Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2018, 18:27

ҺУҢҒЫ ОСРАШЫУ (М. Сәғитов)

Быйыл, 2018 йылдың 27 авгусында, ғалим-фольклорсы Мөхтәр Сәғитовҡа 85 йәш тулыр ине. Ошо юбилей датаһына арнап Иҫке Собханғол мәктәбендә “сәғитов уҡыуҙары” тип исемләнгән фәнни-ғәмәли конференция ойошторолдо.

Быйыл, 2018 йылдың 27 авгусында, ғалим-фольклорсы Мөхтәр Сәғитовҡа 85 йәш тулыр ине. Ошо юбилей датаһына арнап Иҫке Собханғол мәктәбендә “сәғитов уҡыуҙары” тип исемләнгән фәнни-ғәмәли конференция ойошторолдо.
1986 йылдың июнь башы. Мин институтты тамамлап, сығарылыш имтихандарына аяҡ баҫтым. Көн болоҡһоу булһа ла, күңел шат, ҡанатланып урамдан киләм. Гүйә, ҡаршыла осраған кешеләрҙе лә күрмәйем. “Һаумы, ҡыҙым!” - тигән тауышҡа боролоп ҡараһам, Мөхтәр бабайым тора. Оҙон ҡара плащ, эшләпә кейгән, ҡулына ҙур портфель тотоп, баҫалҡы йылмайып, йомшаҡ тауыш менән миңә һүҙ ҡуша: ”Ҡабаланһаң да, һөйләп кит, уҡыуың нисек?” Мин яуап биргәс: ”Ваҡыт тигәнең ҡалай тиҙ үтә...” - тине. Унан: ”Ә мин Төркиәгә йыйынам, халыҡ-ара конгресҡа. Ярай, ҡыҙым, имтихандарыңды һәйбәт тапшыр, һынатма”, - тип юлын дауам итте.
Кем белгән Мөхтәр бабайым менән һуңғы осрашыу булырын...
Эйе, Мөхтәр бабайым Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә танылған фольклорсы-ғалим булды. Уны бөтә Союз, Рәсәй, халыҡ-ара ғилми форумдарға саҡырҙылар. Оло үкенесебеҙгә ҡаршы, шул 1986 йылдың июнь айында Төркиәгә йыйынға барғанында Измир ҡалаһында автокатастрофаға эләгеп, юлдаштары менән бергә һәләк була... Ул саҡта уға ни бары 53 кенә йәш ине. Был дәүерҙә ул иң танылған ғалимдарҙың береһе булып иҫәпләнә. Уның йөҙөндә республика, ил фәне оло юғалтыу кисерҙе.
Мөхтәр Сәғитов фольклорыбыҙҙың төрлө жанрҙарын тикшерҙе. Йыр, таҡмаҡ та, бәйет, мөнәжәт тә, әкиәттәр ҙә, башҡаһы ла уның өсөн ҡәҙерле ине. Әммә эпос-ҡобайырҙарға булған мөхәббәтенә ғүмере буйы тоғро ҡалды.
Союзда тәүгеләрҙән булып 18 томдан торған “Башҡорт халыҡ ижады” тигән академик тупланма ул төҙөгөн эпостар томынан башланды. Мәскәүҙә “СССР халыҡтары эпосы” серияһының ҡалын бер томының башҡорт эпостарынан төҙөлөүендә лә уның роле ҙур була.
Башҡортостанда ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә, хатта алыҫ Саха-Яҡут илендә лә ул ҡыҙырмаған башҡорт ауылдары бик аҙҙыр, моғайын.
Ғаиләһе менән тыуған Бөрйәненә ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтөп ала торған инек. Туғандар араһында ул беҙҙең йондоҙобоҙ булды. Һәр кемебеҙ менән йомшаҡ мөғәмәләлә булып, күңелгә ятышлы һүҙҙәр табыр ине. Ул туғандарға ҡарата ғына итәғәтле, иғтибарлы булманы, райондан, ауылдан килгән халыҡҡа ла бик күп ярҙам итте. Шуға күрә күптәр Мөхтәр бабайымды һағынып иҫкә төшөрәләр. Тәлиға инәйем, балалары Юлай, гөлшат, ейәндәре Бөрйән ерен үҙ итеп, яҡын күреп йыл да ҡайталар. Сөнки Бөрйән - ҡәҙерле кешебеҙ Мөхтәр Сәғитовтың тыуған төйәге.
“Ғүмерлеккә ҡалған яра” тип атала уның бер әҫәре. Ул тауҙай мираҫ ҡалдырҙы, ижади маҡсаттары ла бейек һәм бөйөк ине. Аяғы – юлда, күңеле йырҙа булды.
Донъя ул – бер бағ икән...
Донъяла мәңге ҡалыр эш –
Донъяны матур төҙөгөн,
Бағты мәңге биҙәгән –
Ул да булһа яҡшылыҡ.
Күккә лә осор - яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ - яҡшылыҡ, Утҡа ла янмаҫ - яҡшылыҡ,
Телдән дә төшмәҫ – яҡшылыҡ,
Бары эшкә баш булыр,
Үҙенә лә, кешегә лә
Мәңге йәшәр аш булыр.
Был һүҙҙәрҙе Мөхтәр Сәғитовтың үҙенә ҡарата ла әйтергә була. Үҙе ҡайтмаҫ ергә китһә лә, донъя тигән бағты биҙәр яҡшылыҡ, “үҙенә лә, кешегә лә мәңге йәшәр аш” булып, эше, фекере, рухы беҙгә, беҙҙән һуң килеүсе быуындарға ла ҡала...
Миңзәлә Фәйзуллина, Иҫке Собханғол мәктәбенең Байғаҙы филиалы етәксеһе.
Читайте нас: