Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель 2018, 12:23

АТА-ӘСӘЛӘР! Балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Балаларҙың һыу объекттарында һәләк булыу күрһәткесе кәмемәй. Ағымдағы йылдың март айында республикала 2 баланың ғүмере тап һыу менән бәйле өҙөлгән.

Балаларҙың һыу объекттарында һәләк булыу күрһәткесе кәмемәй. Ағымдағы йылдың март айында республикала 2 баланың ғүмере тап һыу менән бәйле өҙөлгән. Тәғәйен алғанда, 16 мартта Краснокама районының Редькино ауылында урындағы кешеләр һыу ятҡылығында 2007 йылғы баланың кәүҙәһен тапҡан. 24 мартта Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районына ҡараған Яңы Черкассы ауылында 2009 йылғы бала тауҙан шыуған ваҡытта мәкегә ҡолаған.

Был хәлдәргә анализ күрһәтеүенсә, бәхетһеҙ осраҡтарҙың төп сәбәбе – балаларға ололар яғынан контролдең булмауы. Балаларға инструкция биреү генә етмәй, контроллек итеү кәрәк. Бәләкәй балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырырға, өлкәнерәктәрен дә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Бигерәк тә каникул осоронда балаларға контроль кәмей. Ата-әсәләр эштә, ә балалар үҙҙәре генә өйҙә йә урамда. Ата-әсәләре уларҙың нимә менән шөғөлләнгәне хаҡында ла белмәй. Балаларҙың ялына контроллек етмәү йыш ҡына күңелһеҙ тамамланып ҡуя ла инде.

Ата-әсәләр!

Балаларығыҙҙы йылға буйына ҡарауһыҙ ебәрмәгеҙ. Бигерәк тә яҙғы боҙ китеү мәлдәрендә был үтә хәүефле. Йылға-күлдәр боҙҙан әрселгән мәлдә боҙ өҫтөнән йөрөү ғүмер өсөн ҡурҡыныс икәнен иҫкәртеп тороғоҙ. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, ташҡын мәлендә, хатта боҙ әле ныҡлап ҡуҙғалмаған мәлдә лә, балалар менән бәхетһеҙ осраҡтар йыш була. Ташҡын осоронда үҙҙәрен нисек тоторға кәрәклеге, һыу ятҡылығы эргәһендә шаярырға ярамағанлығы хаҡында аңлатып тороғоҙ. Ҡулдан эшләнгән кәшмәктәрҙә, таҡталарҙа йәки боҙ киҫәгендә йөҙөргә рөхсәт итмәгеҙ. Өҙөлгән боҙ киҫәге, һыуыҡ һыу, көслө ағым ғүмер өсөн хәүеф сығанағы икәнен онотмаһындар. Балаларҙы һыу менән бәйле трагик хәлдәрҙән йолоп алып ҡалыу өсөн мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләү – өлкәндәр иңендә.

Уҡыусылар!

- Яҙғы ташҡын осоронда боҙ өҫтөнә бармағыҙ.
- Кәшмәктәрҙә, таҡталарҙа, бүрәнәләрҙә һәм айырылған боҙ киҫәгендә йөҙмәгеҙ.
- Бер боҙҙан икенсеһенә һикермәгеҙ.
- Һыу йыуған йәки емерелеү хәүефе булған ярҙа баҫып тормағыҙ.
- Әгәр һеҙ боҙ китеүен баҫмаға, күпергә баҫып күҙәтәһегеҙ икән, уларҙың рәшәткәләре аша бөгөлмәгеҙ, йылғаға ҡолап китеүегеҙ ихтимал.
- Әгәр һеҙ йылғалағы йәки күлдәге бәхетһеҙ осраҡтың шаһиты булһағыҙ, юғалып ҡалмағыҙ, өйөгөҙгә ҡасмағыҙ, ә ныҡ итеп ҡысҡырып, өлкәндәрҙе ярҙамға саҡырығыҙ.
- Боҙ тығылған, быуылған урындарға яҡын бармағыҙ, ундай урындарҙа уйын уйнамағыҙ.
- Соҡор, котлован, канализация люктары һәм ҡоҙоҡтар тирәһенә яҡын бармағыҙ.
- Ҡамыштар, ҡыуаҡтар, үләндәр күренеп торған, шишмәләр сыҡҡан, улар башҡа йылғаларға ҡойған урындарҙа, ағым көслө булған ерҙәрҙә айырыуса һаҡ булығыҙ.

Хөрмәтле ата-әсәләр!

Балалар – беҙҙең иң ҡәҙерле кешеләребеҙ. Улар өсөн беҙ күп нәмәләргә әҙербеҙ. Балаларығыҙҙың ялын уларҙы хәүеф аҫтына ҡуймаҫлыҡ итеп ойоштороғоҙ. Балаларҙы һыу янында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, уларға ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ, бергә ял итегеҙ.

Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, һеҙҙең хәүефһеҙлегегеҙ һәм һеҙҙең балаларығыҙҙың хәүефһеҙлеге иң беренсе нәүбәттә һеҙҙең үҙегеҙгә бәйле.
Һыу хаталарҙы ғәфү итмәй.
Уңыштар һеҙгә!

А. МАЛИКОВ,

Урал аръяғы инспекторлыҡ участкаһының бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекторы.
Читайте нас: