатып, балаларына кейем- һалым алып ҡайтҡан. Улар бергә ҡырҡ биш йыл донъя көтөп, ете бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Уларҙың һәр -береһенең үҙ ғаиләһе бар. Бөгөнгө көндә егерме дүрт ейән-ейәнсәргә һәм егерме биш бүлә- бүләсәргә өләсәй.
Өләсәйем элек тә, әле лә булғанына шөкөр итеп йәшәй. – Аллаһы Тәғәләгә ышанып, уның биргәненә рәхмәт әйтеп йәшәгәнгә лә ошо йәшкә еткәнмендер. Гел генә кешеләргә яҡшылыҡ, изгелек эшләргә тырыштым. Берваҡытта ла насарлыҡ ҡылманым, әсәйемдең өйрәткәне буйынса йәшәнем,- тип һөйләй өләсәйем.

Ул Нәби ауылында, ҡыҙы – Зифа апайҙарҙа ғүмер итә. Бөгөнгө көндә ятһа- торһа өҙөлөп торған кинйә ҡыҙы Зифа, аҡыллы, кеше йәнле , сабыр кейәүе матур итеп тәрбиәләйҙәр. Өләсәйем ул яҡтан бик бәхетле. Әле береһе, әле икенсеһе килеп-китеп кенә тора. Күп бала тәрбиәләп бөгөн уларҙың яҡшы тәрбиәһен, йылы мөнәсәбәтен күрегә ни етә оло кешегә.



Ишемғужина Гөлназ, йәш хәбәрсе, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы
Читайте нас: