Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2018, 16:29

Төп мәсьәлә - хәүефһеҙлек

11 апрель көнө яҙғы ташҡын хәүефен кәметеү маҡсатында Ағиҙел йылғаһында боҙ шартлатыу эштәре башланды. Ул боҙ тығыны барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы булған урындарҙа: Иҫке Собханғол, Тимер, Иҫке Монасип, Ҡурғашлы, Байназар ауылдары эргәһендә үтәсәк.

Быйылғы ҡыш ҡарҙың әҙ яуыуы менән айырылып торҙо. Бер уйлаһаң, уңайлы ла, сығымдар ҙа әҙ китә - юлдарҙы, ихатаны ҡарҙан таҙартыу ҙа кәрәкмәй. Әммә ҡарһыҙ ҡыш проблемаларҙы ла етерлек алып килде – ер ныҡ туңған, йылғаларҙа ла боҙ ҡатламы ҡалын. Һыу боҙ өҫтөнән китеп, күп кенә ауылдарҙа шәре сығып ятыуы, боҙ ҡатламын бысыу, ҡом һибеү кеүек күренештәр бер аҙ сәйер ҙә тойолдо.

Апрель баштарында ла көндәр кинәт йылытып, туң ер ирегән ҡарҙы тиҙ генә һеңдереп өлгөрмәгәнлектән, Иҫке Монасип, Яңы Мөсәт һәм Байназар ауылдарында ҡайһы бер кешеләрҙең йорт-ҡураһы биләмәһе һыу эсендә ҡалды. Ошо сәбәпле район хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса район хакимиәте башлығы, комиссия ағзалары һәм ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында сираттан тыш ултырыш үтте. Көн тәртибендә ирегән ҡар һыуҙарының ҡайһы бер биләмәләрҙе баҫыуы эҙемтәләрен бөтөрөү, һыу сығыу ҡурҡынысын иҫкәртеү буйынса мәсьәләләр ҡаралды. Әйткәндәй, урындарға оператив төркөм барып, һыу кимәле кеше ғүмеренә хәүеф янамауын билдәләп, ул урындарҙағы халыҡты ваҡытлыса йәшәү пункттарына урынлаштырыу кәрәк түгел тип тапты. Шулай уҡ комиссия һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған өйҙәргә йөрөп аңлатыу эштәре алып барыу, ташҡын мәлендә эвакуациялау, һыу үтеү урындарын таҙартыу, һыуҙы һурҙырыу буйынса саралар күреү, хәбәр итеү линияларын тикшереү кеүек мәсьәләләрҙе һәр саҡ контролдә тоторға кәрәклеген билдәләне.

11 апрель көнө яҙғы ташҡын хәүефен кәметеү маҡсатында Ағиҙел йылғаһында боҙ шартлатыу эштәре башланды. Ул боҙ тығыны барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы булған урындарҙа: Иҫке Собханғол, Тимер, Иҫке Монасип, Ҡурғашлы, Байназар ауылдары эргәһендә үтәсәк.

- 20 февралдә Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына шартлатыу эштәре үткәреү кәрәклеген билдәләп хат яҙғайныҡ. Боҙҙо шартлатыу бурысы Әлкә хәрби часының 12-се инженер-сапер бригадаһына ышанып тапшырылған. Шулай уҡ хәүефһеҙлек комиссияһы ағзалары, полиция, янғын һағы хеҙмәткәрҙәре эшләй. Хәрбиҙәр 10-14 апрелгә тиклем эш алып барыу осоронда 1 тонна самаһы тротил ҡулланасаҡ, - тип аңлатма бирҙе район хакимиәтенең Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Дәүләткилде Аҡыев.

Д. БАЙНАЗАРОВ.
Читайте нас: