Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2018, 18:29

“Бөрйәндәге бала саҡ миҙгелдәре гел төшөмә инә”, ти Америкала йәшәүсе Бөрйән ҡыҙы Әлфинә Ҡарағолова

Өфөлә донъяға килгән Әлфинә Азат ҡыҙы Ҡарағолованың тамырҙары – Бөрйәндән, Байназарҙан. Баш ҡалала юғары уҡыу йортон тамамлаған ҡыҙҙы яҙмыш елдәре Америкаға илткән. Тиҫтәгә яҡын йылдар самаһы ул океан аръяғында йәшәй һәм эшләй. Интернеттағы “Бәйләнештә” селтәре аша Әлфинәне табып, уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттем. Иң һоҡландырғаны – Әлфинә минең һорауҙарға таҙа башҡорт телендә генә яуап яҙҙы. Шулай итеп, “15 һорау – 15 яуап” рубрикаһының сираттағы ҡунағы – Америкала йәшәүсе Бөрйән ҡыҙы.

Өфөлә донъяға килгән Әлфинә Азат ҡыҙы Ҡарағолованың тамырҙары – Бөрйәндән, Байназарҙан. Баш ҡалала юғары уҡыу йортон тамамлаған ҡыҙҙы яҙмыш елдәре Америкаға илткән. Тиҫтәгә яҡын йылдар самаһы ул океан аръяғында йәшәй һәм эшләй. Интернеттағы “Бәйләнештә” селтәре аша Әлфинәне табып, уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттем. Иң һоҡландырғаны – Әлфинә минең һорауҙарға таҙа башҡорт телендә генә яуап яҙҙы. Шулай итеп, “15 һорау – 15 яуап” рубрикаһының сираттағы ҡунағы – Америкала йәшәүсе Бөрйән ҡыҙы.


- Тыуған ерең тип ҡайһы урынды һанайһың?
- Бөрйән районының Байназар ауылын мин ғүмерем буйы һәм һәр ерҙә тыуған ерем тип атайым һәм атаясаҡмын. Өфө ҡалаһында тыуһам да, ике йәшемдән ун ике йәшемә тиклем Бөрйәндә йәшәнем. Ағас еләге үҫкән баҡсабыҙ, үҙебеҙҙең урам балалары менән зыу килеп уйнауҙар, Ағиҙел йылғаһында һыу инеүҙәр матур бер төш һымаҡ ҡына булып йәшәй хәтеремдә. Хәйҙәр апа менән Флүрә инәй Салауатовтарҙың ҡапҡа алдары, элекке өйҙәре, Байназар ауылы, Бөрйәндәге бала саҡ миҙгелдәре гел төшөмә инә.


- Ниндәй уҡыу йортон тамамланың? Һөнәрең буйынса кемһең?
- Башҡорт дәүләт университетының роман-герман факультетын тамамланым. Һөнәрем буйынса инглиз теле уҡытыусыһымын һәм тәржемәсемен.


- Америкаға барыу уйы ҡасан һәм ҡайҙа тыуҙы?
- Мин уҡыған факультет студенттары йәй айҙарында “Эш һәм сәйәхәт” программаһы буйынса сит илдәргә барып ҡайтыу мөмкинлеге менән файҙалана ине. Шулайтып йөрөп ҡайтҡан өлкән курс студенттары үҙҙәренең Америкаға күңелле һәм онотолмаҫлыҡ сәйәхәттәре менән ҡыҙыҡһындырҙы. 2008 йылдың майында тәүге тапҡыр АҠШ-ҡа аяҡ баҫтым.


- Америкаға барғас, һине иң аптыратҡаны...
- Америкала иң аптыратҡаны ундағы кешеләрҙең үҙҙәренә бөтөнләй таныш булмаған кешеләргә ихлас йылмайыуы булды.


- Өйрәнеп китеүе ҡыйын булманымы?
- Ул тиклем үк ҡыйын булды тип әйтә алмайым. Ауылда ла, ҡалала ла йәшәп, сыныҡҡан булғанмындыр, күрәһең. Өфөлә башҡорт-төрөк лицейында уҡығанда ла, университетта ла сит ил кешеләре менән аралашырға тура килгәйне. Аллаға шөкөр, адаптация миңә еңел бирелә.


- Башҡортостандан иптәштәрең бармы, булһа, осрашып тораһығыҙмы?
- Америкала иң яҡын дуҫтарым Өфөнән күсеп килгән пар. Мин уларҙы бынан ун йыл элек Америкаға беренсе тапҡыр килгәндә осратҡайным. Әле ныҡ аралашып йәшәйбеҙ, тыуған көндәрҙе, байрамдарҙы бергә үткәрәбеҙ, аҙна һайын күрешеп торабыҙ. Улар минең бер туғандарым һымаҡ инде. Нью-Йорк, Майами, Монреаль (Канада) ҡалаларында ла университетта бергә уҡыған иптәштәрем йәшәй. Улар менән дә һирәгерәк булһа ла осрашып торабыҙ, студент йылдарын иҫкә төшөрәбеҙ. Әлеге ваҡытта кемдең нисек йәшәүе хаҡында белешәбеҙ, кәңәшләшәбеҙ, кәрәк икән, бер-беребеҙгә ярҙам итеп ебәрәбеҙ.


- Америкала Рәсәйҙән килгәндәргә нисек ҡарайҙар?
- Бында Рәсәйҙән килгәндәр яҡшы, тырыш хеҙмәткәрҙәр тип һанала. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар матур, тиҙәр.


- Ҡайҙа эшләйһең һәм нисек түләйҙәр?
- Мин Бостон ҡалаһының Логан исемендәге халыҡ-ара аэропортында мәғлүмәти белешмәләр бүлеге хеҙмәткәремен һәм урыҫ-инглиз телдәре тәржемәһенә яуаплымын. Шөкөр, хеҙмәтем өсөн яҡшы түләйҙәр.


- Америка егетенә кейәүгә сығып, мәңгегә шунда ҡалыу уйың юҡмы?
- Буласаҡ тормош иптәшем ниндәй ил вәкиле булһа ла, иң мөһиме, аҡыллы, әҙәпле, рухлы егет булһын. Киләсәктә ҡайҙа йәшәүҙе ваҡыт һәм яҙмыш күрһәтер.


- Эштән тыш нимәләр менән шөғөлләнәһең?

- Йога, пилатес менән шөғөлләнәм. Яҙ-йәй айҙарында океан буйлап йөрөргә яратам. Ҡышҡыһын дуҫтарым менән саңғыла йөрөйбөҙ. Хәрәкәттә – бәрәкәт тигән девизды тоторға тырышам.


- Америкалағы аҙыҡҡа өйрәнеүе ҡыйын булманымы? Күберәк нимә ашайҙар?
- Американдар өйҙә һирәк бешеренәләр. Пицца, гамбургерҙар яраталар. Кафеға күп йөрөйҙәр йә аш-һыуҙы өйгә килтерергә заказ бирәләр. Таныштарым минең эҫе көндә лә ҡайнар сәй эскәнемә аптырайҙар. Улар бала саҡтан кока-кола, һут һәм кофеға тултырғансы боҙ һалып эсәләр. Хатта ҡышҡыһын да. Шуға улар һыуыҡ тейҙереп һирәк ауырыйҙарҙыр, тигән һығымтаға килдем. Мин үҙем электән өйҙә бешерелгән ризыҡты яратам.


- Ата-әсәйең һинең был аҙымыңа нисек ҡараны? Ебәрергә ҡурҡманылармы?
- Әлбиттә, бик ныҡ ҡурҡтылар. Шулай ҙа миңә ышаныстары көслө булғандыр, тейем. Сөнки минең хыялдарыма бер ҡасан да ҡаршы килмәнеләр. Шуның өсөн ҙур рәхмәт уларға. Улар менән көн һайын һөйләшеп торабыҙ. Алла бирһә, киләһе йыл Америкаға ҡунаҡҡа килеп ҡайтырҙар тигән уйҙар бар.


- Киләсәгеңде нисек күҙаллайһың?
- Һәр кем яҡшыға ғына өмөт итә инде ул. Киләсәгемде яҡты, бәхетле көндәр менән көтәм.


- Американдар араһында дуҫтарың бармы, уларҙың һиңә мөнәсәбәте нисек?
- Аэропортта эшләү өсөн инглиз теленән башҡа ла сит ил телен белеү кәрәк ине. Шуға ла сит ил иммигранттары булған дуҫтарым күп. Эштә лә, эштән башҡа ла ваҡытты күңелле үткәрәбеҙ. Бер-беребеҙҙең байрамдарына йөрөшәбеҙ, төрлө илдәрҙең йола-традициялары менән ҡыҙыҡһынабыҙ, мәҙәниәттәребеҙ менән бүлешәбеҙ. Мин уларға Рәсәй генә түгел, Башҡортостан, Бөрйән хаҡында һөйләйем, Бөрйән тәбиғәте төшөрөлгән фотоларҙы күрһәткәс, бик матур, беҙҙе ҡунаҡҡа алып ҡайт, тиҙәр. Дуҫтарымдың күптәре минән олораҡ, шуға миңә мөнәсәбәттәре кесе һеңлеләренә ҡараған һымаҡ.


- Бөгөнгө йәштәргә нимәләр әйтер инең?
- Йәштәргә генә түгел, балаларға ла, ололарға ла бер-береһенең, ата-әсәләренең, туғандарының, балаларының, беҙҙе уратып алған мөхиттең – тәбиғәттең ҡәҙерен белеп, уларҙы һаҡлап, һәр яҡты көнгә рәхмәтле булып йәшәүҙәрен теләйем.

Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА әңгәмәләште.

Читайте нас: