Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель 2018, 18:47

Мәк сәскәһе матур ҙа ул...

Халыҡ сәләмәтлегенә һәм йәмғиәт әхләгенә ҡаршы йүнәлтелгән енәйәттәрҙең береһе “наркотик средстволарҙы һәм психотроп матдәләрҙе йәки уларҙың аналогтарын законһыҙ һатып алыу, һаҡлау, алып барыу, әҙерләү, эшкәртеү, шулай уҡ составтарында наркотик средстволар йәки психотроп матдәләр булған үҫемлектәрҙе, йәки уларҙың наркотик средстволар йәки психотроп матдәләр булған өлөштәрен һатып алыу, һаҡлау, алып барыу”.

Халыҡ сәләмәтлегенә һәм йәмғиәт әхләгенә ҡаршы йүнәлтелгән енәйәттәрҙең береһе “наркотик средстволарҙы һәм психотроп матдәләрҙе йәки уларҙың аналогтарын законһыҙ һатып алыу, һаҡлау, алып барыу, әҙерләү, эшкәртеү, шулай уҡ составтарында наркотик средстволар йәки психотроп матдәләр булған үҫемлектәрҙе, йәки уларҙың наркотик средстволар йәки психотроп матдәләр булған өлөштәрен һатып алыу, һаҡлау, алып барыу”. Уларҙы ҡылған өсөн, РФ Енәйәт кодексының 228-се статьяһының 1-се бүлегенә ярашлы, 40 мең һумға тиклем йәки хөкөм ителеүсенең өс айлыҡ эш хаҡы йәки башҡа килеме күләмендә штраф рәүешендә, йә булмаһа 480 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәр, йәки 2 йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәре, йә булмаһа 3 йылға тиклем иркен сикләү, йәки шул уҡ срокка иркенән мәхрүм итеү рәүешендә яза ҡулланыла.
Шулай 2017 йылдың 31 июлендә Бөрйән районының бер ауылында Белорет ҡалаһында йәшәүсе гражданин Ш. Бер йорттоң урам баҡсаһына төшөп, “Наркотик средстволар һәм психотроп матдәләр тураһында” Федераль закон талаптарын боҙоп, был үҫемлектең наркотик средство икәнен белә тороп, артабан шәхси ҡулланыу өсөн законһыҙ рәүештә наркотик средство - 158,71 грамм мәк һаламын йыйып полимер пакетҡа һалып ала. Унан һуң, законһыҙ рәүештә наркотик матдә алған еренән ҡасыу маҡсаты менән, гр. Ш. албаҡсаның рәшәткәһе аша сығырға ынтыла һәм урындағы халыҡтың ҡулына эләгә.
Ваҡиға урынын ҡарау барышында Ш. тарафынан законһыҙ рәүештә йыйып алынып, пакетҡа һалынған мәк үҫемлеге табылды. Ул тартып алынып, экспертиза үткәрелде. Һөҙөмтәлә, гр. Ш.-нан тартып алынған мәк “Наркотик средстволар һәм психотроп матдәләр исемлеге”нә индерелгән мәк һаламы булып сыҡты.
Был факт буйыса гр. Ш.-ға ҡарата Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән район бүлексәһенең тәүтикшереү төркөмө тарафынан РФ Енәйәт кодексының 228-се статьяһының 1-се бүлеге буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Был енәйәт эшен тикшереү барышында гр. Ш. райондың бер ауылындағы баҡсала мәк үҫемлеген йыйған.
Халыҡҡа даими иҫкәртеүҙәр, мәк сәскәһен үҫтереү тыйылыуы хаҡында гәзит аша мәҡәләләр булып тороуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер кешеләр уны һанға ла һуҡмай һәм мәк үҫтереүҙәрен дауам итәләр. Һөҙөмтәлә, ара алыҫ булыуға ҡарап тормай, беҙҙең районға килеп законһыҙ рәүештә наркотик матдә – мәк һаламы алыусылар бар һәм шул рәүешле енәйәт ҡылыусылар бар. Мәк үҫтереүселәр “составтарынада наркотик средстволар һәм психотроп матдәләр йәки уларҙың прекурсорҙары булған үҫемлектәрҙе законһыҙ үҫтергән өсөн” РФ Енәйәт кодексының 231-се статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығына тарттырылыуҙары мөмкин.
Гражданин Ш.-ға ҡарата енәйәт эше суд тарафынан ҡаралып, хөкөм ҡарары сығарылды.
Г. ШАФИҠОВА, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһенең тәүтикшереү төркөмө начальнигы, полиция майоры.
Читайте нас: