Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель 2018, 12:47

Республикала тыуым һәм үлем ҡайҙа күберәк

2018 йылдың тәүге ике айында республикала 7 710 сабый донъяға килгән, 8 363 кеше үлгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостанстатта.

2018 йылдың тәүге ике айында республикала 7 710 сабый донъяға килгән, 8 363 кеше үлгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостанстатта.


Башҡортостанда ошо ике айҙа мең кешегә 11,7 бала һәм 12,7 үлгән кеше тура килә.


Сағыштырыу өсөн: Башҡортостанда 2017 йылдың ғинуар-февралендә 7 755 бала тыуған, 8 966 кеше вафат булған.


Ҡала округтары араһында иң күп бала ғәҙәттәгесә Өфөлә тыуған – 2126. Иң аҙы – Ағиҙелдә, бында тәүге ике айҙа 28 сабый донъяға ауыз һалған.


Иң күп үлем осраҡтары ла Өфөгә һәм Ағиҙелгә тура килә – 2012 һәм 19.


Башҡортостандың муниципаль райондарына ҡағылғанда, иң күп кескәйҙәр Туймазы районында, шул иҫәптән Туймазыла тыуған – 261. Иң аҙы – Йәрмәкәй районында – 19 сабый.


Белорет районы һәм ҡалаһы үлем буйынса алдынғы тип танылған. Ағымдағы йылдың тәүге ике айында 263 кеше һәләк булған. Был ваҡыт эсендә Бөрйән районында мәрхүмдәр һаны иң аҙы – 25 кеше, тип мәғлүмәт бирҙе статистар.


«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2018 йылдың 1 ғинуарында республикала даими йәшәүселәр һаны 4,063 миллион кешенән артҡан.



Читайте нас: